Билкент университеты
Билкент университеты (төрөксә, «Bilkent Университеси») — Төркиәнең Анкара ҡалаһында урынлашҡан шәхси университет. Уға Юғары белем һәм фәнни эҙләнеүҙәр өлкәһендә алдынғы тәжрибә үҙәге булдырыу маҡсатында профессор Ихсан Дограмачи 1984 йылда нигеҙ һалған. Ул илдәге коммерцияһыҙ тәүге шундай университет. Bilkent атамаһы төрөксә «bilim kenti» («белем ҡалаһы») аббревиатураһынан барлыҡҡа килгән.[4]
Тарихы
1967 йылда университетты төҙөүгә әҙерлек башлана, Анкараның көнбайышы яғынан ерҙәрҙе участкалары һатып алына. 1970 йылда бинаның нигеҙе һалына, унда әлеге ваҡытта административ бина китапхана һәм инженер факультеттары урынлашҡан. Тиҙ арала бер-бер артлы уҡытыусылар өсөн төҙөлгән йорттар, ашхана, ятаҡ, уҡыу корпустары һалына[4]
Уҡытыу
Хәҙерге ваҡытта университетта 9 факультет, 2000-дән ашыу курстар, 2 дүрт йыллыҡ һәм 3 ике йыллыҡ программалы һөнәри-техник мәктәпбе бар. Бында төрлө илдәрҙән килгән студенттар уҡый. Университетта 40 илдән тиерлек уҡытыусы эшләй. Университетҡа нигеҙ һалыусының иғәнәһенә йыл һайын 2500-ҙән ашыу студент уҡыу һөҙөмтәләренә ҡарап стипендия ала. Европа һәм АҠШ университеттары менән студенттарҙы алмашып уҡытыу һәм бик күп берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу программалары бар. Был уҡыу йорттарының тулы исемлеге университет сайтында ҡарарға мөмкин.
Билкент университеты төрлө өлкәлә 34 — бакалавриат, 6 — ассоциация, 47 магистратура программаһы тәҡдим итә[5]
Университетта уҡытҡан билдәле шәхестәр
Төрөк ғалимы, иҡтисадсы, профессор Сүбәҙәй Туған (Зәки Вәлиди Туғандың улы) 1987—1996 йылдарҙа Билкент университетының Иҡтисад, административ һәм социаль фәндәр факультеты деканы була, бөгөнгәсә шул уҡ юғары уҡыу йортоноң профессоры булып эшләй.
Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр
1992—1994 — Билкент университеты магистратураһында 2018 йылдың 11 октябренән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хəбиров Радий Фəрит улы уҡыған һәм тамамлап сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=5.153.10.200%20-%205.153.10.207&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:a98:40::/48&type=inet6num
- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ 1 2 Гүзәл Ситдиҡова. Яҡшы юлдың оҙоно юҡ. -Ватандаш. — 1998.- № 11.- 120—131 биттәр
- ↑ Университет Билькент | Bilkent Üniversitesi