Импульс

И́мпульс (хәрәкәт миҡдары) — есемдең механик хәрәкәтен үлсәү өсөн векторлы физик дәүмәл.

Классик механикала импульс массаны есемдең тиҙлегенә ҡабатлауға тиң, импульс йүнәлеше вектор йүнәлешене менән тап килә:

undefined

Терминдың барлыҡҡа килеү тарихы

Урта быуат натурфилософтары, Аристотель тәғлимәте буйынса, хәрәкәтте дауам итеү өсөн ниндәйҙер көс мотлаҡ талап ителә, көсһеҙ хәрәкәт туҡтала, тип иҫәпләй. Ҡайһы бер ғалимдар был раҫлауға ҡаршы: ни өсөн ташты ырғытҡас, ҡул көсө менән бәйләнеш юғала, әммә осоуын дауым итә?

Бындай һорауҙарға яуап биреү өсөн Жан Буридан (XIV быуат) философияла элек билдәле булған «импетус» төшөнсәһен үҙгәртә. Буридан фекере буйынса, осоусы таш "импетусҡа" эйә, ул һауа ҡаршылығы булмағанда һаҡлана. Шул уҡ ваҡытта "импетус" тиҙлеккә тура пропорциональ. Башҡа урында ул, ауырлығы күберәк булған есемдәр импетусты күберәк һыйҙыра ала, тип яҙа.

XVII быуаттың беренсе яртыһында Рене Декарт тарафынан «хәрәкәт иҡдары» төшөнсәһе индерелә. Ул тышҡы тәьҫирҙәрҙән изоляцияланған бер есемдең генә хәрәкәте түгел, ә бер-береһе менән генә тәьҫир итеүсе есемдәр системаһының да хәрәкәте һаҡлана тип фаразлай. Ул ваҡытта массаның физик төшөнсәһе рәсмиләштерелмәгән була һәм ул хәрәкәт дәүмәлен есемдең үлсәме менән уның хәрәкәте тиҙлегенә ҡабатландығы итеп билдәләй. Тиҙлек тип Декарт тиҙлектең абсолют дәүмәлен (модулен) күҙ уңында тота, уның йүнәлешен иҫәпкә алмай. Шуға күрә Декарт теорияһы тәжрибә менән ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына килешә (мәҫәлән, Валлис, Рен һәм Гюйгенс 1678 йылда уны массалар үҙәге системаһында бөтөнләй һығылмалы бәрелеште тикшереү өсөн ҡуллана).

undefined
undefined

Валлис 1668 йылда тәүгеләрҙән булып «плюс» һәм «минус» билдәләре ярҙамында йүнәлеште иҫәпкә алып, хәрәкәт һанын скаляр түгел, ә йүнәлешле дәүмәл тип иҫәпләргә тәҡдим итә[1]. 1670 йылда ул хәрәкәт һанының һаҡланыу законын тулыһынса формалаштыра. Закондың эксперименталь дәлиле булып яңы закондың һығылмалы булмаған удар иҫәпләргә мөмкинлек бирә.

Хәрәкәт миҡдарын һаҡлау законы теоретик яҡтан Исаак Ньютон тарафынан Ньютондың өсөнсө һәм икенсе закондары аша иҫбатлана. Ньютонға ярашлы, «хәрәкәт миҡдары - тиҙлек менән массаға пропорциональ үлсәмгә тигеҙ».

  1. Григорьян А. Т. Механика от античности до наших дней. — М.: Наука, 1974.

Категориялар