Яңы Гвинея

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Гвинея
Оҙонлоҡ
  • 2398 km
Киңлек 400 km
Подробная карта
Хөрмәтенә аталған Гвинея[d]
Этнохороним পাপুয়ান
Майҙаны
  • 785 753 км²
Файл:LocationNewGuinea (+Yos-Sudarso).svg
Файл:PapuaNG.png
Сәғәт бүлкәте Pacific/Port_Moresby[d][1]
Халыҡ һаны
  • 11 300 000 чел.
Административ-территориаль берәмек Папуа[d]
Дәүләт
Файл:Topological map of Neu Guinea.png
Иң юғары нөктә Пунчак-Джая[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Арафур диңгеҙе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 164 метр
Донъя ҡитғаһы Океания
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Яңы Гвинея (индон. Pulau Irian, ингл. New Guinea, ток-писин Niugini) — Тымыҡ океандың көнбайышындағы утрау. Ер йөҙөндә Гренландиянан ҡала ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй. Утрауҙың майҙаны — 786 мең км2[2].

Утрауҙы Австралиянан Торесс боғаҙы айырып тора. Көньяҡтан Яңы Гвинея ярҙарын Арафур һәм Мәрйен диңгеҙҙәре йыуа. Климат экваториаль һәм субэкваториаль. Дымлы тропик урмандары үҫә. Утрауҙың көнбайыш өлөшө Индонезия биләмәләренә инә. Ә көнсығышын Папуа — Яңы Гвинея дәүләте биләй[3].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Гвинея утрауы Тымыҡ океандың көнбайышында, Австралиянан төньяҡта урынлашҡан(араларын Торрес боғаҙы айырып тора). Һәм уны Азияға бәйләүсе звено булып тора.

Физик география күҙлегенән ҡарағанда ул Океания төркөмөнә ҡарарға тейеш.. Сәйәси яҡтан утрау Индонезия һәм Папуа — Яңы Гвинея араһында бүленгән. Шуға күрә, көнбайыш өлөшөндәге Индонезия иҡтисади һәм сәйәси ҡараштан сыҡҡанда Азияға ҡарай. Утрауҙың оҙонлоғо — 2000 км-ҙан, киңлеге — 700 километрҙан ашыуыраҡ.

Утрауҙың көнбайыш өлөшөндә Маоко тау массивы ҡалҡып тора. Уның иң юғары нөктәһе — Пунчак-Джая тау түбәһе(суҡы) диңгеҙ кимәленән 4884 метрға етә. Был донъя утрауҙарында осраған тауҙарҙың иң бейеге. Ә көнсығышында Бисмарк тауы урынлашҡан. Уның иң юғары нөктәһе — Вильгельм тауы — 4509 м. Утрауҙың иң оҙон йылғаһы —Сепик.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Гвинея — тропик утрау. Шуға ла, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы төрҙәргә бик бай. Унда үҫемлектәрҙең 11 мең төрө, ҡоштарҙың 600 уникаль төрө, 400-ҙән ашыу төр ер-һыу хайуандары, 455 төр күбәләк һәм йөҙгә яҡын төр һөтимәрҙәр асыҡланған.

Яңы Гвинея утрауының яры буйлап киң (урыны менән 35 км-ға тиклем) һыҙат мангр ҡыуаҡлыҡтары һуҙылған. Был үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡлы урын. Уны йылға аша йөҙөп кенә арҡыры сығып була. Йылға буйлап ҡырағай шәкәр ҡамышынан торған әрәмәләр китә, ә һаҙлыҡлы урындарҙа — саго пальмаһы урмандары үҫә.

Йөҙләгән төр ағастарҙан торған ҡуйы дымлы тропик урман тау битләүҙәре буйлап өҫкә күтәрелә. Тик хәҙер унда плантациялар һәм үҫемлек баҡсалары ла урынлашҡан. Улар урмандар сиратлашып килә.Уларҙа кокос пальмаһы, банан, шәкәр ҡамышы, ҡауын ағасы тамыраҙыҡтарҙан — таро, ямс, батат, маниока һәм башҡа культуралы үҫемлектәр үҫтерәләр. Ер участкаларын 2-3 йыл ғына эшкәртәләр.10-12 йылға урмандан баҫтыралар Шулай юл менән ерҙен үңдырышлылығы кире ҡайтаралар.

1000—2000 м бейеклектән урмандарының составы бер төрлөрәк була бара. Уларҙа ылыҫлы тоҡомдар, бигерәк тә , араукария өҫтөнлөк итә. Был ағастар хужалыҡ әһәмиәтенә эйә: уларҙың үҙағасы —ҡиммәтле төҙөлөш материалы. Әммә һәйбәт юлдар булмау сәбәпле урмандан бысылған ағастарҙы ташыу бик уңайлы түгел.

Яңы Гвинея тауҙарының бейек урындары болондар һәм ҡыуаҡлыҡ менән ҡапланған. Климат ҡорораҡ булған тау араларындағы үлән үҫемлектәр таралған. Улар башлыса урман янғыны булып үткән урындарҙа барлыҡҡа килгән.

Хайуандар донъяһы һөйрәлеүселәр, бөжәктәр һәм, бигерәк тә, ҡоштарға бай.

Һөтимәрҙәр фаунаһынан күрше Австралиялағы, муҡсалылар вәкилдәре генә тереклек итә:бандикут (муҡсалы бурһыҡ), валлаби (ағаста йәшәусе кенгуру), кускус һәм башҡалар.

Урмандарында һәм яр буйҙарында йыландар һәм (шул иҫәптән ағыулылары ла) кәҫәрткеләр күп. Диңгеҙ ярҙарында һәм ҙур йылғаларҙа крокодилдар, кәҫәрткеләр һәм ташбаҡалар осрай. Ҡоштарҙан казуар, ожмах ҡоштары, тажлы күгәрсендәр, тутыйғоштар, сүп тауыҡтары(куры сорные, лат. Talegalla) тереклек итә. Европалылар утрауға йорт тауыҡтарын, эт һәм сусҡа алып килгәндәр. Утрауҙа ҡырағайланған сусҡалар, шулай уҡ ҡомаҡ, ҡыр сысҡандары һәм башҡа ҡайһы бер хайуандар киң таралған.

«Эдем баҡсаһы»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2005 йылда Америка тикшеренеүселәр төркөмө Яңы Гвинея тауҙарының тропик урмандарында кеше эшмәкәрлеге теймәгән урынға барып сыҡҡан һәм уға «Эдем баҡсаһы» тип атама биргән..

Яҡынса 300 мең гектар майҙанды алып торған был район Яңы Гвинеяның көнбайышында, Фоджа тауҙары битләүендә урынлашҡан.

Ғалимдар "Эдем баҡсаһы"нда бығаса билдәһеҙ 20-нән ашыу төр тәлмәрйен, дүрт яңы төр күбәләк, биш яңы төр пальма һәм башҡа бик күп үҫемлектәр табалар. Шулай уҡ, бик һирәк төрҙәрҙән бер нисә муҡсалыларҙы — ағаста йәшәусе кенгуру, элек үлеп бөткән тип иҫәпләнгән алтыҡаурыйлы «ожмах ҡошо» Берлепша (шестипёрая «райская птица» Берлепша) табыла.

Тауҙарҙағы йәнлектәр береһе лә кешенән ҡурҡмай. Хатта оҙон суҡышлы проехидна ғалимдарға үҙен ҡулға алып ҡарарға мөмкинлек бирә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бик борон Австралия менән Яңы Гвинея тоташ булған. Диңгеҙ кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә айырымланғандар. Ошо сәбәптән Австралияла йәшәүсе күп һанлы муҡсалар Яңы Гвинеяла ла тереклек итәләр. Кешеләрҙең Азиянан күсеп ултырыуы кәм тигәндә беҙҙең эраға тиклем 45 йыл мең элек булған. Күсеп килеүселәрҙән аҙаҡ меңдән ашыу папуас-меланезий ҡәбиләләре барлыҡҡа килгән. Ҡулға эйәләштерерлек эре хайуандарҙың булмауы утрауҙа игенселектең үҫешенә кәртә булып торған һәм малсылыҡ бөтөнләй булмаған. Шуға ла, был Яңы Гвинеяла тәүтормош-община ҡоролошоноң бөгөнгәсә һаҡланыуына булышлыҡ иткән. Ҡәбиләләрҙең күплеге һәм телдәрҙең күп төрлөлөгө таулы ландшафтҡа һәм транспорт сараларының үҫешмәүенә бәйле. Бер-береһенән айырымланған төркөмдәргә үҙ-ара аралашыу, мәҙәниәт менән алмашыу мөмкинлеге сикләнгән.

Яңы Гвинея биләмәһендә боронғо ултыраҡ игенселек торағы Кука урынлашҡан. Бында 7-10 мең йыллыҡтар дауамында ауыл хужалығын алып барылған. Ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән

Утрауҙың европалылар тарафынан асылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европалылар Яңы Гвинеяны асырҙан бик күп алда боронғо Индонезия дәүләттәре унда ҡолдар аулап, экзотик ҡоштарға һунар иткәндәр. VIII быуатта Суматра утрауындағы Шривиджая империяһы хакимдары Ҡытайҙың Тан династияһы императорҙарҙарына Яңы Гвинеянан тотоп алынған ҡолдарҙы һәм бик күп төр тутыйғоштарҙы бүләк итә торған булған. Явалағы бик ҙур ҡорам Боробудур (беренсе зат. IX быуат) барельефында «оран папуа» — бөҙрә сәсле кешеләрҙең. һүрәтен күрергә мөмкин

Европалыларҙан беренсе булып Яңы Гвинеяны асыусылар булып XVI быуат башындағы испан һәм португал диңгеҙселәре тора. 1526 йылда утрауҙың төньяҡ-көнбайыш яры буйына португал дон Жоржи ди Менезиш килеп төшә. Риүәйәттәр буйынса, ул яңы асҡан ерҙәренә малай телендәге «бөҙрә» тигән һүҙҙән Ilhas dos Papuas — «Папуа утрауы» тигән атама бирә. Күрәһең, меланезия аборигендарының ҡаты бөҙрә сәстәрен күҙ уңында тотҡан

Һуңғараҡ, 1545 йылда испанлы Иньиго Ортис де Ретес Молукка утрауҙарынан Мексикаға китеп барғанында утрау янынан үтә һәм уға «Яңы Гвинея», тигән атама бирә. Сөнки утрауҙың яр буйҙарын Африкалағы Гвинея ярҙарына оҡшата. Бәлки, Африка Гвинеяһы менән Австралия эргәһендәге утрау глобустың ҡапма-ҡаршы нөктәләрендә урынлашҡан булыуы уның иғтибарын йәлеп иткәндер ҙә, утрауға ошондай исем бирергә ниәт иттергәндер.

Молукка утрауҙарындағы португал губернаторы Жоржи ди Менезиш Яңы Гвинеяны «Ильяш душ Папуаш» (папуастар утрауы) тип атай.

Nueva Guinea атамаһын фламанд картографы Меркаторҙың (1595) донъя картаһында табырға мөмкин. 1606 йылда испанлы Луис Ваэс де Торрес

Кальяонан (Перу) диңгеҙ сәйәхәтенә сыға.

Таулы ҙур утрауҙың көньяғынаныраҡ үткәнендә тәмләткестәр иленә алып барыусы яңы сауҙа юлын — Торрес боғаҙын таба. Тиҙҙән испан сауҙагәрҙәре Яңы Гвинеянан алтын, көмөш, кокос, каучук ағасы һәм башҡа затлы ағас тоҡомдарын сығара башлай.

Яңы Гвинея халыҡтарын тикшеренеүҙә, өйрәнеүҙә ҙур өлөш индереүсе булып урыҫ сәйәхәтсеһе һәм ғалимы. Н. Н. Миклухо-Маклай тора. Ул утрауҙа XIX быуаттың 70—80-се йылдарында эшләй.

Колониализм дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1828 йылда тәүгеләрҙән булып Европа державаһы Нидерландтар көнбайышындағы ярымутрау Вогелькопты ала.

1870 йылда утрау биләмәләрен рәсәй ғалимдары өйрәнә.

1875 йылда ғалим Н. Н. Миклухо-Маклая Рәсәй империяһы хөкүмәтенә үтенес менән мөрәжәғәт итә.Ул утрауҙың бер өлөшөндә Рәсәй протектораты урынлаштырырға тәҡдим итә. Әммә Александр II уның тәҡдимен кире ҡаға. Аҙаҡ утрауҙың ул өлөшөнә ғалим хөрмәтенән Миклухо-Маклай яры тип атама бирәләр,

1880 йылда утрауҙың ҡалған өлөшөн Нидерланд, Бөйөк Британия һәм Германия империяһы үҙ-ара бүлешә. Нидерланд яғында Яңы Гвинеяның көнбайыш яртыһы һаҡланып ҡала. Британдар көньяҡ-көнсығыш өлөшөн ала. Немецтәр үҙҙәренә эләккән төньяҡ-көнсығыш өлөшөнә Кайзер Вильгельм ере тип атама бирәләр.

1885 һәм 1895 йылдарҙа көнсығыш өлөшө хужалары Бөйөк Британия һәм Германия, Нидерландтың утрауҙың көнбайыш өлөшөнә булған власын таныйҙар. Голландияның Яңы Гвинеяһы һәм көнсығыш яҡ араһында сик көнсығыш оҙонлоҡтың 141 градусынан үтә.

1906 йылда Британия өлөшө Австралияға бирелә. Ә Германия яғында булғаны Беренсе донъя һуғышынан һуң Милләттәр лигаһының австралия мандаты булып китә.

Икенсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында утрауҙы Япония оккупациялай. Япондарҙың йыртҡыслығынан биҙгән папуастар бөтә кәрәк-яраҡты һәм һәм яралаларҙы ташышып, союздаш көстәргә бар көстәренән ярҙам итәләр. Һуғыштан һуң, 1949 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алған Индонезия Яңы Гвинеяның көнбайыш өлөшөнә дәғүә белдереп ҡарай.Әммә ул Нидерланд хакимиәте аҫтында ҡала.

Бойондороҡһоҙлоҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1957 йылдан Австралия һәм Нидерланд 1970 йылдарға ҡарай Яңы Гвинеяға бойондороҡһоҙлоҡ биреү буйынса план ҡора башлай.

1961 йылда утрауҙың көнбайыш өлөшөндә һайлау ойошторола һәм парламент булдырыла. Бындай сәйәси ҡарарға риза булмайынса, Индонезия үҙенең ғәскәрҙәрен индерә һәм көнбайыш яҡты үҙенә ҡушыуы тураһында иғлан итә. Бынан һуң папуастарҙы күпләп депортациялау башлана. Улар урынына Яванан күскенселәр килә башлай. Фараздар буйынса, бөгөнгө көнгә тиклем барған «этник таҙартыу» һөҙөмтәһендә Яңы Гвинеяның көнбайышында яҡынса 300 мең папуас һәләк була. 1975 йылда Австралия Яңы Гвинеяның көнсығыш өлөшөнә бойондороҡһоҙлоғон ҡайтара. Яңы дәүләт Папуа-Яңы Гвинея тип атала.

Шулай уҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Новогвинейская поющая собака
  • Мангры Новой Гвинеи

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
  2. ISLAND DIRECTORY TABLES. EARTHWATCH (18 февраль 1998). 2018 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
  3. Новая Гвинея // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Игнатьев Г. М. Тропические острова Тихого океана / Рецензенты: д-р геогр. наук Т. В. Власова, канд. геогр. наук Г. Н. Григорьев. — М: Мысль, 1979. — С. 144—168. — 272, [16] с. — 56 000 экз. (в пер.)
  • Кики Альберт Маори. Десять тысяч лет в одну жизнь / Пер. с англ. Л. И. Володарской. Под ред. И. М. Меликсетова — М: Наука, 1981. — 160 с.
  • Мухин Г. И. Австралия и Океания. — 2 изд. — М, 1967.