21 декабрь
21 декабрь (рус. 21 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 355-се көнө (кәбисә йылында 356-сы). Йыл тамамланыуға 10 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 3-сө көнө.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ҡайнар шоколад көнө.
- Баскетболдың тыуған көнө.
- Кроссвордтың тыуған көнө.
АҠШ: Фонарик көнө.
Израиль: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хөкөм башҡарыу системаһының производство-техник хеҙмәте көнө.
- Япон кухняһы ашнаҡсыһы көнө.
Филиппин: Ҡораллы көстәр көнө.
- 1891 йыл: АҠШ-тың Массачусетс штатындағы Спрингфилд ҡалаһы колледжында уҡыусылар беренсе тапҡыр баскетбол уйнай.
- 1899 йыл: Рәсәй империяһында «Огонёк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
тулы исемлек
- 1913: Нью-Йоркта сыҡҡан «New York World» гәзитендә беренсе кроссворд баҫыла.
- 1937: Уолт Диснейҙең беренсе тулы метражлы «Аҡ ҡар бөртөгө һәм ете гном» мультфильмының премьераһы була.
- 1939: Северодвинск ҡалаһындағы диңгеҙ караптары сығарыусы бөгөнгө «Севмаш» предприятиеһы эш башлай.
- 1949: Өфөлә «Электролуч» заводы сафҡа инә.
- 1953: Тула өлкәһендә Яңы Мәскәү балалар тимер юлын асыу тантанаһы була.
- 1958: Шарль де Голль Франция президенты итеп һайлана.
- 1984: СССР-ҙа Ҡояш системаһы планеталарын өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән «Вега-2» станцияһы осорола.
- 1991: СССР бөтөрөлә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошторола.
- 1994: Рәсәйҙең «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында» федераль законы ҡабул ителә.
- 2009: Байконур космодромынан «Союз ТМА-17» космос карабы осорола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәҙәр Йосопова (1901—30.08.1969), театр актёры. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның тәүге актёрҙарының береһе. 1926—1969 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1936 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1944), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1940) артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Әхмәров Ибраһим Әхмәр улы (1911—4.01.1968), актёр, театр эшмәкәре. 1942—1959 һәм 1964—1966 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры, 1954—1964 йылдарҙа — актёр, 1966 йылдан — актёр һәм спектаклдәр ҡуйыу бүлеге мөдире. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан.
тулы исемлек
- Байбордин Юрий Константинович (1946—21.12.2020), педагог, рәссам-график. 1979 йылдан Белорет сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—2007 йылдарҙа директоры. 2006 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО Рәссамдар союздары ағзаһы. Ҡала картиналар галерияһына нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012), халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Моисеев Владимир Иванович (1946), инженер. 2002—2009 йылдарҙа «Уфагипротрубопровод» йәмғиәтенең баш инженеры. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, почётлы нефтсе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғарипов Арслан Шәғәли улы (1912—1995), мәғариф хеҙмәткәре. Учалы районы Учалы урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы һәм директоры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Воловик Михаил Яковлевич (1917—7.03.1994), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир һәм тәржемәсе, инженер. 1940 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводының мастеры, инженер-инспекторы, 1943—1954 йылдарҙа техник контроль бүлеге етәксеһе, 1954—1964 йылдарҙа баш контролер урынбаҫары, 1964—1983 йылдарҙа заводтың һәм Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең баш инженер урынбаҫары, 1986—1987 йылдарҙа — өлкән инженер. Бер үк ваҡытта Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, доцент (1967), Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. 1961 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1949), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1969, 1975) кавалеры.
тулы исемлек
- Сәйфетдинова Әлфиә Вәли ҡыҙы (1927), табип—психиатр. 1953 йылдан (өҙөклөк менән) Республика психиатрия дауаханаһы табибы, 1957 йылдан бүлек мөдире, 1969 йылдан баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975), Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1940-сы йылдарҙа ябылған Байҡара руднигы ҡасабаһынан.
- Хисмәтуллин Нәзип Хәмәҙийәр улы (1927—16.11.2022), нефтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1987 йылдарҙа «Саҡмағош» нефть эшкәртеү станцияһы хеҙмәткәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылынан.
- Бикчәнтәев Реан Әнүәр улы (1937–1992), Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы һәм журналист, СССР-ҙың Журналистар һәм 1982 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы (1952), мәғариф, комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1970 йылдан Бөрйән районы Яңы Собханғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 йылдан «Бөрйән» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары, 1982 йылдан — баш зоотехнигы; 1986 йылдан КПСС район комитеты инструкторы; 1987 йылдан халыҡ контроленың район комитеты инспекторы; 1992 йылдан халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү күп тармаҡлы берекмәһе директоры; 1995 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының бүлек начальнигы; 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының әйҙәүсе, 1998 йылдан — баш зоотехнигы, 2000 йылдан — ойоштороу, кадрҙар һәм уҡыу эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, 2001—2012 йылдарҙа — кадрҙар бүлеге начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылынан.
- Сәғитов Нурғәли Ирғәли улы (1952—7.03.2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1968—2004 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» колхозы механизаторы. 2-се (1986) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000) ордендары кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982). Сығышы менән ошо райондың Мерәҫ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Галонский Павел Петрович (1908—9.05.1986), инженер-ғалим, нефтсе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1947 йылдан «Туймазанефть» нефть промыслаһы идаралығының баш инженеры һәм управляющийы, Серафимовка һәм Туймазы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе; 1955—1957 йылдарҙа СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1955). СССР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Әзербайжан Республикаһының баш ҡалаһы Баҡынан.
- Чуриков Иван Иванович (1918—2.08.1994), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозының элекке малсыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1990) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы (1918—6.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының дивизион штабы начальнигы, гвардия өлкән лейтенанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Мәсетле ауылынан.
- Мостафин Мирза Мәхмүт улы (1923—3.05.1993), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Баймаҡ районы Аҡморон, 1955 йылдан — 1-се Этҡол, 1960 йылдан — Баймаҡ эшсе йәштәр киске мәктәбе директоры; 1953—1955 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитеты инструкторы; 1966 йылдан Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, 1969 йылдан Сибайҙағы 34-се һөнәри-техник училище, 1976—1982 йылдарҙа эшсе йәштәр киске мәктәбе уҡытыусыһы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) ордены кавалеры. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Сүбәҙәй Туған (1943), Төркиәнең иҡтисадсы-ғалимы, профессор. Сәйәсмән һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың улы.
- Кулагина Елена Ивановна (1953), геолог-ғалим. 1976 йылдан Геология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1991 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1991—2000 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Хәлилова Нурия Нурғәли ҡыҙы (1953), педагог. Күмертау ҡалаһы 1-се гимназияһының элекке башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Төкән ауылынан.
- Рәхимҡолов Рәмил Ғәли улы (1963), электромонтёр, рационализатор. 1983 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылынан.
- Вәлитов Илшат Ильяс улы (1978), спортсы. 2006 һәм 2010 йылдарҙа радиоспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Донъя (2006) һәм Рәсәй чемпионы (2006—2008). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзизова Сәлимә Һаҙый ҡыҙы (1914—6.03.2008), табип. 1946—1984 йылдарҙа Үрге Йәркәй район үҙәк дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1956—1970 йылдарҙа — баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1955) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Наратаҫты ауылынан.
- Кузьмин Николай Михайлович (1919—9.02.1963), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант (1946). Өфөгә эвакуцияланған Рыбинск моторҙар заводы токаре (1941—1942), 1946 йылдан — дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһы составына ингән Гаврилкино ауылынан.
тулы исемлек
- Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы (1934—23.04.2013), театр актёры. 1959—2011 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) халыҡ артисы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың һеңлеһе.
- Шалашов Николай Никифорович (1934—25.06.2006), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы водителе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Ковылкин районы Янг-Майҙан ауылынан.
- Петров Александр Иванович (1939), механизатор. Ауырғазы районы «Восток» колхозының элекке механизаторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сыуаш-Ҡарамалы ауылынан.
- Самсонов Вячеслав Михайлович (1949—25.08.2018), табип-ғалим, спортсы. Медицина фәндәре кандидаты (2004). Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006). Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2003).
- Махова Нина Дмитриевна (1954), элемтәсе. 1975—2012 йылдарҙа Күмертау электр элемтәһе узелының электромеханигы, өлкән электромеханигы, инженеры һәм цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡҙанған элемтәсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Хабар районы Ҡоротояҡ ауылынан.
- Сурков Владимир Анатольевич (1964), кардиохирург-ғалим. 2001 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы, 2006 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2011) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1773 йыл: Роберт Броун, Британия ботанигы.
- 1804 йыл: Бенджамин Дизраэли, Англия сәйәсмәне, яҙыусы.
тулы исемлек
- 1879: Иосиф Сталин, СССР-ҙың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- 1896: Константин Рокоссовский, Советтар Союзы Маршалы.
- 1948: Сэмюэль Джексон, АҠШ актёры.
тулы исемлек
- 1933: Кнуд Йохан Расмуссен, Дания этнографы.
- 1940: Фрэнсис Скотт Фицджеральд, АҠШ яҙыусыһы.
- 2006: Сапармурат Ниязов, Төрөкмәнстан президенты.