Сүбәҙәй Туған

Биографияһы

undefined
undefined

Сүбәҙәй Туған 1943 йылдың 21 декабрендә Истанбул ҡалаһында тыуған. Атаһы Әхмәтзәки Вәлиди Туған (Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов) (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10.12.1890—26.07.1970)) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыған шәхес. Әсәһе румын нуғайҙарынан — Нәзмиә Вәлиди.

Юғары белемде Төркиәлә ала — 1967 йылда Яҡын Көнсығыш техник университетында иҡтисад һәм статистика буйынса бакалавр дәрәжәһенә эйә була.

Иҡтисад буйынса докторлыҡ диссертацияһын 1972 йылда Америка Ҡушма Штаттарының Балтимор ҡалаһында урынлашҡан Джон Хопкинс университетында яҡлай.

Төрлө йылдарҙа Техас A&M (АҠШ), Яҡын Көнсығыш техник (Төркиә), Кларксон (АҠШ), Төркиәлә Анкара һәм Билкент университеттарында уҡыта.

1978 йылдан доцент, ә 1987 йылдан профессор ғилми дәрәжәләренә эйә.

1987—1996 йылдарҙа Билкент университетының Иҡтисад, административ һәм социаль фәндәр факультеты деканы була, бөгөнгәсә шул уҡ юғары уҡыу йортоноң профессоры булып эшләй.

Ғаиләһе

Һайланған ғилми хеҙмәттәре

  • The Liberalization of Transportation Services in the EU and Turkey, Oxford University Press, 2016;
  • Economic Liberalization and Turkey, Routledge, London and New York, 2010;
  • Foreign Trade Regime and Trade Liberalization in Turkey during 1980’s, Avebury Press, Aldershot, 1994;

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар