Социализм

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Социализм
Red flag waving.svg
Идеялар
Анархизм
Йәмәғәт милке
Ҡатнаш иҡтисад
Демократия
Йоғонто
Марксизм
Эгалитаризм
Планлы иҡтисад

[ҡалып]

Социали́зм — социаль ғәҙеллек, ирек һәм бойондороҡһоҙлоҡ, социаль тигеҙлек принциптарын тормошҡа ашырыуҙы үҙенең маҡсаты һәм идеалы итеп ҡуйған тәғлимәт (доктрина). «Социализм» төшөнсәһе бер үк ваҡытта ошо принциптарҙы тормошҡа ашырған ижтимағи ҡоролошто ла аңлата[1]. Бының өсөн социализм үҙе алдына глобаль бурыс ҡуя: бар булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, капитализмды ҡолатыу һәм яҡын киләсәктә кешелектең ал тарихын тамамлаусы һәм бар яҡтан камил булған йәмғиәт төҙөү[2]. Британник энциклопедияһында билдәләнеүенсә, социализм — ул йәмәғәт милкенә йәки милек һәм тәбиғи байлыҡтарға йәмәғәт контроленә саҡырған ижтимағи-иҡтисад доктринаһы[3]; милекте дөйөмләштереү (йәмәғәт милкенә әйләндереү), ғөмүмән алғанда, социализмдың иң мөһим билдәләренең береһе итеп ҡарала[4].

«Социализм» төшөнсәһен тәүгеләрҙән булып 1834 йылда үҙенең «Индивидуализм һәм социализм» хеҙмәтендә француз философы Пьер Леру (7.07.1979—2.04.1871) ҡуллана[5][6][7].

Ғилми билдәләмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисадсы һәм тарихсы Михаил Туган-Барановский яҙғанса, «социализм» атамаһы авторҙары үҙҙәренең был билдәләмәһе менән быға тиклем өҫтөнлөк иткән һәм шәхси эшҡыуарлыҡтың сикләнмәгән иркен хужалыҡ ҡоролошо идеалы итеп һанаған иҡтисади йүнәлешкә ҡапма-ҡаршы булған һәм йәмәғәт хеҙмәттәшлеге мөһимлеген алға ҡуйған яңы ижтимағи йүнәлеште тасуирларға, характерларға уйлаған. Шулай итеп, социализм айырым шәхес мәнфәғәтен йәмғиәт һәм коллектив мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуйыусы индивидуаллеккә (урыҫса индивидуализмға) ҡаршы ҡуйылған[8].

Социализмдың философик фекер һәм ҡараштары нигеҙендә сәйәси идеология булдырыла, һәм ул түбәндәге үҙенсәлектәр хас булған йәмғиәт төҙөүҙе үҙенең маҡсаты итеп күрә:

  • кешене кеше тарафынан иҙеү һәм ҡыҫып-яфалау юҡ;
  • социаль ғәҙеллек һәм тигеҙлек раҫланған;
  • хеҙмәт кешеһенә бар яҡтан ихтирам, эшселәр синыфы йәмғиәттең алдынғы синыфы.
  • халыҡтың социаль яҡтан көсһөҙ ҡатламынан сығыусыларға илдең бер төркөм иң яҡшы вәкилдәренән торған сәйәси, хәрби, фәнни һәм мәҙәни элитаға үрләү өсөн киң мөмкинлектәр асыла.
  • коллектив ҡиммәттәрҙең шәхси ҡиммәттәрҙән өҫтөнлөгө раҫланған.
  • пролетар интернационализм нигеҙендә милләттәрҙең һәм уларҙың мәҙәниәтенең тигеҙлеге гарантиялана.

В. И. Ленин буйынса, «социализм — ул бар халыҡ файҙаһына йүнәлтелгән һәм шуның өсөн дә капиталистик булыуҙан туҡтап, дәүләт-капиталистикка әйләнгән монополия»[9].

Социализм идеяларының тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хосуси милекселектән баш тартыу һәм уртаҡ бүлеү нигеҙендәге йәмәғәт ҡоролошо хаҡындағы идеялар кешелек тарихының бар дауамында йәшәп килгән[10]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, барлыҡ был тәғлимәттәрҙең дөйөм бер үҙәге — улар үҙ заманының тормош ҡоролошон тулыһынса инҡар итә, уны емерергә саҡыра, замандың барлыҡ төп проблемаларын хәл ителәсәк ғәҙелерәк ижтимағи ҡоролошто һүрәтләй һәм уға барыуҙың конкрет юлдарын күрһәтә[11][Прим. 1].

Антика осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тәүге социализм идеялары Боронғо Греция философы Платондың «Дәүләт» һәм «Ҡанундар» исемле хеҙмәттәрендә (диалогтарында) урын ала. Платон буйынса, өлгөлө (идеаль) дәүләттең төп күрһәткесе — ғәҙеллек.
  • Социализм идеялары шулай уҡ б.э.т. IV быуатта Афинала ла таралыу таба. Уларҙың йөкмәткеһе кинәйәле (аллегорик) алым менән Аристофандың «Ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ йыйылышында» (икенсе исеме «Закон сығарыусылар», урыҫса «Женщины в народном собрании», «Законодательницы») комедяһында әйтеп бирелгән[12]:

  Утверждаю: все сделаться общим должно и во всем
     пусть участвует каждый.
     <...>
     Мы общественной сделаем землю,
     Всю для всех, все плоды, что растут на земле, все чем
     собственник каждый владеет.

Утопистар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Социализм идеялары тәүге коммунист-утопистар Томас Мор (1478—1535) һәм Томмазо Кампанелла (1568—1639) хеҙмәттәрендә лә сағылыш таба. Мәҫәлән, Томас Мор һүрәтләгән Утопия утрауында хосуси милекселек һәм аҡса әйләнеше юҡ һәм тулы тигеҙлек хөкөм һөрә. Йәмғиәт нигеҙен ғаилә һәм хеҙмәт коллективы тәшкил итә. Хеҙмәт барыһы өсөн дә мотлаҡ. Шәхси инстинкттарҙың үҫеүен булдырмау өсөн ғаиләләр даими рәүештә йорттары менән алмаша.

Яңы ваҡыт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Европала социалистик проекттарҙың киң таралыуы XIX быуат башына тура килә, һәм был туранан-тура Анри Сен-Симон, Шарль Фурье, Роберт Оуэн исемдәре менән бәйле.

Карл Маркс буйынса социализм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карл Маркс
  • «Беҙ үҙенең нигеҙендә үҫешкән коммунистик йәмғиәт менән түгел, ә яңы ғына капиталистик йәмғиәттән сыҡҡаны менән эш итәбеҙ. Шуға ла ул бар яҡтан да, иҡтисади, рухи һәм аҡыл яғынан да үҙе сыҡҡан иҫке йәмғиәт ҡалдыҡтарын һаҡлай әле». (Карл Маркс, «Критика Готской программы»).
  • Владимир Ленин — «Капиталистик йәмғиәт эсенән яңы ғына сыҡҡан һәм бар яҡлап та иҫке иҫке йәмғиәт ҡалдыҡтарын һаҡлаған бына ошо коммунистик йәмғиәтте Маркс коммунистик йәмғиәттең „беренсе“ йәки түбән фазаһы тип атай ҙа инде».(Владимир Ленин, «Государство и революция»).
  • Хеҙмәт һөҙөмтәһе һәр шәхси етештереүсе күпме (хеҙмәт (өлөшө) пайы) хеҙмәт көнө сарыф итеүгә ҡарап бүленә. Принцип: «Һәр кемдән һәләтенә ҡарап! Һәр кемгә ихтыяжы буйынса!».
  • Кеше мөлкәтенә шәхси ҡулланыу әйберҙәренән башҡа бер нәмә лә күсә алмай.

Капитализмдан айырмалы рәүештә, етештереү сараларына хосуси милек, башҡа индивидтар етештергән продуктты алып һатыу (спекуляция — алыпһатарлыҡ), эшҡыуарлыҡ тыйыла.

"Коммунистар партияһы манифесы"нда социализмды индереү өсөн Маркс түбәндәге сараларҙы тәҡдим итә:

  • Ергә хоҡуҡты тартып алыу (урыҫса экспроприация земельной собственности) һәм ерҙән алынған килемде (рентаны) дәүләт сығымдарын ҡаплауға йүнәлтеү.
  • Юғары үҫә барған (прогрессив) һалым.
  • Мираҫ итеү хоҡуғын бөтөрөү.
  • Барлыҡ эмигранттарҙың һәм боласыларҙың мөлкәтен көсләп дәүләткә тартып алыу (конфискация).
  • Дәүләт капиталына һәм сикләнмәгән хоҡуҡҡа эйә булған милли банк ярҙамында кредит биреүҙе дәүләт ҡулында үҙәкләштереү.
  • Барлыҡ транспортты дәүләт ҡулында үҙәкләштереү.
  • Дәүләт фабрикалары һәм етештереү ҡоралдарын арттырыу, һөрөү өсөн ерҙәр таҙартыу һәм дөйөм планда ерҙәрҙе яҡшыртыу.
  • Хеҙмәттең барыһы өсөн дә мотлаҡ булыуы, сәнәғәт армиялары (бигерәк тә игенселек өсөн) ойоштороу.
  • Игенселекте сәнәғәт менән берләштереү, ҡала менән ауыл араһындағы айырымлыҡтарҙы аҡрынлап бөтөрөүгә булышлыҡ итеү.
  • Барлыҡ балалар өсөн йәмәғәт һәм буш тәрбиә. Балаларҙың хәҙерге формалағы фабрика хеҙмәтен бөтөрөү. Тәрбиәне матди етештереү менән бәйләп ойоштороу һ.б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аңлатмалар
  1. Дини әҙәбиәттә бындай ҡараштарҙы хилиазм тип атап йөрөтәләр
Төшөрмәләр

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]