Төньяҡ диңгеҙ
Төньяҡ диңгеҙ | |
---|---|
Урынлашыуы | Атлантик океан |
Майҙаны | 750 мең[1] км² |
Күләме | 94 мең [1] км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 6 мең[1] км |
Иң ҙур тәрәнлек | 725[2] м |
Уртаса тәрәнлек | 95[1] м |
Һыу йыйыу майҙаны | 850 мең[1] км² |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Төньяҡ диңгеҙ (элекке исеме — Немец диңгеҙе[3]; франц. Mer du Nord, нем. Nordsee, нидерл. Noordzee, Ҡалып:Lang-fy, ингл. North Sea, норв. Nordsjøen, дан. Nordsøen или Vesterhavet); — бер яҡтан төньяҡ Европа һәм Британия уртауҙары, икенсе яҡтан Ютланд һәм Скандинавия ярымутрауҙары араһында урынлашҡан, Атлантик океандың өлөшө булып торған һай шельф диңгеҙе. Көнсығыштан Норвегия һәм Дания менән, көнбайыштан Британия утрауҙары, көньяҡтан Германия, Нидерланд, Бельгия һәм Франция ярҙары сикләй.
Майҙаны — 750 мең км².[1] Иң тәрән урыны — 725 м.[2] Диңгеҙҙең 2/3 өлөшө тәрәнлеге 100 м-ҙан әҙерәк; көньяҡ өлөшөндә — һайлыҡтар (Доггер-банка һ.б.). Диңгеҙгә ҡойоусы эре йылғалар: Эльба, Везер, Рейн, Темза. Яр буйҙары туңа. Балыҡсылыҡ, нефть һәм тәбиғи газ табыу. Төп порттары: Роттердам, Амстердам, Антверпен, Лондон, Гамбург, Осло, Берген[2].
Диңгеҙ буйындағы һайлыҡ, ҡайһы саҡта Ваттен диңгеҙе булараҡ билдәләнә.
Гидрография һәм гидрология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡ диңгеҙ Атлантик океандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм океандың сиге булып тора. Бик күптән был диңгеҙ бассейны Төньяҡ Европа тигеҙлегенең өлөшө булған, боҙло дәүерҙән һуң Атлантик океан һыуҙары баҫҡан.
Скагеррак боғаҙы менән площадь Төньяҡ диңгеҙ майҙаны 565 мең км²[2]. Уртаса тәрәнлеге 95 м.[1] Иң тәрән урын (шул иҫәптән максималь — 725[2]) Норвегия соҡоронда урынлашҡан..
Тәрән урындар һайлыҡтарға алышыныуы диңгеҙ төбө рельефы өсөн хас, был урындар тип атала. Англия ярындағы Доггер-банка уларҙың иң ҙуры, тәренлеге ни бары 15-30 м. Ҡасандыр бында яҫы таулыҡ булған, хәҙер һыу аҫтында ҡалған урын аҙыҡҡа бай һәм ҡояшта йылына. Был урында балыҡтар өйөрө йыйыла; (голландса dogger «треска тотоу» тигәнде аңлата)[4].
Һыу температураһы февралдә Скагеррак боғаҙында 2 °C һәм төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 7,5 °C. Августа, Төньяҡ-Атлантик ағым тәъҫирендә, (максимум) — 12,5 °C — 18 °C, Балтика сигендә һалҡыныраҡ. Һыуҙың тоҙлолоғо яр буйында 32—34,5 промилль һәм асыҡ диңгеҙҙә 35[1].
Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шотландия ярҙарында төньяҡ олушалар — Атлантика океанының төньяҡ өлөшөндәге утрауҙарҙа оялай, балыҡ менән туҡлана торған ҡара ҡанатлы аҡ аҡ эре ҡоштар тереклек итеүе менән билдәле.
Иҡтисади әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балыҡсылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәй һәм көҙ Төньяҡ биңгеҙҙә балыҡ тотоу мәле башлана. Төньяҡ диңгеҙ балык запастарына бай. Диңгеҙҙә треска, сельд, диңгеҙ ҡыҫалаһы, палтус һәм башҡа балыҡ аулайҙар. Төньяҡ диңгеҙҙә быуаттар дауамында Европаның һәм донъяның иң ҙур балыҡсылыҡ районы Доггер-банка урынлашҡан. Һай урындарҙа балыҡ тотоу сағыштырмаса еңел, ә балыҡсылар ҡай саҡ шул тиклем күп була, улар диңгеҙҙә балыҡ ҡалдырмай тиерлек; шуға бәйле ҡайһы бер дәүләттәр айырым мөҙҙәткә бер нисә балыҡ төрөн тотоуҙы тыйырға мәжбүр була.
Диңгеҙ юлдары һәм порттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йөк ташыу яғынан Төньяҡ диңгеҙҙең әһәмиәте ҙур. Бында Европаны башҡа континенттар менән бәйләй торған төп маршруттар үтә, доньяның диңгеҙ юлдары киҫешә, диңгеҙ порттары аша планетала йөк ташыуҙың 20 % атҡарыла. Норвегия, Дания, Бөйөк Британия, Фарер утрауҙары, Исландия, Нидерланд, Бельгия Төньяҡ диңгеҙ аша паром бәйләнеше менән тоташҡан.
Донъяның эре диңгеҙ порттары: Голландияла Амстердам һәм Роттердам; Бельгияла Антверпен;Германияла Гамбург, Бремен һәм Вильгельмсхафен; Бөйөк Британияла Лондон, Гулль һәм Ньюкасл-апон-Тайн; Норвегияла Осло һәм Берген.
Нефть һәм газлы шельф ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Донъяла мөһим нефть-газлы райондарҙың береһе булған Төньяҡ диңгеҙ ошоға тиклем Норвегия, шулай уҡ Бөйөк Британия, Нидерланд һәм Европа берлегенең тағы ла бер нисә иле өсөн мөһим энергия ресурстары сығанаҡтарының береһе булып ҡала.
Һыу ятҡылыҡтарының һай урындарында ултырма тоҡомдар формалашыуының тәүге стадияһында нефть һәм газдың шельф ятҡылыҡтарын барлыҡҡа килтереү өсөн уңай шарттар хасил була. Төньяҡ диңгеҙ тап шундай урын булып сыға, сөнки уның төбө тотошо менән тип әйтерлек ғәйәт ҙур газ-нефтле провинцияларҙан тора. 150 миллион йылдар элек тәрән булмаған был һыу ятҡылығында хәҙергегә ҡарағанда кислород проценты байтаҡҡа аҙ була, шуға ла әүҙем тупланған органик матдәләрҙең тарҡалыу процесы әкренәйә. Ярашлы температура, баҫым булғанда, шулай уҡ бактерияларҙың әүҙемлеге арҡаһында, органика әкренләп углеводородтар ятҡылығына әүерелә.
Икенсе донъя һуғышынан һуң (ХХ быуаттың 50-се йылдарында) Төньяҡ диңгеҙ шельфендә нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын әүҙем рәүештә эҙләү башлана[5], ә 1960-сы йылдар аҙағында тәүге өмөтлө һөҙөмтәләр алына. 1971 йылда тикшерелгән ятҡылыҡтарҙы файҙаланыу башлана, Норвегияның Экофиск газлы яланы тәүге һәм иң бай ятҡылыҡ булып сыға, алты йылдан һуң 442 километрға һуҙылған газүткәргес буйынса «зәңгәр яғыулыҡ» Эмден ҡалаһына килә башлай. Тиҙҙән норвегтар тағы ла бер нисә эре ятҡылыҡ аса: бына улар — Фригг, Статфьорд, Хеймдалль, Озеберг, Гуллфакс (1970-80-се йылдарҙан уларҙы ла үҙләштерә башлайҙар), шунан һуң Төньяҡ диңгеҙҙәге иң эре Тролль ятҡылығы асыла (ул ярҙан 60 км алыҫлыҡта ята). Быраулау платформһынан ярға эшкәртелмәгән газ оҙатыла, уны таҙарталар һәм 1100 км оҙонлоғондағы торбаүткәргес буйынса Бельгияға һәм Германияға оҙаталар. Ятҡылыҡта туранан-тура газды эшкәртеүҙән баш тартып, газ сығарыу тармағы белгестәре тәүлегенә газ сығарыуҙы 100 млн м³ еткереп кенә ҡалмай, ә платформа эшен автоматик режимға күсерә һәм ярҙан ғына уға идара итә. Норвегия газы Германия, Бельгия, Бөйөк Британия һәм Франциға ике магистраль буйынса оҙатыла, көнсығыш газүткәргестән Германияға газ өс газүткәргес буйлап килеп етә (Норпайп, Европайп һәм Европайп ΙΙ), ә көнбайыш газ үткәргесе Бельгияны (Зепайп) һәм Францияны (Франпайп) газ менән тәьмин итә; Британия утрауҙарына (Вестерлед) тиклем үк газүткәргес һуҙылған. Бөтә системаның дөйөм үткәреү һәләте — көнөнә 286 млн куб. метрҙан ашыу[6].
Шотландия ярҙарында ла бер нисә нефть һәм газ ятҡылығы табылған, беренсеһе — Фортис — ярҙан 180 км алыҫлыҡта ята; хәҙерге ваҡытта диңгеҙ төбөнән һалынған торбаүткәргес аша был ятҡылыҡтың нефте Төньяҡ диңгеҙ ярҙарындағы эре нефть эшкәртеү үҙәгенә әйләнгән Абердинға бара. Төньяҡ диңгеҙҙең көньяҡ өлөшөндә ятҡан Бэктон ҡалаһы киңлегендәге Леман-Банктан башлап асыҡ диңгеҙҙә, иң төньяҡта урынлашҡан төбәккә, мәҫәлән, Оркней утрауҙары киңлегендәге Берил нефтле провинцияһына тиклем нефть сығарыу платформаларының силуэттарын күрергә мөмкин.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Vittorio Barale, Martin Gade. North sea // Remote sensing of the European seas. — Springer, 2008. — P. 8—10. — ISBN 9781402067716.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Vittorio Barale, Martin Gade. North sea // Remote sensing of the European seas. — Springer, 2008. — P. 8—10. — ISBN 9781402067716.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Северное море // Большой энциклопедический словарь. 2000
- ↑ Немецкое море // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Dogger (ингл.). Дата обращения: 17 март 2012. Архивировано 27 май 2012 года.
- ↑ Шкура неубитого медведя // АНАЛИЗ И ПРОГНОЗ. — 1999. — Т. 8.
- ↑ Transport system (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 17 март 2012. Архивировано 27 май 2012 года.