Резерфордий
| 104 | Резерфордий
|
261 | |
| 5f146d27s2 | |
Резерфордий (лат. Rutherfordium, Rf) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 4-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 104.
1997 йылға тиклем СССР-ҙа һәм Рәсәй-ҙә курчатовий(Ku) булараҡ билдәле булған — периодик системала 104-се элемент.
Резерфордий — яһалма синтезланған юғары радиоактив элемент, ярым тарҡалыу осоро 1,3 сәғәт самаһы тәшкил иткән иң билдәле тотороҡло изотоп (267 Rf). Элемент тураһында аҙ билдәле, ҡайҙалыр ҡулланыла алмай, сөнки ул бер ваҡытта ла макроскопик күләмдә алынғаны юҡ. Резерфордий — беренсе трансактиноид элемент, уларҙың һиҙемләнгән химик үҙенсәлектәре гафнийға яҡын.
Символы
Резерфордий элементының символы — Rf (Резерфордий тип уҡыла).
Тарих
Резерфордий 1964-69 йылдарҙа Г.Флёров тарафынан асыла.
Тәүге тапҡыр периодик системаның 104-се элементы 1964 йылда Дубналағы Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты ғалимдары тарафынан Г.Флёровет етәкселегендә алынған[2]. Улар 115 МэВ энергия ҡеүәте менән плутоний-242 сәбен неон-22 ядролары менән аттырған:
Барлыҡҡа килгән 104-се элемент атомдары газ хәлендәге цирконий хлориды мөхитенә эләгә, унда хлор менән бәйләнә һәм үҙлегенән бүленеү детекторына күсә.
Изотоптары
2016 йылдың башына резерфордийҙың 16 изотобы билдәле (шулай уҡ 4 атом изомеры), масса һандары 253—270 һәм ярым тарҡалыу осоро микросекунд өлөштәренән алып 1,3 сәғәткә тиклем тиклем (267 Rf).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ Резерфордий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Резерфордий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Резерфордий на Webelements
- Резерфордий в Популярной библиотеке химических элементов
- О синтезе элемента на сайте ОИЯИ 2017 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған.