Рейн

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рейн
нем. Rhein, фр. Rhin, нидерл. Rijn
Вид на Лорелей — скалу, образующую самое узкое и опасное место в среднем течении Рейна.
Вид на Лорелей — скалу, образующую самое узкое и опасное место в среднем течении Рейна.
Характеристика
Оҙонлоғо 1233 км
Бассейн 185 000 км²
Һыу сығымы 2200 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Тома
 · Урынлашыуы Альптар
 · Бейеклеге 2412 м
 · Координаталар 46°37′57″ с. ш. 8°40′29″ в. д.HGЯO
Тамағы Төньяҡ диңгеҙе
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 51°47′47″ с. ш. 3°50′54″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 1,96 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Төньяҡ диңгеҙе

Илдәр Швейцария Швейцария, Лихтенштейн Лихтенштейн, Австрия Австрия, Германия Германия, Франция Франция, Нидерланд Нидерланд
Рейн (Көнбайыш Европа)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Рейн Викимилектә

Рейн (нем. Rhein [ʀaɪ̯n], франц. Rhin [ʀɛ̃], нидерл. Rijn [rɛi̯n], өҫкө ағымында Тәүге Рейн) — Көнбайыш Европалағы ҙур йылға Төньяҡ диңгеҙенә ҡоя. Алты дәүләт биләмәһенән ағып үтә: Швейцария, Лихтенштейн, Австрия, Германия, Франция, Нидерланд.

Йылғаның оҙонлоғо 1233 км[1]. 2412 м бейеклектән Альп тауҙарынан баш ала. Бассейн майҙаны яҡынса 185 мең км².

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылғының атамаһын боронғо герман телендәге *Rīnaz һүҙе менән бәйләйҙәр. Немец, нидерланд, инглиз телдәрендәге йылға исемдәре ҡушыла. Франк теле аша француз һәм испан телдәрендәге йылға исеме алынған. Һинд-европа телендә йылға исеме *Reynos, тамыры *rey- «ағырға, йүгерергә»[2], инглиссә run, river, русса река, рой, ринуться, реять. Кельтс/гал телдәрендәге йылға исеме һинд-европа һәм герман сығанаҡтарынан барлыҡҡа килгән. Гидронимды йыш ҡына Италиялағы Рено йылғаһы исеме менән сағыштыралар[3]. Латин телендәге Rhēnus һәм боронғо грек телендәге Ρήνος (Rhēnos) кельт формаһынан алынған, сөки кельт теленә хас булған -ei- → -ē- үҙгәреше бар.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рейн йылғаһы бассейны

Альп тауҙарында баш ала, Боден күле, Юра һәм Шварцвальд тауҙары аша аға, артабан Юғары Рейн уйһыулығында ағымын дауам итә. Урта ағымы Рейн Сланец тауҙарында, түбәнге ағымы Урта Европа тигеҙлегенең Түбәнге Рейн уйһыулығында аға. Түбәнге ағымында йылға дамбалар менән буйылған. Ҡатмарлы дельта барлыҡҡа килтереп Төньяҡ диңгеҙгә ҡоя.

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡушылдыҡтары: Неккар, Майн, Вуппер, Иттер, Дюссель, Рур, Илль (уң яҡтан); Аре, Мозель (һул яҡтан). Дельтаның һул яғына Маас йылғаһы ҡушыла. Юғары өлөшөндө — яҙын-йәйен ташҡындар була, урта һәм түбәнге өлөшө йыл әйләнеһенә тулы һыулы. Уртаса һыу сығымы 2500 м³/с, йыллыҡ ағымы яҡынса 80 км³. Рейндың юғары ағымында, Швейцарияның Шфхаузен кантонында, Нойхаузен ҡалаһы янында, Рейн шарлауында урынлашҡан. Исландиялағы Деттифосс һыу алыу менән бер рәттән, Рейн шарлауығы Европала иң ҙур һыу ятҡылығы булып тора. Рейн шарлауығының бейеклеге — 23 метр, киңлеге — 159 м[4]. Базель ҡалаһынан Боден күленә тиклем 953 км йылға суднолар йөрөгә яраҡлы. Рейн — Көнбайыш Европаның туңмай торған мөһим транспорт магистрале. Рейн йылғаһы бассейнының дөйөм суднолар йөрөшлө оҙонлоғо 3450 км.

Рейн каналдар менән Рона, Марна, Везер, Эльба йылғаларына тоташҡан.

Рейн буйындағы ҡалалар: Арнем (Нидерланды), Дюссельдорф, Кёльн, Бонн, Висбаден, Майнц, Мангейм, Вормс, Карлсруэ, Кобленц, Леверкузен, Нойс, Крефельд, Дуйсбург, Людвигсхафен-на-Рейне (Германия), Страсбург (Франция), Базель (Швейцария), Вадуц (Лихтенштейн).

Рейн йылғыһында утрауҙар: Альтена.

Оҙонлоғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рейн Европала иң оҙон йылғаларҙың береһе булып тора. 1932 йылға тиклем Рейн йылғаһының оҙонлоғо 1230 км (764 миль) тип иҫәпләгәндәр. Әммә 1932 йылда немец энциклопедияһы Lexikon Knaurs 1320 километр оҙонлоғонда (820 миль) тип хата ебәргән. Был хата Брокгауз абруйлы энциклопедияһында ла баҫылып сыҡҡан һәм дөйөм ҡабул ителгән, артабан бихисап дәреслектәрҙә һәм рәсми баҫмаларҙа сағылыш тапҡан. Хата 2010 йылда табылған[5][6].

Экология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1986 йылдың 1 ноябрендә Европала иң ҙур экологик һәләкәттәрҙең береһе — Швейцарияның Базелала үткән «Sandoz» фирмаһының химия заводында 30 тонна пестицидтар, терегөмөш һәм башҡа ауыл хужалығы химикаттары йылғаға аға. Рейн ҡыҙыл төҫкә керә, йылға районында йәшәүселәргә өйҙән сығыу тыйыла, ФРГ-ның ҡайһы бер ҡалаларында һыу үткәргестәр ябыла. 10 көн дауамында бысраҡ һыу Төньяҡ диңгеҙгә етә. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер баһалар буйынса ярты миллион балыҡ һәләк булә, ҡайһы бер төрҙәре тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Йәмәғәтселектең әүҙем реакцияһынан һуң 1987 йылда 2000 йылға тиклем иҫәпләнгән «Эшмәкәрлек программаһы — Рейн» ҡабул ителде. Икенсе төрлө ул «Һөмбаш 2000» тип атала ине, сөнки ошо ваҡытҡа һөмбаш балығының йылғаға әйләнеп ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйылған. Һөҙөмтәлә властарҙың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йылғаға ташлаған нитраттар һәм фосфорҙар һаны 50 процентҡа кәмегән, ә ҡайһы бер бысраҡтарҙың кәмеүе 80-ҙән 100 процентҡа тиклем тәшкил иткән. Һөмбаш балығы 3 йылға иртәрәк, 1997 йылда йылғаға әйләнеп ҡайтҡан.

Ағымдағы «Рейн-2020» программаһы һыуҙы һыу инерлек итеп таҙартыуға йүнәлтелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Рейн стал короче на 90 километров» — Lenta.ru (29.03.2010)
  2. Rhine (ингл.). Online Etymology Dictionary. Douglas Harper (November 2001). Дата обращения: 10 февраль 2009. Архивировано 17 август 2012 года.
  3. Johannes Hoops, Reallexikon der germanischen Altertumskunde, Volume 24
  4. Rheinfall (нем.). — Официальный сайт Рейнского водопада. Дата обращения: 2 март 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  5. Schrader, Christopher; Uhlmann, Berit Der Rhein ist kürzer als gedacht – Jahrhundert-Irrtum (нем.) (недоступная ссылка — история). sueddeutsche.de (28 март 2010). Дата обращения: 27 март 2010. Архивировано 30 май 2012 года. 2010 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
  6. Rhine River 90km shorter than everyone thinks (ингл.). The Local – Germany's news in English (27 март 2010). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 30 май 2012 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Географический энциклопедический словарь. Москва, 1986.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]



Icon river delta.svg Был - гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ