Дан теле
Дан теле (дан. dansk, dansk sprog) — герман төркөмөнөң төньяҡ герман төркөмсәһенә ҡараған тел. Данияла һәм Фарер Утрауҙарыла дат теле рәсми тел булып һанала. 5,7 миллион тирәһе кеше дат телен туған теле рәүешендә белә.
Хәҙерге дан теле көнбайыш (ютланд, ют), утрауҙағы (Зеландия, Фюн һәм көньяҡ-дат утрауҙары) һәм көнсығыш диалекттарына бүленә. Яҙмаһы — латин әлифбаһы. Грамматик төрө буйынса дат теле флектив-аналитик тел була.
Тарих
Швед теле, Норвег теле, Фарер теле һәм Исланд телдәргә яҡын.
Диалекттар
Дан теле тарихында өс период бар:
- дөйөм скандинав теле (III—IX бб.)
- боронғо дат теле (IX—XVI бб.)
- яңы дат теле (XVI б. башлап), хәҙерге дан теле үҙ эсенә ала (XX б.).
Дан теле ареалы
- Данияла — бөтәһе 5 425 420 кеш.
- Гренландияла — 6,8 мең. кеше (2005)
- Фарер Утрауҙарыла — рәсми теле.
- Германияла — 50 мең. кеш. (Шлезвиг-Гольштейн)[3]
- Швецияла — 42 602 кеш. (2005[4]).
- АҠШ-та — 33 395 кеш.[5]
- Канадала — 5295 кеш., шулай уҡ Австралияла һәм Аргентинала.
Дан-норвег алфавиты
Яҙыу латин алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Хәҙерге дат алфавиты 29 хәрефтән тора.
| хәреф | дан исеме |
дан уҡыу |
норвег исеме |
норвег уҡыу |
|---|---|---|---|---|
| Aa | a | /æːˀ/ | a | /ɑː/ |
| Bb | be | /b̥eːˀ/ | be | /beː/ |
| Cc | se | /sʰeːˀ/ | se | /seː/ |
| Dd | de | /d̥eːˀ/ | de | /deː/ |
| Ee | e | /eːˀ/ | e | /eː/ |
| Ff | æf | /ef/ | eff | /ɛf/ |
| Gg | ge | /ɡ̊eːˀ/ | ge | /ɡeː/ |
| Hh | hå | /hɔːˀ/ | hå | /hɔː/ |
| Ii | i | /iˀ/ | i | /i/ |
| Jj | jåd | /jʌð/ | je/jådd | /jeː/, /jɔd/ |
| Kk | kå | /kʰɔːˀ/ | kå | /kʰɔː/ |
| Ll | æl | /el/ | ell | /ɛl/ |
| Mm | æm | /em/ | em | /ɛm/ |
| Nn | æn | /en/ | enn | /ɛn/ |
| Oo | o | /oːˀ/ | o | /uː/ |
| Pp | pe | /pʰeːˀ/ | pe | /pʰeː/ |
| ku | /kʰuːˀ/ | ku | /kʰʉː/ | |
| Rr | ær | /æːɐ/ | ærr | /ɛr/, вост.-норв. /ɛχ/ |
| Ss | æs | /esʰ/ | ess | /ɛs/ |
| Tt | te | /tˢeːˀ/ | te | /tʰeː/ |
| Uu | u | /uːˀ/ | u | /ʉː/ |
| Vv | ve | /ʋeːˀ/ | ve | /veː/ |
| Ww | dobbelt-ve | /dʌb̥əlʋeːˀ/ | dåbbelt-ve | /dʉbːɽtʰveː/ |
| Xx | æks | /eɡ̊sʰ/ | eks | /ɛkʰs/ |
| Yy | y | /yːˀ/ | y | /yː/ |
| Zz | sæt | /sʰeð/ | sett | /sɛʰtː/ |
| Ææ | æ | /ɛːˀ/ | æ | /ɛː/ |
| Øø | ø | /œːˀ/ | ø | /øː/ |
| Åå | å | /ɔːˀ/ | å | /ɔː/ |
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.ethnologue.com/18/language/dan/
- ↑ https://www.ethnologue.com/language/dan
- ↑ National minorities 2007 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған. сайтта Германия Сит ил эштәре министрлығы
- ↑ Шведская статистика (швед.)
- ↑ The 2000 American census
Сығанаҡтар
- Коллекция полезных ссылок для изучающих датский язык 2010 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
- Скандинавские языки // Литературная энциклопедия
- Проблемы межскандинавского языкового общения 2013 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
- О датском языке на сайте Dansk.Ru — История и культура Дании 2014 йылдың 29 июль көнөндә архивланған.
Был — тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.