Баҫым

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
баҫым
Үлсәнеш L−1MT−2
Үлсәү берәмеге
СИ Па
СГС дин·см-2
Иҫкәрмәләр
скаляр дәүмәл

Баҫым  — өҫлөккә перпендикуляр тәьҫир иткән көскә тигеҙ булған интенсив физик дәүмәл. Билдәле бер нөктәлә булған баҫым тәьҫир иткән көс менән майҙан сағыштырмаһы булараҡ билдәләнә [1]:

Уртаса баҫым был өҫлөккә тәьҫир итеүсе көстөң майҙанға сағыштырмаһы :

Үлсәү берәмеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара берәмектәр системаһында (СИ) паскаль берәмегендә үлсәнә (урыҫса билдәләмәһе: Па; халыҡ-ара: Pa).Бер паскаль баҫым бер квадрат метрға тәьҫир иткән 1 ньютон көскә тиҙеҙ.

Паскаль менән бер рәттән Рәсәй Федерацияһында баҫымды үлсәүҙең системанан тыш берәмеге сифатында түбәндәге берәмектәр ҡулланыла:[2]: • бар;
• бер квадрат сантиметрға килограмм көс;
миллиметр һыу бағанаһы;
метр һыу бағанаһы;
атмосфера;
миллиметр терегөмөш бағанаһы.

Газдар һәм шыйыҡсаларҙың баҫымын үлсәү манометр, дифманометр, вакуумметр, баҫым датчиктары, атмосфера баҫымы барометрҙарs, артериаль баҫым сфигмоманометрҙарs ярҙамында үлсәнә.

Видеодәрес: баҫым

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ДАВЛЕ́НИЕ / В. Н. Кузнецов // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 217. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
  2. Положение о единицах величин, допускаемых к применению в Российской Федерации. Архивировано 2 ноябрь 2013 года. Утверждено Постановлением Правительства РФ от 31 октября 2009 г. N 879.