Килограмм
Килограмм | |
---|---|
кг, kg | |
Дәүмәл | Масса |
Система | СИ |
Тип | основная |
СИ ҡушылмаһын карағыҙ | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Килогра́мм (башҡортса яҙылышы: кг ; халыҡ ара: kg) — ауырлыҡты үлсәү берәмеге, Халыҡ-ара берәмектәр системаһына (СИ) ҡараған төп ете берәмектең береһе.
Ғәмәлдәге килограмм төшөнсәһе Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә 1901 йылда ҡабул ителгән һәм түбәндәгесә билдәләнә[1][2]:
Килограмм ауырлыҡ берәмеге була, ауырлығы халыҡ ара килограмм өлгөһөнә тигеҙ.
Халыҡ-ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана. Түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән (90 % ағалтын, 10 % иридия) ҡойолған цилиндр эталон булып тора. Башта килограмм ауырлығы итеп 4 °C температурала һәм диңгеҙ кимәлендәгә үрнәк атмосфера баҫымында булған бер куб дециметр (литр) таҙа һыу билдәләнгән.
Ҡабат һәм өлөш берәмектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихи сәбәптәр арҡаһында «килограмм» атамаһы унарлы үлсәү берәмеге булған «кило» ҡушылмаһы менән бирелә. Шуға күрә ҡабат һәм өлөш берәмектәр «грамм» һүҙенә СИ ҡушылмалары өҫтәлеп төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта «грамм» үҙе СИ системаһында өлөш берәмек булып тора.
Мегаграмм (1000 кг) урынына башлыса «тонна» берәмеге ҡулланыла.
Атом бомбалары ҡеүәтен тротил эквивалентында билдәләү өсөн гигаграмм урынына килотонна, ә тераграмм урынына мегатонна ҡулланыла.
Ҡабатлы | Өлөшлө | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
дәүмәл | исеме | билдә | величина | название | билдә | ||
101 г | декаграмм | даг | dag | 10−1 г | дециграмм | дг | dg |
102 г | гектограмм | гг | hg | 10−2 г | сантиграмм | сг | cg |
103 г | килограмм | кг | kg | 10−3 г | миллиграмм | мг | mg |
106 г | мегаграмм | Мг | Mg | 10−6 г | микрограмм | мкг | µg |
109 г | гигаграмм | Гг | Gg | 10−9 г | нанограмм | нг | ng |
1012 г | тераграмм | Тг | Tg | 10−12 г | пикограмм | пг | pg |
1015 г | петаграмм | Пг | Pg | 10−15 г | фемтограмм | фг | fg |
1018 г | эксаграмм | Эг | Eg | 10−18 г | аттограмм | аг | ag |
1021 г | зеттаграмм | Зг | Zg | 10−21 г | зептограмм | зг | zg |
1024 г | йоттаграмм | Иг | Yg | 10−24 г | йоктограмм | иг | yg |
ҡулланыу тәҡдим ителмәй ғәмәлдә һирәк йәки бөтөнләй ҡулланылмай |
Килограмм өлөгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлеге ваҡытта килограмм кеше эшләгән әйбер, ағалтын һәм иридий иретмәһенән торған өлгө, менән билдәләнгән берҙән бер Си берәмеге. Башҡа бөтә берәмектәр төп физик үҙенсәлектәргә һәм ҡанундарға нигеҙләнеп билдәләнә.
XVIII быуатта метрлы үлсәүҙәр системаһын төҙөгәндә килограмм итеп 4 °C температураһында булған 1 дм³ таҙа һыу ауырлығы алынған. Был температурала һыу иң ҙур тығыҙлыҡ сифатына эйә. 1799 йылда килограмм өлгөһө итеп ағалтын гер эшләнә, әммә уның ауырлығы 1 дм³ һыу ауырлығынан 0,028 г күберәк була.
Ғәмәлдәге өлгә 1889 йылда түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән ҡойолған цилиндр итеп эшләнелә[3]. Шул ваҡыттан бирле өлгө Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һауа үтмәҫлек өс ҡат быяла ҡалпаҡ аҫтында һаҡлана. Шулай уҡ халыҡ ара өлөгөнөң теүәл рәсми күсермәләре эшләнә, артабан улар милли килограмм өлгөһе итеп ҡулланыла. Бөтәһе 80-дән ашыу күсермә эшләнгән. Уларҙың икәүһе Рәсәй[3] бирелгән һәм Менделев исемендәге Бөтә Рәсәй метрология ғилми эҙләнеүҙәр институтында һаҡлана. Яҡынса 10 йылға бер тапҡыр милли килограмм өлгөһе халыҡ ара өлөгө менән сағыштырыла. Был сағыштырыуҙар милли өлгөләрҙең теүәллеге 2 мкг тирәһе булыуын күрһәтә. Һаҡлау шарттары бер төрлө булыуы халыҡ ара өлөгөнең теүәллеген шик аҫтына ала. Төрлө сәбәптәр арҡаһында йөҙ йыл эсендә халыҡ ара өлгө 3·10−8 ауырлығын юғалтҡан. Әммә, билдәләмә буйынса халыҡ ара өлөгөнең ауырлығы бер килограммға тигеҙ. Шуға күрә өлөгөнең хаҡ ауырлығы үҙгәреүе килограмм дәүмәле үҙгәреүенә килтерә.
Был етешһеҙлектән ҡотолоу маҡсатында 1999 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 21-сө Генераль конференция ҡарарында милли лабораторияларға ауырлыҡ берәмеген төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйләп камиллаштырырға һәм киләсәктә килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртырға тәҡдим итәлә[4]. Шунан һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер халыҡ ара ойошмалар килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерәләү эше менән булды[5].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Массаны үлсәү берәмлеген билдәләү өсөн һыуҙы ҡулланыу идеяһын инглиз философы Джон Уилкинс 1668 йылда тәҡдим иткән[6][7].
1795 йылдың 7 апрелендә Францияла «ирегән һыу температураһында киңлектәре метрҙың йөҙҙән бер өлөшөнә тигеҙ абсолют таҙа һыу күләме» «грамм» тип ҡабул ителә[8][9]. Шул уҡ ваҡытта бер дициметр (литр) һыуҙың массаһын теүәл билдәләү эше алып барыла[К 1][8].
Сауҙа һәм моммерция, ғәҙәттә, бер грамдан артығыраҡ булған предметтар менән эш итә, массаның һыуҙан яһалған стандартын әйләнештә һәм ҡулланыу һәм һаҡлау уңайһыҙ була. Был берәмекте ғәмәли ҡулланыуға күрһәтмә бирелә. Шуға бәйле рәүештә грамдан мең тапҡыр ауырыраҡ металдан яһалған 1 кг ваҡытлыса масса этолон эшләнә.
Француз химигы Луи Лефёвр-Жино (ингл. Louis Lefèvre-Gineau) һәм итальян натуралисы Джованни Фабброни (ингл. Giovanni Fabbroni) бер нисә йыл тикшереүһәр үткәргәндән һуң һыуҙың иң тотороҡло температураһын билдәләргә ҡарар итәләр. Улар һыуҙың иң ҙур тығыҙлығын 4 °C тип билдәләй[К 2][10].
Улар 1 дм³ һыу максималь тығыҙлығында дүрт йыл элек ҡабул ителгән ваҡытлыса килограмм эталонының 99,9265 % массыһына тигеҙ тип ҡабул итәләр. Ваҡытлыса масса эталоны Антуаном Лавуазье һәм Рене Жюст Гаюи тикшереүҙәренә нигеҙләнеп хаталы билдәләнгән. Ул ваҡытта дистиляцияланған һыу 0 °C градуста в 18 841 гран тарта тип билдәләнгән. Лефёвром-Жино һәм Фабброни яңынан үткәргән эксперименттар 4 °C кубик дицеметр һыу 18 827,15 гран тарта тип күрһәтә.
Ваҡытлыса эталон латундан яһала һәм әкренләп баҡыр тутығы менә ҡаплана, эталондың массаһы үҙгәрергә тейеш түгел һәм был кәрәкмәгән күренеш була. 1799 йылда Лефёвра-Жено һәм Фабброни етәкселегендә химик яҡтан инерт булған көпшәк планинанан килограмм эталоны эшләнә. Ошо ваҡыттан масса эталоны килограмдың төп төшөнсәһе була. Хәҙер был эталон kilogramme des Archives исеме менән билдәле(Ҡалып:Tr-fr)[11].
XIX быуатта массаны үлсәү технологияһы алға китә. Ошо уңайҙан 1875 йылда «Үлсәү һәм үлсәм халыҡ-ара бюроһы»ҙың комиссияһы килограмдың яңы эталонына күсергә планлаштыра. «Килограмдың халыҡ-ара протопибы» тип аталған был эталон платина-иридай ҡатнашмаһынан бейеклеге һәм диаметры 39 мм цилиндр формаһында эшләнә[3] һәм шул ваҡыттан бирле «Халыҡ-ара үлсәү һәм үлсем бюроһы»нда һаҡлана. 1889 йылда килограмм төшөнсәһе халыҡ-ара килограмм пропотибына тиң тип ҡабул итәле[11]; Был төшөнсә 2019 йылға тиклем ғәмәлдә була.
Киләсәк[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2011 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 24-сө Генераль конференция киләсәк Халыҡ ара берәмектәр системаһын (СИ) яңынан ҡарау ваҡытында төп берәмектәр билдәләмәһе төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйле итеп үҙгертергә тип ҡарар[12] итә.
Күҙалланыуынса Планк даими дәүмәлh 6,626 06X·10−34 Джc точно[13] буласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге килограмм билдәләмәһе үҙгәртеләсәк. Килограмм ауырлыҡ берәмеге булып ҡаласаҡ, әммә уның дәүмәле СИ берәмеге м2·кг·с−1 аталған 6,626 06X·10−34 һанына тигеҙ Планк даими дәүмәленә бәйле булсаҡ.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Комментарийҙар
- ↑ . Был дириктива бер литрҙы «метрҙың ундан бер өлөшөнә тигеҙ күб күләмендәге шыйыҡ һәм ҡаты есемдәрҙең күләмен үлсәү берәмеге» тип билдәләй. Текстың төп нөхсәһе: «Litre, la mesure de capacité, tant pour les liquides que pour les matières sèches, dont la contenance sera celle du cube de la dixièrne partie du mètre. (литр как «единицу измерения объёма как для жидкостей, так и для твёрдых тел, которая равна объёму куба [со стороной] в десятую часть метра»)»
- ↑ Современные измерения показывают, что температура, при которой вода имеет наибольшую плотность, составляет 3,984 °C. Однако учёные конца XVIII века использовали значение 4 °C.
- Сығанаҡтар
- ↑ ГОСТ 8.417-2002. 2012 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.Государственная система обеспечения единства измерений. 2012 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.Единицы величин. 2012 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Определение килограмма на сайте Международного бюро мер и весов
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Килограмм / К. П. Широков // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
- ↑ The definition of the kilogram Resolution 7 of the 21st meeting of the CGPM (1999)
- ↑ Каршенбойм С. Г. О переопределении килограмма и ампера в терминах фундаментальных физических констант // УФН. — 2006. — Т. 176, № 9. — С. 975-982.
- ↑ An Essay towards a Real Character and a Philosophical Language (Reproduction) (PDF). Дата обращения: 3 апрель 2011. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ An Essay towards a Real Character and a Philosophical Language (Transcription) (PDF). Дата обращения: 3 апрель 2011. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ 8,0 8,1 Decree on weights and measures (фр.) (7 апрель 1795). — «Gramme, le poids absolu d'un volume d'eau pure égal au cube de la centième partie du mètre, et à la température de la glace fondante.» Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ Gattel C. M. Nouveau Dictionnaire portatif de la Langue Françoise. — 1797. — Vol. 2. — P. 695.
- ↑ L'histoire du mètre, la détermination de l'unité de poids . Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ 11,0 11,1 Richard S. Davis, Pauline Barat and Michael Stock. A brief history of the unit of mass: continuity of successive definitions of the kilogram // Metrologia. — 2016. — Vol. 53. — P. A12–A18. — DOI:10.1088/0026-1394/53/5/A12.
- ↑ On the possible future revision of the International System of Units, the SI. Resolution 1 of the 24th meeting of the CGPM (2011).
- ↑ Здесь Х заменяет одну или более значащих цифр, которые будут определены в окончательном релизе на основании наиболее точных рекомендаций CODATA
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Килограмм-көс
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смирнова Н. А. Единицы измерений массы и веса в Международной системе единиц. — М, 1966.