Ҡояш торошо

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ҡояш торошо
Йылдың көнө июньское солнцестояние[d] и декабрьское солнцестояние[d]
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы Көн менән төн тигеҙләнеше
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Ҡояш торошо һәм көн менән төн тигеҙләнеше даталары һәм ваҡыты UTC-0 ваҡыты буйынса
год Яҙғы көн менән
төн тигеҙлеге
Март[1]
Йәйге көн
торошо
Июнь[2]
Көҙгә көн менән
төн тигеҙлеге
Сентябрь[3]
Ҡышҡы
көн торошо
Декабрь[4]
число ваҡыт число ваҡыт число ваҡыт число ваҡыт
2010 20 17:32:13 21 11:28:25 23 03:09:02 21 23:38:28
2011 20 23:21:44 21 17:16:30 23 09:04:38 22 05:30:03
2012 20 05:14:25 20 23:09:49 22 14:49:59 21 11:12:37
2013 20 11:02:55 21 05:04:57 22 20:44:08 21 17:11:00
2014 20 16:57:05 21 10:51:14 23 02:29:05 21 23:03:01
2015 20 22:45:09 21 16:38:55 23 08:20:33 22 04:48:57
2016 20 04:30:11 20 22:34:11 22 14:21:07 21 10:44:10
2017 20 10:28:38 21 04:24:09 22 20:02:48 21 16:28:57
2018 20 16:15:27 21 10:07:18 23 01:54:05 21 22:23:44
2019 20 21:58:25 21 15:54:14 23 07:50:10 22 04:19:25
2020 20 03:50:36 20 21:44:40 22 13:31:38 21 10:02:19
2021 20 09:37:27 21 03:32:08 22 19:21:03 21 15:59:16
2022 20 15:33:23 21 09:13:49 23 01:03:40 21 21:48:10
2023 20 21:24:24 21 14:57:47 23 06:49:56 22 03:27:19
2024 20 03:06:21 20 20:50:56 22 12:43:36 21 09:20:30
2025 20 09:01:25 21 02:42:11 22 18:19:16 21 15:03:01
2026 20 14:45:53 21 08:24:26 23 00:05:08 21 20:50:09
2027 20 20:24:36 21 14:10:45 23 06:01:38 22 02:42:04
2028 20 02:17:02 20 20:01:54 22 11:45:12 21 08:19:33
2029 20 08:01:52 21 01:48:11 22 17:38:23 21 14:13:59
2030 20 13:51:58 21 07:31:11 22 23:26:46 21 20:09:30
2031 20 19:40:51 21 13:17:00 23 05:15:10 22 01:55:25
2032 20 01:21:45 20 19:08:38 22 11:10:44 21 07:55:48
2033 20 07:22:35 21 01:00:59 22 16:51:31 21 13:45:51
2034 20 13:17:20 21 06:44:02 22 22:39:25 21 19:33:50
2035 20 19:02:34 21 12:32:58 23 04:38:46 22 01:30:42
2036 20 01:02:40 20 18:32:03 22 10:23:09 21 07:12:42
2037 20 06:50:05 21 00:22:16 22 16:12:54 21 13:07:33
2038 20 12:40:27 21 06:09:12 22 22:02:05 21 19:02:08
2039 20 18:31:50 21 11:57:14 23 03:49:25 22 00:40:23
2040 20 00:11:29 20 17:46:11 22 09:44:43 21 06:32:38
2041 20 06:06:36 20 23:35:39 22 15:26:21 21 12:18:07
2042 20 11:53:06 21 05:15:38 22 21:11:20 21 18:03:51
2043 20 17:27:34 21 10:58:09 23 03:06:43 22 00:01:01
2044 19 23:20:20 20 16:50:55 22 08:47:39 21 05:43:22
2045 20 05:07:24 20 22:33:41 22 14:32:42 21 11:34:54
2046 20 10:57:38 21 04:14:26 22 20:21:31 21 17:28:16
2047 20 16:52:26 21 10:03:16 23 02:07:52 21 23:07:01
2048 19 22:33:37 20 15:53:43 22 08:00:26 21 05:02:03
2049 20 04:28:24 20 21:47:06 22 13:42:24 21 10:51:57
2050 20 10:19:22 21 03:32:48 22 19:28:18 21 16:38:29

Ҡояш торошо (боронғо исеме: ҡояштың кирегә әйләнеүе (солнцеворот)) — астрономик ваҡиға, ул еткән мәлдә ысын көн уртаһында Ҡояш офоҡ өҫтөнән максималь (йәйге ҡояш торошо) йәки минималь бейеклектә (ҡышҡы ҡояш торошо) урынлаша[5][6]. Ҡояш торошо ваҡытында Ҡояш Ер экваторынан төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан максималь ауыша. «Ҡояш торошо» терминының туранан-тура килеп сығышы: был күренеш мәлендә көн уртаһында Ҡояштың офоҡтан бейеклеге бер нисә көн буйына үҙгәрмәйенсә тороуы менән бәйле, йәғни Ҡояш, әйтерһең «бер урында ғына тора». Ҡояш торошоноң «Ҡояштың кирегә әйләнеүе» (солнцеворот) тип аталған мәле — Ҡояштың офоҡҡа ҡарата бейеклегенең ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә башлауы.

Ҡояш торошо йылына ике тапҡыр күҙәтелә: 20-21 июндә һәм 21-22 декабрҙә. Йәйге ҡояш торошо көнөндә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн, ә ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә, киреһенсә, — иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була (тик ҡотоптарҙа ғына башҡаса). Урта киңлектәрҙә ҡояш торошо даталары яҙҙан йәйгә һәм көҙҙән ҡышҡа астрономик күсеш даталарына тап килә[⇨].

Күп кенә халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм мифологияһында йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошо көнө мистик әһәмиәткә эйә, был мәлдә ошо күренешкә арнап, төрлө йолалар һәм байрамдар үткәрелә[⇨].

Орбитала Ерҙең урынлашыуы: йәйге ҡояш торошо (һулда), ҡышҡы ҡояш торошо (уңда), көҙгө көндөң төнгә (алда) һәм яҙғы төндөң көнгә тиңләүеше (артҡы планда).
Июндә (йәйге) ҡояш торошо. Төҫ менән төрлө көн оҙонлоғонда (төньяҡ ярымшарҙың өҫтән) Ер урынлашҡан зоналар күрһәтелә

Әлеге ваҡытта (2010—2025) бөтә донъя ваҡыты буйынса (башҡа сәғәт бүлкәттәрендә ҡышҡы һәм йәйге ҡояш торошо даталары бер тәүлеккә айырылыуы ихтимал: Гринвичтан көнсығышҡа табан (к востоку от Гринвича) — бер тәүлеккә күберәк, Гринвичтан көнбайышҡа табан (к западу от Гринвича) — бер тәүлеккә аҙыраҡ) төньяҡ ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошо 21 декабрҙә йәки (кәбисә йылынан алда) 22 декабрҙә, ә йәйге ҡояш торошо 20 июндә (кәбисә йылынан алда) йәки 21 июндә була. Көньяҡ ярымшарҙа — киреһенсә, декабрҙә ҡояш торошо йәйге, ә июндә — ҡышҡы ҡояш торошо күҙәтелә[7].

Һәр ярымшарҙа йылына бер тапҡыр ҡышҡы ҡояш торошо (иң оҙон төн менән) иң ҡыҫҡа көн менән билдәләнә (тик ҡотоптан тыш, унда берҙән-бер төн ярты йылға һуҙыла, һәм ҡышҡы ҡояш торошо — поляр төндөң уртаһы). Һәр ярымшарҙа йылына бер тапҡыр йәйге ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа төн менән) күҙәтелә (тик ҡотоптан тыш, унда берҙән-бер көн ярты йылға һуҙыла, һәм йәйге ҡояш торошо — поляр көндөң уртаһы).

Урта киңлектәрҙә астрономик ҡыш һәм яҙ мәлендә көн уртаһында (дөрөҫөрәге, ысын төш мәлендә) Ҡояш урынлашҡан еренән көн һайын офоҡтан юғары күтәрелә бара, ә йәйге ҡояш торошонда ул «туҡтап ҡала»һәм үҙенең хәрәкәтен кирегә үҙгәртәе. Артабан көндән-кән түбән төшә бара, һәм аҙаҡ килеп, ҡышҡы ҡояш торошо мәлендә, тағы «туҡтай» һәм киренән күтәрелә башлай.

Кәбисә йылындағы тайпылыш һөҙөмтәһендә ҡояш торошо датаһы төрлө йылдарҙа 1-2 көнгә айырылыуы ихтимал. Традиция буйынса ҡышҡы ҡояш торошо мәле астрономик ҡыштың башы, ә йәйге ҡояш торошо ваҡыты астрономик йәйҙең башы тип ҡабул ителә, был астрономик яҙ йәки көҙҙөң башы — яҙғы һәм көҙгө көн менән төндөң тигеҙлеге[8]. Ҡояш торошо мәлдәрендә ҡояштың астрономик оҙонлоғо, ярашлы рәүештә, 90° һәм 270°-ҡа тиң.

Ҡояш торошо башланғанға һәм унан һуң бер нисә көн буйына Ҡояш ауышлығын үҙгәртмәй, күктә уның төш мәлендәге бейеклеге үҙгәрешһеҙ ҡала тиерлек (бейеклеге йыл дауамында график буйынса үҙгәрә, йәғни синусоидтың юғарылағы түбәһенә яҡын тора); «ҡояш торошо» тигән һүҙбәйләнеш тә тап шунан килеп сыҡҡан. Әммә көн менән төн тигеҙлеге даталары яҡынлашҡан һайын, киреһенсә, Ҡояштың ауышлығының үҙгәреү тиҙлеге лә арта бара (тәүлегенә ~24 мөйөш минуты), сөнки был синусоидтың горизонталь күсәрен (ваҡытты) киҫеп сығыуына тап килә. Ике ҡояш торошо осоронда Ҡояштың бейеклеген күҙәтеү ярҙамында эклиптика яҫылығының күк экваторына ауышлығын билдәләү мөмкин[9].

Нөктәләрҙе билдәләү

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡышҡы һәм йәйге ҡояш торошо йондоҙлоҡтарға (Гиппарх осоронда улар булған) тап килгән зодиак символдары менән билдәләнә[10]: ҡышҡы ҡояш торошо — Ылаҡ (♑), йәйге ҡояш торошо — Ҡыҫала (♋) тамғалары[11]. Көн менән төндөң тигеҙлегенә әҙерләнеү һөҙөмтәһендә был нөктәләр урындарынын бер аҙ шыла, хәҙер улар ярашлы рәүештә Уҡсы һәм Буға йондоҙлоҡтарында, өҫтәүенә йәйге ҡояш торошо нөктәһе Игеҙәктәр йондоҙлоғонан Үгеҙ йондоҙлоғона сағыштырмаса яңы — 1988 йылдың көҙөндә күскән[12].

Халыҡтар мәҙәниәте һәм мифологияһында

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Традицион ҡышҡы ҡояш торошо иң билдәле исеменең береһе — Йоль. Иван Купала (Иванов көн, Купал төнө) — көнсығыш славяндарҙың йәйге ҡояш торошона (солнцеворот), 24 июндә (7 июль) тәбиғәттеү уяныуына арналған халыҡ байрамы . Христиандарҙың Иоанн Предтеча Раштыуа байрамы менән тап килгән ваҡыт буйынса үткәрелә . Календарь циклында Раштыуа (Коляда) байрамына симметрик.

  1. Équinoxe de printemps entre 1583 et 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  2. Solstice d’été de 1583 à 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  3. Équinoxe d’automne de 1583 à 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  4. Solstice d’hiver (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
  5. День зимнего солнцестояния. РИА Новости. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
  6. День летнего солнцестояния. РИА Новости. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
  7. Australian Almanac. — Sydney, 1864. — С. 1.
  8. В некоторых странах, например, в Англии, период времени летнего солнцестояния считается серединой лета — en:Solstice (инг.); с астрономической точки зрения тоже целесообразно считать эти временные точки за середины соответствующих времён года — Кузнецов А. Моменты начала астрономических времён года: взгляд по-новому // Небосвод. — 2006. — № 3. — С.27
  9. Г. Е.Куртик, Г. П. Матвиевская. Птолемей и его астрономический труд // Альмагест / Перевод с древнегреческого И. Н. Веселовского, Науч. ред. Г. Е. Куртик. — М.: Наука, 1998. — С. 435. — 672 с. — ISBN 5-02-015167-X.
  10. Левитан Е. Редкое астрономическое явление // Наука и жизнь. — 1988. — № 9. — С. 116.
  11. Цесевич В. П. Эклиптика // Что и как наблюдать на небе. — 6-е изд. — М.: Наука, 1984. — С. 48—49. — 304 с.
  12. Ширяев А. А. О смещении точек равноденствий и солнцестояний // Астрономический календарь на 1988 год : Справочное издание. — М.: Наука, 1987. — С. 189—194. — ISSN 0132-4063.
  • Солнцестояние // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Солнцестояния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Куликов С. Нить времён. Малая энциклопедия календаря с заметками на полях газет. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1991. — С. 208. — 288 с. — 200 000 экз. — ISBN 5-02-014563-7.
  • Климишин И. А. Смена времён года // Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1990. — С. 36—39. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.