Ньютон закондары
Ньютон закондары — классик механиканың өс мөһим законы, әгәр системаға тәьҫир итеүсе көстәр билдәле булһа, теләһә ниндәй механик система өсөн хәрәкәт тигеҙләмәләрен яҙырға мөмкинлек бирә. Тәүге тапҡыр тулы күләмдә Исаак Ньютон "Математические начала натуральной философии" китабында (1687 йыл) формалаштыра[1][2]. Ньютон механикаһының хәҙерге ваҡытта ла киң ҡулланылған аңлатмаһында был закондар эксперименталь һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштереүгә нигеҙләнгән аксиомалар булып тора.
Ньютондың беренсе законы
Ньютондың беренсе законы инерциялы иҫәпләү системаларының булыуын раҫлай. Шуға күрә ул инерция законы булараҡ та билдәле. Инерция (шулай уҡ инертлыҡ[3]) — бер ниндәй ҙә көс тәьҫир итмәгәндә есемдең үҙенең хәрәкәт тиҙлеген дәүмәле һәм йүнәлеше буйынса үҙгәрешһеҙ һаҡлап ҡалыу үҙенсәлеге, шулай уҡ есемдең тиҙлеген үҙгәртеүгә ҡаршы тороу үҙенсәлеге. Есем хәрәкәтенең тиҙлеген үҙгәртеү өсөн ниндәйҙер көс ҡулланырға кәрәк, өҫтәүенә бер үк көстөң төрлө есемдәргә тәьҫир итеү һөҙөмтәһе төрлө була: есемдәр төрлө инерция эйә, уның дәүмәле уларҙың массаға бәйле.
Хәҙерге формулировка
Хеҙерге физикала Ньютондың беренсе законы түбәндәге формулировкала бирелә[4]:
|
Инерциаль тип аталған иҫәпләү системаһында матди нөктәләр, уларға бер ниндәй көс тәьҫир итмәгәндә (йәки үҙ-ара тигеҙләнгән көстәр тәьҫир иткәндә), тынлыҡта була йәки тигеҙ тура һыҙыҡлы хәрәкәт торошонда була. |
Ньютондың икенсе законы
Ньютондың икенсе законы — хәрәкәттең дифференциаль законы, ул матди нөктәгә көс ҡулланыу һәм был нөктәнең тиҙләнеше араһындағы бәйләнеште һүрәтләй. Ысынында, Ньютондың икенсе законы һайланған инерциаль иҫәпләү системаһында (ИСО) матди нөктәнең инертлығы сағылышының үлсәме масса тип индерә.
Материаль нөктәнең массаһы ваҡытта үҙгәнмәгән һәм уның хәрәкәтенең һәм башҡа есемдәр менән үҙ-ара тәьҫир итешеүенең ниндәй ҙә булһа үҙенсәлектәренә бәйһеҙ булған дәүмәле тип һанала</ref>[5][6][7].
Хәҙерге формулировка
|
Инерциаль системала даими массалы матди нөктә алған тиҙләтеү иҫәпләнә, ул уға ҡарата ҡулланылған бөтә көстәргә туранан-тура пропорциональ һәм киреһенсә уның массаһына пропорциональ. |
Законды түбәндәге формула ярҙамында яҙырға мөмкин:
бында — материаль нөктәнең тиҙләнеше ;
— материаль нөктәгә тәьҫир итеүсе көстәр;
— материаль нөктәнең массаһы.
Ньютондың икенсе законын импульс ярҙамында түбәндәгесә яҙыла:
|
Инерциаль иҫәпләү системаһында материаль нөктә импульсының үҙгәреү тиҙлеге уға ҡарата ҡулланылған бөтә тышҡы көстәрҙең тигеҙ тәьҫир итеүенә тигеҙ. |
Ньютондың өсөнсө законы
Был закон ике матди нөктәнең үҙ-ара нисек тәьҫир итеүен һүрәтләй. Әйтәйек, ике матди нөктәләрҙән торған ябыҡ система бар, унда беренсе нөктә икенсеһенә ниндәйҙер көс менән тәьҫир итә ала , ә икенсе нөктә беренсеһенә көс менән тәьҫир итә. Ньютондың өсөнсө законына ярашлы: хәрәкәт көсө модуле буйынса тигеҙ һәм ҡаршылыҡ көсө йүнәлеше буйынса ҡапма-ҡаршы .
Ньютондың өсөнсө законы, Ньютон динамикаһының башҡа закондары кеүек үк, ҡаралған системаның бөтә есемдәренең тиҙлеге үҙ-ара тәьҫир итешеүҙәрҙең таралыу тиҙлеге (яҡтылыҡ тиҙлеге) менән сағыштырғанда бик аҙ булған осраҡта ғына дөрөҫ һөҙөмтә бирә.[8].
Хәҙерге формулировка
|
Материаль нөктәләр бер-береһе менән бер үк тәбиғәтле, уларҙы тоташтырыусы тура һыҙыҡ буйлап йүнәлтелгән, модуле буйынса тиң һәм йүнәлеше буйынса ҡапма-ҡаршы булған көстәр менән тәьҫир итә: |
Көс һәр ваҡыт есемдәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Үҙ-ара тәьҫир итеүсе есемдәрһеҙ үҙ аллы барлыҡҡа килгән көстәрҙең булыуы мөмкин түгел[[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Исаак Ньютон. Математические начала натуральной философии. Перевод с латинского и примечания А. Н. Крылова / под ред. Полака Л. С.. — М.: Наука, 1989. — С. 40—41. — 690 с. — (Классики науки). — 5000 экз. — ISBN 5-02-000747-1.
- ↑ Тарг С. М. Ньютона законы механики // Физическая энциклопедия : [в 5 т.] / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Большая российская энциклопедия, 1992. — Т. 3: Магнитоплазменный — Пойнтинга теорема. — С. 370. — 672 с. — 48 000 экз. — ISBN 5-85270-019-3.
- ↑ Инерция // Физическая энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — С. 146. — 704 с. — ISBN 5-85270-061-4.
- ↑ Инерциальная система отсчёта // Физическая энциклопедия (в 5 томах) / Под редакцией акад. А. М. Прохорова. — М.: Советская Энциклопедия, 1988. — Т. 2. — С. 145. — ISBN 5-85270-034-7.
- ↑ Маркеев А. П. Теоретическая механика. — М.: ЧеРО, 1999. — С. 87. — 572 с. «Масса материальной точки считается постоянной величиной, не зависящей от обстоятельств движения».
- ↑ Голубев Ю. Ф. Основы теоретической механики. — М.: МГУ, 2000. — С. 160. — 720 с. — ISBN 5-211-04244-1. «Аксиома 3.3.1. Масса материальной точки сохраняет своё значение не только во времени, но и при любых взаимодействиях материальной точки с другими материальными точками независимо от их числа и от природы взаимодействий».
- ↑ Журавлёв В. Ф. Основы теоретической механики. — М.: Физматлит, 2001. — С. 9. — 319 с. — ISBN 5-95052-041-3. «Масса [материальной точки] полагается постоянной, независящей ни от положения точки в пространстве, ни от времени».
- ↑ Сивухин Д. В. Общий курс физики. Механика. — М., Наука, 1979. — Тираж 50 000 экз. — с. 85
- ↑ Ишлинский А. Ю. Классическая механика и силы инерции. — М.: «Наука», 1987. — 320 с.