Чехия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Чех Республикаһы
чех Česká republika
Flag of the Czech Republic.svg Чехия гербы
Флаг
Девиз: «чех «Pravda vítězí»

(башҡ. «Хаҡлыҡ тантана итә»

Гимн: «Kde domov můj?»
«Ҡайҙа минең өйөм?»
EU-Czech Republic.svg
Рәсми телдәр чех теле
Баш ҡала Прага[1]
Эре ҡалалар Прага, Брно, Острава, Пльзень
Идара итеү төрө Парламент республикаһы
Президент

Премьер-министр

Милош Земан

Андрей Бабиш

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
115
78 866 км²
2
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

10 505 445 чел. (78)
133 чел./км²
ИЧР  0,865[2] (бик юғары) (27 урын)
Этнохороним чех, чехтар
Валюта
Интернет-домен .cz[d]
Код ISO CZ
МОК коды CZE
Телефон коды +420
Сәғәт бүлкәте UTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2)

Чехия (чех Česko ) / Че́х Республикаһы (чех Česká republika ) — Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. Төньяҡтан Польша, төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыштан Германия, көньяҡтан Австрия, көнсығыштан Словакия менән сикләшә. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 880 км. Баш ҡалаһы — Прага. Хәҙерге Чехия составына тарихи төбәктәр: Богемия (чех Čechy), Моравия (чех Morava) һәм Чех Силезияһы (чех české Slezsko) инә. Ил атамаһы ошо исемдәге халыҡ — чех этнонимынан алынған.

1999 йылдан НАТО ағзаһы, 2004 йылдан Европа берләшмәһенә инә.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдең исеме V быуаттан уҡ билдәле булған славян ҡәбиләһе чехтарҙан барлыҡҡа килгән. Чех этнонимы *čelověkъ и *čelędь кеүек һүҙҙәрендә кесерәйтеп *-xъ формаһынан килә, йәғни «ырыу ағзаһы» тигәнде аңлата[3]. Б.Э. I быуатында был ткрритория «Боигем» (Boiohaemum) — «бойи иле» (бойикельт ырыуы) тип билдәләнгән, ошонан «Богемия» һүҙе килеп сыҡҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чех ерҙәре,Пржемысловичҡа берләшкәс, IX быуат аҙағынан билдәле. Козьмы Пражскийҙың «Чех хроникаһы»нда: «Христос Рождествоһының 894 йылы. Изге христан диненең беренсе кенәзе Борживой суҡындырылды». Был факттың дөрөҫлөгө бәхәстәр тыуҙыра.[5] Чехия Короллеге бик көслө булған, әммә дини конфликттар (XV быуатта гудситле һуғыш һәм XVII быуатта Утыҙ йыллыҡ һуғыш) уны хәлһеҙләндергән. Һуңыраҡ ул Габсбургтар йоғонтоһона эләккән һәм, Богемия, Моравия һәм Силезия коронлы ерҙәре Австро-Венгрияның бер өлөшө булған.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Чехия, Словакия һәм Подкарпат Русь дәүләттәре 1918 йылда Чехословакия бойондороҡһоҙ республикаһына берләшә. Был илдә ҙур ғына немец этник аҙ һынла халыҡтары йәшәй. Германия 1938 йылдағы Мюнхен килешеүе буйынса Судет өлкәһен аннексиялауға өлгәшә, был Чехословакияны таратыуға сәбәпсе була, Словакия айырылып сыға. Ҡалған Чехия дәүләте Германия тарафынан оккупацияланы һәм Богемия һәм Моравия протектораты тип атала башлай.

1945 йылдың майында Прагала Прага ихтилалы була. 6 майҙа иртән генерал-майор Буняченко етәкселегендәге Рәсәй халыҡтары азат итеү комитеты ның 1-се дивизияһының алдынғы частары генерал-майор Збраслава менән Радотин янында алыш башлай, һуңынан дивизия ҡалаға инә, Праганың көньяҡ һәм көнбайыш өлөшө алына.[6] 1945 йылдың 9 майында төнгө сәғәт 3-тә 3-сө гвардия һәм 4-се гвардия танк армияһы Прагаға инә.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Чехословакия совет йоғонтоһона инә һәм социалистик ил (ЧССР) булып китә. 1968 йылда Варшава килешеүе ғәскәрҙәре Александр Дубчектың етәкселегендә партия идараһын либераллау һәм "кеше йөҙлө социализм" булдырыу нийәтен баҫтыра. 1989 йылда Чехословакия бәрхәт революция һөҙөмтәһендә социалистик үҫеш юлынан тайпыла. 1993 йылдың 1 ғинуарында ил бойондороҡһоҙ Чехияны һәм Словакияға ("бәрхәт айырылышыу") бүленә.

Чехия 1999 йылда НАТО һәм 2004 йылда Европа союзына инә. Европа Ҡораллы Көстәренә ингәс тә, Чехия менән Шенген килешеүенә ҡул ҡуйыла, һәм 2007 йылдың 21 декабренән Чехияның ер сигендә сик буйы контроль бөтөрөлә. 2008 йылдың 31 мартында тикшереү шенген килешеү илдәренән килгән авиарейстарҙа ла туҡтатыла. 2009 йылдың 1 ғинуарынан 6 ай дауамында (2009 йылдың 1 июненә тиклем) Чехия Европа союзы Советы рәйесе була.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чех республикаһы — суверенлы, демократик дәүләт. Илдең бөгөнгө конституцияһы, 1992 йылдың 16 декабрендә ҡабул ителеп, 1993 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән. Дәүләт етәксеһе — президент, ул парламенттың ике палатаһы тарафыннан 5 йылға һайлана. Закон сығарыу органы — депутаттар палатаһы һәм Сенаттан торған парламент. Башҡарма хакимиәт органы — президент тәғәйенләгән хөкүмәт.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чехия территорияһы 78,9 мең квадрат километр тәшкил итә, көнсығыш менән көнбайышҡа табан оҙонлоғо - 493 км, ә төньяҡта 278 км тәшкил итә. Чехия ландшафты бик төрлө. Көнбайыш өлөшө (Богемия) Лаб (Эльба) һәм Влтава (Молдау) йылғалары бассейндарында ята. Ҙур булмаған тауҙар менән уратып алынған. Был тауһа илдең иң юғары нөктәһе - Снежка түбәһе, бейеклеге - 1603 метр. Моравия, көнсығыш өлөшө, Бында шулай уҡ ҡалҡыулыҡ етерлек һәм башлыса Моравия йылғаһы бассейны урынлашҡан. Моравияла шулай уҡ Одер йылғаһы башлана.

Диңгеҙгә сығыу юлы булмаған Чехияның йылғалар өс диңгеҙгә ҡоя: Төньяҡ, Балтика һәм Ҡара диңгеҙ.

Климаты — уртаса, йылы йәйле һәм һалҡын, дымлы, болотло ҡышлы. Ҡатнаш континенталь һәм диңгеҙ йоғонтоһо менән билдәләнә. Йәйгеһен Чехияла һауа торошо тотороҡло һәм аяҙ, сөнки Чехияны бөтә периметры буйынса уратып алған тауҙар елгә үтеп инергә мөмкинлек бирмәй[7]. Ҡышын тауҙарҙа ҡар күп була, был бер нисә саңғы курорттары эштәргә мөмкинлек бирә.[8]

Экономика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Škoda 7Ev

Чехия - индустриаль ил. Төп тармаҡтар - яғыулыҡ-энергетика, металлургия, машиналар эшләү, химия, еңел һәм аҙыҡ-түлек тармағы[9]..

Бөтә посткоммунистик дәүләттәр араһында Чехия тотороҡло һәм уңышлы иҡтисади системаларҙың береһенә эйә. Уның нигеҙе - сәнәғәт (машиналар эшләү, электр техникаһы һәм электроника, химия, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ҡара металлургия) һәм хеҙмәттәр өлкәһе. Ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ тау сеймалын табыу сәнәғәте өлөшө ҙур түгел һәм кәмеүен дауам итә.

1989 йылда социализм емерелгәндән һүң Чехия ЧССР-ҙың иҡтисад структураһын мираҫ итеп ала. Ситтән килтерелгән сеймалға, ауыр машиналар эшләүенә һәм хәрби сәнәғәткә айырыуса йүнәлтелгән иҡтисад һөҙөмтәле булмай. Етештерелгән тауарҙар ассортименты илдең объектив мөмкинлектәренән күпкә артығыраҡ, был иһә етештереүҙең ваҡ сериялылыҡҡа һәм уның һөҙөмтәлелеген кәметеүгә булышлыҡ иткән. Тышҡы сауҙа Иҡтисади ярҙам советы дириктиваларына ярашлы алып барылған, СССР ихтыяждарына һәм үҫеүсе илдәргә йүнәлтелгән тышҡы сауҙа әллә ни ҙур булмай.

ЧССР тарҡалғанға тиклем (һуңғы йылдарҙа) 1990-1992 йылдарҙа ҡайһы бер принципиаль үҙгәрештәр - күпселек күмәртә һәм ваҡлап һатыу хаҡтарын үҙәкләштерелгән көйләүҙе бөтөрөлә, шәхси эшҡыуарлыҡ индерелә, тышҡы сауҙала монополия бөтөрөлә. XX быуаттың 90-сы йылдарында милекселек мөнәсәбәттәренең мөһим үҙгәрештәре билдәләнде - бәләкәй һәм ҙур хосусилаштырыу, шулай уҡ 1948 йылда коммунистик режим милләләштергән мөлкәтте үҙгәртеп ҡороу. Һөҙөмтәлә илдең эске тулайым продуктында өлөшө 97 проценттан 20 процентҡа тиклем кәмене. Илдең сит ил капиталын асыу сит ил инвестицияларын йәлеп итте, уларҙың кимәле буйынса ил йән башына иҫәптә - Үҙәк һәм Көнсығыш Европала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә бәхәсһеҙ лидер урынын алды. Сәнәғәтте үҙгәртеп ҡороу һәм модернизациялауҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырырға, кәрәкле техник һәм ярҙамсы инфраструктураны үҫтерергә ярҙам итте. Үҙгәрештәр эконимиканы СССР-ҙан Көнбайыш Европаға йүнәлеш бирҙе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Ústava České republiky (чеш.) // Sbírka zákonů — 1992. — ISSN 1211-1244
  2. Human Development Report publisher=United Nations. |accessdate= 2011]}}
  3. Spal J. Původ jména Čech // Naše řeč. — 1953. — Т. 36, № 9—10.
  4. Поспелов, 2002, с. 462
  5. Ҡалып:Книга:Козьма Пражский: Чешская хроника
  6. Александров К. М. Восстание, о котором велели забыть // The New Times : журнал. — 2015. — 17 май (т. 366, № 16).
  7. http://www.novoya.com/weather.html. Дата обращения: 4 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 9 сентябрь 2009 года.
  8. Лыжные курорты и трассы в Чехии (чеш.). www.onthesnow.cz. Дата обращения: 22 март 2020.
  9. Страны мира 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]