Масса

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Масса
Үлсәнеш M
Үлсәү берәмеге
СИ кг
СГС г

Ма́сса — есемдең тиҙлеге яҡтылыҡ тиҙлегенән күпкә әҙерәк хәлдә инерцион һәм гравитацион үҙенсәлектәрен (сифаттарын) билдәләүсе физик дәүмәл[1]; механикала төп дәүмәлдәрҙең береһе — есемдәге матдә миҡдарын үлсәй торған дәүмәл[2]; есемдәге матдә миҡдарын үлсәй торған дәүмәл; материяның инерция һәм гравитация үҙенсәлектәрен билдәләй торған берәмек[3].

Механикалағы «энергия» һәм «импульс» аңлатмалары менән ныҡ бәйле булған масса тәбиғәттә ике төрлө юл менән осрай, был уны ике төрлө төркөмгә индерергә нигеҙ булып тора:

  • инертлыҡ массаһы, есемдең инертлығы Ньютондың икенсе законында атала: әгәр ҙә бирелгән көс инерциаль система башланғысында (в Инерциальной системе отсчёта) есемдәрҙең тиҙлеген бер тигеҙ арттыра икән, уларҙың инертлыҡ массаһын тигеҙ тип иҫәпләйҙәр;
  • гравитация массаһы (пассив һәм актив) есемдең тышҡы гравитация ҡыры менән үҙара тәҫир көсөн[4] һәм есемдең үҙенең ниндәй гравитация ҡырын булдырыуын күрһәтә[5], ул бөтә ғәләм тартылыш законына инә һәм массаны үлсәп ҡарап иҫәпләү нигеҙенә һалынған.

Ләкин эксперименттар гравитация һәм инертлыҡ массаһының пропорциональ икәнен ныҡлы иҫбатлай[6][7], һәм теорияла уларҙы бер береһенә тигеҙ тип иҫәпләнә. Шуға күрә,әгәр айырым «яңы физика»ға ҡағылмаһа, «масса» термины һәм m билдәһе бер ниндәй ҙә өҫтәлмә аңлатыуһыҙ ҡулланыла.

Масса бөтә макроскопик объекттарҙа, көнкүреш әйберҙәрендә, күпселек элементар киҫәксәләрҙә (өлөшсә), (электрондарҙа, нейтрондарҙа һ.б.)бар, һуңғыларының ҡайһы берҙәре араһында массаһы булмағандары ла бар (мәҫәлән, фотондар). Киҫәксәләрҙең массаһы булыуы уларҙың Хиггс ҡыры (бозоны) менән үҙ-ара тәҫире менән аңлатыла.

Халыҡ-ара килограмм эталоны, диаметры һәм бейеклеге 39,17 мм булған цилиндр рәүешендә эшләнгән. Материалы - платинаның 90 проценты һәм иридийҙың 10 проценты булған иретмә. Эталон Севр ҡалаһында Халыҡ-ара үлсәүҙәр һәм үлсәмдәр берәмегенең штаб-фатирында һаҡлана..
Эталон Севр ҡалаһында Халыҡ-ара үлсәүҙәр һәм үлсәмдәр берәмеге штаб-квартираһында һаҡлана.

Масса үлсәү берәмектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Трой унцияһы, алтын
Килограмм ете СИ (фр. Le Système International d’Unités, SI) төп үлсәү берәмектәренең береһе һәм килограммдың халыҡ-ара прототибының массаһына тигеҙ.Был секунд һәм кельвин менән бер рәттән башҡа төп берәмектәргә һылтанмайынса билдәләнә торған өс берәмектең береһе.

Халыҡ-ара үлсәү системаһында (СИ) масса килограммдарҙа иҫәпләнә. СГС системаһында масса үлсәү берәмеге булып, грамм (11000 килограмма)тора. Дөйөмләп әйткәндә, төрлө үлсәү системаһында төп (тәүге) физик дәүмәлдәрҙе, уларҙың берәмеген, иҫәбен һайлап алыу ирекле— барыһы ла килешеүгә бәйле һәм масса улар составына һәр ваҡыт инмәй — МКГСС системаһында масса берәмеге сығарылма берәмек Килограмм-сила|кГс•с²/м («техническая единица массы» или «инерта»). В атом физикаһында һәм химияла массаны атомдың сағыштырма массаһы (относительная атомная масса)(а.е.м.)менән бәйләйҙәр, ҡаты есемдәр физикаһында — электрондың массаһы менән (Атомная система единиц), элементар киҫәксәләр физикаһында массаны электронвольттарҙа үлсәйҙәр. Был фәндә ҡулланылған берәмектәрҙән тыш күп кенә тарихи масса үлсәү берәмектәре бар ], улар тормоштоң ҡайһы бер өлкәләрендә ҡулланыла: фунт (үлсәү берәмеге, унция, карат, тонна һәм башҡа. Астрономияла күк есемдәренең массаһын сағыштырыу өсөн берәмек булып Ҡояш массаһы тора.

Ҡайһы бер (:en:Natural units) тәбиғи берәмектәр системаһында масса берәмеге итеп элементар киҫәксәләр- электрон, йә иһә протон массаһы ҡулланыла. Тәбиғи системаларға ҡараған Планк берәмектәр системаһында масса берәмеге булып планк массаһы иҫәпләнә.

Бик бәләкәй киҫәксәләрҙең массаһы комптон тулҡыны оҙонлоғона кире булған берәмек менән билдәләнә: 1 см-13,52⋅10-41 кг. Бик ҙур йондоҙҙоң, йәки ҡара упҡындың массаһы (чёрная дыра) уның гравитацион радиусына тигеҙ тип иҫәпләнә: 1 см ≈ 6,73⋅1024 кг.

Үлсәү ысулдары һәм ҡормалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үлсәү
Ауырлыҡһыҙлыҡта инерт массаны үлсәү өсөн прибор (массметр)


Күп кенә масса үлсәү ҡорамалдары инерт һәм гравитация массаһының эквивалентлығы принцибын ҡулланыуға ҡайтып ҡала]]. Үлсәү тип аталған ошондай ҡормаладар менән уларҙың ауырлығы буйынса есемдәрҙең массаһын билдәләйҙәр. Пружиналы үлсәүҙә ауырлыҡ һығылмалы пружинаның деформацияһына ҡарап билдәләнә.Рычаглы үлсәүҙәрҙә ауырлыҡ үлсәнә торған әйберҙең ауырлығын массаһы билдәле эталон (гер) менән сағыштырып билдәләйҙәр.

Тик, мәҫәлән, космос станцияларында ауырлыҡ юғалтыу шарттарында үлсәүҙе ҡулланып булмай һәм башҡа төрлө ҡорамалдар ҡулланыла — массметрҙар, уларҙың эше пружиналағы йөктөң ирекле тирбәлеү периодын үлсәүгә ҡоролған;билдәле булыуынса, тирбәлеү периоды есемдең массаһына бәйле.

Зарядлы элементар киҫәксәләрҙең массаһын Вильсон камераһында ҡалдырған эҙҙәре буйынса билдәләйҙәр[8]. Ҡыҫҡа ғүмерле Вильсон камераһында эҙ ҡалдырмай торған киҫәксәләрҙең массаһын уларҙың тарҡалыу продукттарының дөйөмләштерелгән энергияһын иҫәпләп табалар[9][10].

Ерҙең массаһын Ньютондың бөтә ғәләм тартылыш законына, билдәле булған гравитацияның даими дәүмәл һәм ерҙең радиусына таянып билдәләйҙәр [11]. Ҡояштың массаһын шулай уҡ Ньютондың бөтә ғәләм тартылыш законына, гравитацияның даими дәүмәле, Ҡояш менән Ер араһы алыҫлығы һәм Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү периодына таянып иҫәпләйҙәр[12]. Беҙҙең Галактика массаһы Ҡояш тирәһенең Галактиканың үҙәге тирәләй әйләнеү периоды һәм Галактика үҙәгенә хәтле алыҫлыҡ дәүмәленә таянып билдәләнә[13].

Беҙгә яҡын икешәр йондоҙҙарҙың массаһын улар араһы алыҫлығы һәм әйләнеү периодына таянып иҫәпләйҙәр. Әгәр йондоҙ юлдашһыҙ булһа һәм төп эҙмә-эҙлелеккә инһә (Главная последовательность), уның массаһын ул ебәргән яҡтылыҡ һәм өҫтәндәге температуранан сығып, билдәләп була[14].

Төрлө объекттарҙың масса дәүмәлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Масса (кг) в других единицах
Электрон эВ
Протон -
Бозон Хиггса -
Грипп вирусы
Ҡар бөртөгө
Кеше килограммов
Фил тонн
Кит -
Хеопс пирамидаһы -
Ер масс Земли
Юпитер -
Ҡояш масс Солнца
Башҡа йондоҙҙар -
Беҙҙең Галактика -
Башҡа галактикалар -
  1. Масса // Физическая энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1992. — Т. 3. — С. 50—52. — 672 с. — 48 000 экз. — ISBN 5-85270-019-3.
  2. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь терминов по физике (Х. Х. Кадырметов, 1984)
  3. Русско-башкирский словарь технических терминов (А. Н. Кусеев, 2003)
  4. Неравенство пассивной гравитационной и инертной масс протяженного тела
  5. Вебер Дж. — Общая теория относительности и гравитационные волны 2014 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
  6. Phys. Rev. Lett. 100, 041101 (2008): Test of the Equivalence Principle Using a Rotating Torsion Balance
  7. [0712.0607] Test of the Equivalence Principle Using a Rotating Torsion Balance
  8. Завельский, 1970, с. 119
  9. Завельский, 1970, с. 123
  10. Копылов Г. И. Всего лишь кинематика. — М.: Атомиздат, 1968. — 176 с.
  11. Завельский, 1970, с. 136
  12. Завельский, 1970, с. 150
  13. Завельский, 1970, с. 161
  14. Киппенхан Р. 100 миллиардов солнц. Рождение, жизнь и смерть звезд. — М.: Мир, 1990. — С. 281—284 — ISBN 5-03-001195-1.