Натрий хлориды

Натрий хлориды йәки хлорлы натрий (NaCl) — тоҙ кислотаһының натрий тоҙо. Көнкүрештә аш тоҙо исеме менән билдәле, уның төп компоненты булып тора. Диңгеҙ һыуында күп миҡдарҙа натрий хлориды бар. Тәбиғәттә минерал галит (таш тоҙ) рәүешендә осрай . Таҙа натрий хлориды төҫһөҙ кристалл булып тора, әммә төрлө ҡушылмалар менән уның төҫө зәңгәр, шәмәхә, алһыу, һары йәки һоро төҫмөрҙәр ала.

undefined

Тәбиғәттә таралыуы һәм етештереү

Тәбиғәттә натрий хлориды минералы галит рәүешендә осрай, ул ултырма тау тоҡомдары араһында таш тоҙ ятҡылыҡтарын, тоҙло күлдәр һәм лиман ярҙарындағы ҡатламдарҙы һәм линзаларҙы, тоҙло күлдәрҙә һәм вулкан кратерҙары стеналарында һәм сольфаттарҙа тоҙ ҡатламдырын барлыҡҡа килтерә. Диңгеҙ һыуында бик күп натрий хлориды эрегән. Донъя океанында 4 × 1015 тонна NaCl бар. Диңгеҙ һыуының парға әйләнеүе һөҙөмтәһендә NaCl эҙҙәре атмосферала даими һаҡлана. Бер ярым километр бейеклектәге болоттарҙа 10 мкм ҙурлыҡтағы тамсыларҙың 30 процентында NaCl бар. Шулай уҡ ул ҡар кристалдарында табылған[2].

Кеше тоҙ менән тәүге тапҡыр йылы диңгеҙҙәрҙәге лагуналарҙа йәки тоҙло күлдәрҙә танышыуы ихтимал, сөнки унда тоҙло һыу юғары температура һәм ел тәьҫирендә парға әйләнә, ә ултырмаларҙа тоҙ туплана. Пифагорҙың образлы һүҙҙәре буйынса, «"тоҙ" затлы ата-әсәләрҙән: ҡояштан һәм диңгеҙҙән тыуған»[3].

Галит

Тәбиғәттә натрий хлориды ғәҙәттә галит минералы рәүешендә осрай. Ул гранецентрирланған кубик рәшәткәле һәм составында 39,34 % Na, 60,66 % Cl. Ҡатнашмалар составына ингән башҡа химик элементтар: Br, N, H, Mn, Cu, Ga, As, I, Ag, Ba, Tl, Pb, K, Ca, S, O. Тығыҙлығы 2,1—2,2 г/см³, ә Моос шкалаһы буйынса ҡатылығы — 2. Быяла кеүек ялтыр төҫһөҙ үтә күренмәле минерал. Тоҙло ҡатламдарҙың киң таралған минералы. Ябыҡ һыу ятҡылыҡтарында ултырма тоҡом булараҡ, шулай уҡ вулкан кратерҙары стеналарында ҡыуыу процессы продукты булараҡ барлыҡҡа килә. Лагуна һәм диңгеҙ фацияларының ултырма тоҡомдарында ҡатламдар, тоҙ көмбәҙҙәрендә штокка оҡшаш есемдәр һәм башҡалар барлыҡҡа килтерә[4].

Таш тоҙ

Таш тоҙ тип 90% галиттан торған эвапорит төркөмөндәге ултырма тау тоҡомо атала. Ғәлитте йыш ҡына таш тоҙ тип тә атайҙар. Был ултырма тау тоҡомо төҫһөҙ йәки аҡ ҡарлы булырға мөмкин, әммә йыш ҡына ул балсыҡ, талька (һоро төҫ), тимер оксидтары һәм гидроксидтары (һары, ҡыҙғылт һары, алһыу, ҡыҙыл), битум (көрән) ҡушылмалары менән буялған. Таш тоҙҙа натрий, калий, магний һәм кальций хлоридтары һәм сульфаттары, бромидтар, иодидтар, бораттар, гипс, карбонатлы-балсыҡлы материал ҡушылмалары, доломит, анкерит, магнезит, битумдар һәм башҡалар бар[4].

Ятҡылыҡтарҙың барлыҡҡа килеү шарттары буйынса таш тоҙ түбәндәге төрҙәргә бүленә[4]:

  • хәҙерге тоҙ бассейндарының тоҙҙары
  • тоҙло ер аҫты һыуҙары
  • хәҙерге тоҙ бассейндарының минераль тоҙҙары ятҡылыҡтары
  • ҡаҙылма ятҡылыҡтар (сәнәғәт өсөн мөһим).

Диңгеҙ тоҙо

Диңгеҙ тоҙо - диңгеҙ һыуы тулыһынса парға әйләнгәндә барлыҡҡа килгән тоҙҙар (хлоридтар, карбонаттар, сульфаттар һ. б.) ҡатнашмаһы. Диңгеҙ һыуындағы тоҙҙарҙың уртаса миҡдары:

Ҡушылма Масс. өлөшө, %
NaCl 77,8
MgCl2 10,9
MgSO4 4,7
KCl 2,5
K2SO4 2,5
CaCO3 0,3
Ca(HCO3)2 0,3
другие соли 0,2
undefined

Диңгеҙ һыуы парға әйләнгәндә +20 °C-тан +35 °C-ҡа тиклем температурала иң тәүҙә иң аҙ эрей торған тоҙҙар - кальций һәм магний карбонаттары һәм кальций сульфаты кристаллаша. Артабан эрей торған натрий һәм магний сульфаттары, натрий, калий һәм магний хлоридтары, иң аҙаҡ калий һәм магний сульфаттары ултыра.

Тоҙҙарҙың кристаллашыу эҙмә-эҙлелеге һәм ултырма составы температураға, парланыу тиҙлегенә һәм башҡа шарттарға бәйле бер аҙ үҙгәрергә мөмкин. Сәнәғәттә диңгеҙ тоҙон диңгеҙ һыуынан, башлыса ғәҙәти парға әйләндереү ысулы менән алалар. Ул таш тоҙҙан башҡа химик тоҙҙар, минералдар һәм төрлө микроэлементтар, тәү сиратта йод, калий, магний һәм марганецтың байтаҡҡа күберәк булыуы менән айырылып тора. Тимәк, ул натрий хлоридынан айырылып тора һәм уның тәме әсе тоҙло, уға магний тоҙҙары ҡушыла. Ул медицинала ҡулланыла: псориаз кеүек тире ауырыуҙарын дауалауҙа. Дарыухана һәм ғәҙәти сауҙа селтәрендә дауалау матдәһе булараҡ, Үле диңгеҙ тоҙо таралған продукт булып тора. Таҙартылған килеш был тоҙ аҙыҡ-түлек сауҙа селтәрендә натураль һәм йодҡа байытып тәҡдим ителә[5].

Етештереү

Боронғо заманда тоҙ сығарыу технологияһы тоҙ рапаһын (эретмәһен) шахталарҙан аттар менән сығарғандар, улар «ҡоҙоҡтар» йәки «тәҙрәләр» тип аталған, һәм улар —60 —90 м тәрәнлектә булған. Алынған тоҙ иретмәһен махсус резервуарға ( —творило) ҡоялар, унан ул тишек аша аҫҡы резервуарға ағып төшә һәм ағас башняларға бирелә. Унда уны ҙур һауыттарға ҡойоп, тоҙ ҡайнаталар.

Русьта поморҙар Аҡ диңгеҙ буйында тоҙ ҡайнатып, уны морянка тип атай. 1137 йылда Новгород кенәзе Святослав тоҙ варницаларына һалым билдәләй[6]:

« …на мори от чрена и от салгы по пузу[7] »

XX быуат башына тиклем бөтә Рәсәй империяһы буйлап "морянка" тип аталған Аҡ диңгеҙ тоҙо менән сауҙа итәләр, тик уны арзаныраҡ Волга буйы тоҙо ҡыҫырыҡлап сығара.

Хәҙерге заман натрий хлориды сығарыу механизацияланған һәм автоматлаштырылған. Тоҙ диңгеҙ һыуын парға әйләндереп (ул саҡта уны диңгеҙ тоҙо тип атайҙар) йәки тоҙ сығанаҡтары һәм тоҙло күлдәр, шулай уҡ тоҙ шахталары һәм таш тоҙ сығарыу менән күпләп сығарыла.

Диңгеҙ һыуынан натрий хлориды алыу өсөн һауаның дымлылығы түбән булған эҫе климат шарттары, диңгеҙ кимәленән түбән ятҡан йәки ташҡын менән һыу баҫҡан ҙур уйһыулыҡтар, парға әйләнеүсе бассейндарҙа тупраҡтың һыу үткәреүсәнлеге түбән, парға әйләнеү миҙгелендә яуым-төшөм аҙ, сөсө йылға һыуҙарының йоғонтоһо юҡ һәм үҫешкән транспорт инфраструктураһы кәрәк.

2009 йылда донъяла тоҙ етештереү 260 миллион тонна баһалана. Донъяның иң эре етештереүселәре булып Ҡытай (60,0 млн тонна), АҠШ (46,0 млн тонна), Германия (16,5 млн тонна), Һиндостан (15,8 млн тонна) һәм Канада (14 млн тонна) тора[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Натрия хлорид на сайте Национального института стандартов и технологии США (ингл. National Institute of Standards and Technology(инг.)
  2. Некрасов_Т2, 1973, pp. 218
  3. Пифагор. Золотой канон. Фигуры эзотерики. — М.: Изд-во Эксмо, 2003. — 448 с. (Антология мудрости)
  4. 1 2 3 Ҡалып:МГЕ
  5. УНИАН: Морская соль для красоты и здоровья кожи
  6. Российское законодательство Х—XX веков. Законодательство Древней Руси. Т. 1. М., 1984. С. 224—225.
  7. В переводе с поморской «говори» слово чрен (црен) означает четырёхугольный ящик, кованный из листового железа, а салга — котёл, в котором варили соль. Пузом в беломорских солеварнях называли мешок соли в два четверика, то есть, объёмом около 52 литров.
  8. Соль (PDF), Геологический обзор США на сайте Программы минеральных ресурсов (инг.)