Бонн

Бонн (нем. Bonn) — Көнбайыш Германиялағы ҡала (Төньяҡ Рейн-Вестфалия еренә инә, Рейн йылғаһы буйында урынлашҡан)[17]. Халҡы — 318 809 кеше, илдә халыҡ һаны буйынса 19-сы урынды биләй.

1949 йылдың 3 ноябренән 1990 йылдың 3 октябренә тиклем — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы. 1990 йылда Германияның ике өлөшө - ГФР һәм ГДР берләшкәс, 1991 йылдың 20 июнендә бундестаг баш ҡаланы Берлинға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бонн — Германияның ҙур сәйәси үҙәге, бер нисә федераль ведомство бында эшләүен дауам итә, федераль дәрәжәләге ҡала тип иҫәпләнә.

Тарих

Бонн урынында б.э.т. 11-се йылда рим ғәскәре лагеры төҙөлә (Castra Bonnensia)[18]. Ҡаланың исеме бәлки эбурон тигән герман ырыуы исеме менән бәйлелер тип иҫәпләйҙәр. 1000-се йыл тирәһендә «Бонн» атамаһы ҡулланыла башлай.

  • 1770 йылда — Людвиг ван Бетховен тыуған.
  • 1786 йылда — Бонн университетына нигеҙ һалынған. 1835—1836 йылдарҙа Бонн университетында философ, йәмғиәт эшмәкәре, марксизмға нигеҙ һалыусы сәйәсмән Карл Маркс, 1864—1865 йылдарҙа — философ Фридрих Ницше,1877—1879 йылдарҙа — буласаҡ Германия императоры — кайзер Вильгельм II Гогенцоллерн уҡыған.
  • 1815—1945 — Пруссия составына ингән.
  • 1845 — Бетховенға һәйкәл асылған, уның хөрмәтенә беренсе фестиваль ойошторола.
  • 1949 — Бонн ГФР-ҙың баш ҡалаһына әйләнә.
  • 1994 — федераль министрлыҡтарҙы Берлинға күсереү тураһында закон ҡабул ителә.

1998 — федераль министрлыҡтар, ГФР Бундестагы, канцлеры, президенты Берлинға күсә, ҡайһы бер ведомстволар элеккесә Боннда эшләй.

Ҡалала педагогия академияһы, консерватория бар.

Иң яҡын аэропорт — Кёльн/Бонн халыҡ-ара аэропорты.

Бонн музейҙары

  • Немец музейы
  • Рейндың региональ музейы
  • Людвиг ван Бетховен тыуған йорт, хәҙер музей [1]
  • «Bundeskunsthalle» федераль күргәҙмә залы
  • Германия тарихы музейы (нем. Haus der Geschichte) [2]

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
  2. ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  3. ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
  4. ↑ Stadt Bonn - Rat & Verwaltung | Statistikstelle
  5. ↑ http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/bonn.html
  6. ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  7. ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  8. ↑ http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
  9. ↑ https://iaks.sport/find-a-member
  10. ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
  11. ↑ 1 2 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  12. ↑ https://www.bonn.de/themen-entdecken/uno-internationales/minsk.php
  13. ↑ https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/bonn-germany--a418.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
  14. ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
  15. ↑ 1 2 3 4 Stadt Bonn - Die Stadtbezirke
  16. ↑ Gemeindeverzeichnis (4. Quartal 2022) (нем.) — DESTATIS, 2023.
  17. ↑ Бонн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  18. ↑ Бонн // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар