Көн

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ерҙә көн (2 апрель UTC буйынса 13:00). Төнгө һәм көндөҙгө өлкәләр терминатор (астрономия термины) менән айырылған. Полюс эргәһендәге төньяҡ зона даими яҡтыртыла (поляр көн), көньяҡ — даими күләгәлә була (поляр төн)
Ерҙең орбиталағы урыны: йәйге ҡояш торошо (июнь), ҡышҡы ҡояш торошо (декабрь), көҙгө көн менән төн тигеҙлеге (сентябрь) һәм яҙғы көн менән төн тигеҙлеге (март) мәлдәрендә

КөнҠояш сығыуҙан байыуға тиклемге ваҡыт арауығы. Шулай уҡ «көн» һүҙе «тәүлек» һүҙе синонимы булараҡ ҡулланыла.

Ҡайһы бер фин-уғыр телдәрендә, мәҫәлән, мари телендә, көн һәм Ҡояш төшөнсәләре бер үк һүҙ менән билдәләнә[1].

Көндөң оҙонлоғо күҙәтеү пунктының географик киңлегенә һәм йылдың миҙгеленә бәйле. Йыл дауамында көн оҙонлоғоноң үҙгәреүе Ер экваторы яҫылығының эклиптика яҫылығына ҡарата ауышлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ул яҡынса 23,4°тәшкил итә. Ерҙең Ҡояш тирәләй йыллыҡ хәрәкәте ваҡытында Ҡояштың күренгән урыны күк сфераһының көньяҡ ярымшарынан төньяҡҡа күсә һәм, шуға ярашлы, Ҡояштың горизонттан төшкө бейеклеге үҙгәрә.

Төньяҡ ярымшарҙа иң ҡыҫҡа көн — ҡышҡы ҡояш торошо көнө, иң оҙон — йәйге ҡояш торошо көнө, яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙлеге булғанда көн менән төн оҙонлоғо тигеҙ.

Поляр түңәрәктәр сиктәрендә йәйге осорҙа көндөң оҙонлоғо тәүлектән ашыу, был күренеш «поляр көн» тип атала. Поляр көндөң оҙонлоғо Ер полюстарында максималь һәм алты айҙан ашыу тәшкил итә (Төньяҡ полюста яҡынса 18 марттан 26 сентябргә тиклем).

Рәсәйҙә 1920-се йылдар башына тиклем «көн» һүҙе тәүлектең ваҡытын аныҡлау өсөн рәсми өҫтәмә була. Мәҫәлән, 1921 йылда «Гудок» гәзитендә баҫылған пассажир поездары хәрәкәте расписаниеһында[2][3] Мәскәүҙән китеү сәғәттәре күрһәтелгән (көндөҙгө поездар өсөн сикле ҡиммәттәр килтерелгән, ваҡыт күрһәтеү форматы һаҡланған): көндөҙгө сәғәт 12:00-дән көндөҙгө сәғәт 5:45-кә тиклем, йәғни сәғәт 12:00-дән сәғәт 17:45-кә тиклем.

Ҡояш торошо һәм көн менән төн тигеҙләнеше даталары һәм ваҡыты UTC-0 ваҡыты буйынса
год Яҙғы көн менән
төн тигеҙлеге
Март[4]
Йәйге көн
торошо
Июнь[5]
Көҙгә көн менән
төн тигеҙлеге
Сентябрь[6]
Ҡышҡы
көн торошо
Декабрь[7]
число ваҡыт число ваҡыт число ваҡыт число ваҡыт
2010 20 17:32:13 21 11:28:25 23 03:09:02 21 23:38:28
2011 20 23:21:44 21 17:16:30 23 09:04:38 22 05:30:03
2012 20 05:14:25 20 23:09:49 22 14:49:59 21 11:12:37
2013 20 11:02:55 21 05:04:57 22 20:44:08 21 17:11:00
2014 20 16:57:05 21 10:51:14 23 02:29:05 21 23:03:01
2015 20 22:45:09 21 16:38:55 23 08:20:33 22 04:48:57
2016 20 04:30:11 20 22:34:11 22 14:21:07 21 10:44:10
2017 20 10:28:38 21 04:24:09 22 20:02:48 21 16:28:57
2018 20 16:15:27 21 10:07:18 23 01:54:05 21 22:23:44
2019 20 21:58:25 21 15:54:14 23 07:50:10 22 04:19:25
2020 20 03:50:36 20 21:44:40 22 13:31:38 21 10:02:19
2021 20 09:37:27 21 03:32:08 22 19:21:03 21 15:59:16
2022 20 15:33:23 21 09:13:49 23 01:03:40 21 21:48:10
2023 20 21:24:24 21 14:57:47 23 06:49:56 22 03:27:19
2024 20 03:06:21 20 20:50:56 22 12:43:36 21 09:20:30
2025 20 09:01:25 21 02:42:11 22 18:19:16 21 15:03:01
2026 20 14:45:53 21 08:24:26 23 00:05:08 21 20:50:09
2027 20 20:24:36 21 14:10:45 23 06:01:38 22 02:42:04
2028 20 02:17:02 20 20:01:54 22 11:45:12 21 08:19:33
2029 20 08:01:52 21 01:48:11 22 17:38:23 21 14:13:59
2030 20 13:51:58 21 07:31:11 22 23:26:46 21 20:09:30
2031 20 19:40:51 21 13:17:00 23 05:15:10 22 01:55:25
2032 20 01:21:45 20 19:08:38 22 11:10:44 21 07:55:48
2033 20 07:22:35 21 01:00:59 22 16:51:31 21 13:45:51
2034 20 13:17:20 21 06:44:02 22 22:39:25 21 19:33:50
2035 20 19:02:34 21 12:32:58 23 04:38:46 22 01:30:42
2036 20 01:02:40 20 18:32:03 22 10:23:09 21 07:12:42
2037 20 06:50:05 21 00:22:16 22 16:12:54 21 13:07:33
2038 20 12:40:27 21 06:09:12 22 22:02:05 21 19:02:08
2039 20 18:31:50 21 11:57:14 23 03:49:25 22 00:40:23
2040 20 00:11:29 20 17:46:11 22 09:44:43 21 06:32:38
2041 20 06:06:36 20 23:35:39 22 15:26:21 21 12:18:07
2042 20 11:53:06 21 05:15:38 22 21:11:20 21 18:03:51
2043 20 17:27:34 21 10:58:09 23 03:06:43 22 00:01:01
2044 19 23:20:20 20 16:50:55 22 08:47:39 21 05:43:22
2045 20 05:07:24 20 22:33:41 22 14:32:42 21 11:34:54
2046 20 10:57:38 21 04:14:26 22 20:21:31 21 17:28:16
2047 20 16:52:26 21 10:03:16 23 02:07:52 21 23:07:01
2048 19 22:33:37 20 15:53:43 22 08:00:26 21 05:02:03
2049 20 04:28:24 20 21:47:06 22 13:42:24 21 10:51:57
2050 20 10:19:22 21 03:32:48 22 19:28:18 21 16:38:29


  1. Игушев Е. А. К вопросу о становлении наименований отвлечённой лексики в современных финно-угорских языках. // Вестник Югорского государственного университета, 2009. Вып. 1 (12). — С. 19—22. Дата обращения: 17 апрель 2019. Архивировано из оригинала 17 апрель 2019 года.
  2. Расписание пассажирских поездов пригородного движения Московского узла. Газета «Гудок» от 26.11.1921
  3. Расписание пассажирских поездов дальнего следования Московского узла. Газета «Гудок» от 27.11.1921
  4. Équinoxe de printemps entre 1583 et 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  5. Solstice d’été de 1583 à 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  6. Équinoxe d’automne de 1583 à 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  7. Solstice d’hiver (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.