Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы (рус. Глава Республики Башкортостан; 1993 йылдың 12 декабренән 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем — Башҡортостан Республикаһы Президенты, Президент) — Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе. Республика дәүләт власы органының иң юғары башҡарма органы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен етәкләй. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы гаранты булып тора.
Башҡортостан Республикаһы башлығының вәкәләттәр мөҙҙәте биш йыл тәшкил итә, әммә ике мөҙҙәттән артыҡ һайлана алмай.
Тарихы
1990 йылда Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы — Башҡортостан тип үҙгәртелә[2]. 1991 йылдың 30 октябрендә Башҡорт ССР-ы Юғары Советы «Башҡорт ССР-ы Президенты һайлауҙары тураһында» Ҡанун ҡабул итә.
1992 йылдың 23 февралендә республиканың атамаһын үҙгәртеү тураһында Закон ҡабул ителә. 1993 йылдың 24 декабрендә 1978 йылдың 30 майында ҡабул ителгән БАССР Конституцияһына алмашҡа Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһы ҡабул ителә. Уның буйынса юғары — Республика Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынына Башҡортостан президенты вазифаһы булдырыла.
1993 йылдың ноябрендә Башҡортостан Юғары Советы 1991 йылдың 30 октябрендә ҡабул ителгән президент тураһындағы ҡанунды тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрә һәм һайлауҙар көнөн билдәләй. Яңы вазифаға Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе М. Ғ. Рәхимов менән «Восток» банкы президенты Р. Ф. Ҡадиров кандидатуралары ҡуйыла. 1993 йылдың 12 декабрендә һайлауҙарҙа республика һайлаусыларының 62,7 %-ы ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты итеп Мортаза Рәхимов һайлана, уның өсөн һайлаусыларҙың 64 проценты тауыш бирә (Р. Ф. Ҡадиров өсөн — 28,5 %)[3].
1998 йылдың 14 июнендә республика президентын һайлау икенсе тапҡыр үтә. Президент посына үҙ кандидатураларын республиканың ғәмәлдәге етәксеһе М. Ғ. Рәхимов, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты А. Н. Аринин, Башҡортостан Республикаһының элекке премьер-министры М. П. Мирғәзәмов, «Восток» банкы етәксеһе Р. Ф. Ҡадиров, урман хужалығы министры Р. Ғ. Ҡаҙаҡҡолов ҡуя. Әммә һайлауҙарға бары тик Рәхимов менән Ҡаҙаҡҡолов ҡына үтә. Һайлауҙарҙа М. Ғ. Рәхимов еңеп сыға, уның өсөн һайлаусыларҙың 70,2 %-ы тауыш бирә.
2003 йылдың 7 декабрендә сираттағы һайлауҙар үтә. Вазифаға Башҡортостандың ғәмәлдәге президенты М. Ғ. Рәхимов, банк етәксеһе С. А. Веремеенко һәм «ЛУКОЙЛ» нефть компанияһының вице-президенты Р. Р. Сафин үҙ кандидатураһын ҡуя. Кандидаттарҙың береһе лә һайлаусыларҙың күпселек тауышын йыя алмай һәм 2003 йылдың 21 октябрендә икенсе тур үтә, унда М. Ғ. Рәхимов яңы мөҙҙәткә һайлана[4].
2005 йылда федераль ҡануниәт РФ субъекттары етәкселәрен һайлап ҡуйыу был вазифаға Рәсәй президенты тәҡдим иткән кандидатураға закондар сығарыу йыйылышы депутаттарының тауыш биреүенә алмаштырыла. 2006 йылдың сентябрендә Башҡортостан президенты М. Ғ. Рәхимов РФ президенты В. В. Путин ҡарауына ышаныс тураһында мәсьәлә сығара. 2006 йылдың 5 октябрендә Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға уның кандидатураһын яңы мөҙҙәткә раҫлауға ҡуя. 2006 йылдың 10 октябрендә республика парламенты депутаттары бер тауыштан Мортаза Рәхимовтың президент вәкәләттен яңынан 5 йылға раҫлай[4].
2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы президенты Д. А. Медведев М. Г. Рәхимовтың вазифаһынан алда президент урынынан китеү тураһындағы ғаризаһынан һуң уның отставкаһын ҡабул итә. 2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты РФ Һыу ресурстары федераль агентлығы етәксеһе Рөстәм Зәки улы Хәмитовты БР Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй[5]. 2010 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Р. З. Хәмитовты Башҡортостан Республикаһы президенты вазифаһына раҫлай[6].
2012 йылда «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма дәүләт валсы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» һәм «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуғы һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында» федераль закондарына үҙгәрештәр индерелә, улар Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ла юғары вазифаға һайлауҙы кире ҡайтара.
2014 йылдың 30 майында Рәсәй президенты Владимир Путин Рөстәм Хәмитовты, ул 2014 йылдың 14 сентябрендә субъекттар башлыҡтарын һайлауҙа ҡатнашһын өсөн, ваҡытынан алда отставкаға ебәрә[7]. 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙарҙа республика халҡы ғәмәлдәге президент Р. З. Хәмитов өсөн күпселек тауыш бирә (82,17 %)[8].
Ҡануни нигеҙе
Субъекттар башлыҡтарын президент тип атауҙы тыйған закон Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына[9][10], аныҡлап әйткәндә уның 11-се һәм 77-се статьяларына:
Государственную власть в субъектах Российской Федерации осуществляют образуемые ими органы государственной власти.
— РФ Конституцияһының 11-се статьяһының 2-се пункты.
Система органов государственной власти республик, краёв, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов устанавливается субъектами Российской Федерации самостоятельно в соответствии с основами конституционного строя Российской Федерации и общими принципами организации представительных и исполнительных органов государственной власти, установленными федеральным законом.— РФ Конституцияһының 77-се статьяһының 1-се пункты.
ҡаршы килә тигән фекер йәшәй.
Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре фекерҙәре
Ҡазан федераль университеты Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының төбәктәрҙе өйрәнеү кафедраһы доценты Азат Ахунов, президенттарҙың вазифаһының атамаһын алмаштырыу филология яҫылығы сиктәренән сығыуын һәм уның асылын барыһы ла аңлауын белдерә. Уның фекеренсә, Башҡортостан, федераль баҫымға түҙмәй, позицияларын бирә һәм шуның менән үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәтә. РФКП партияһының Татарстандағы етәксеһе Хафиз Мирғәлимов та күрше республикала ҡабул ителгән ҡарарға ризаһыҙлыҡ белдерә: «Мин федераль үҙәкте бөтөнләй аңламайым. Әйтерһең, уларҙың башҡа эштәре юҡ. Әйҙә, ниһайәт, иҡтисад менән булһындар! Эске тулайым продукт торғонлоҡта, хаҡтар арта, ТКХ талай, хәл-торош бик ҡатмарлы, ә улар республикалар президенттарының вазифаһы атамаһын алмаштырырға уйлап тапҡан. Уларға ниндәй айырма? „Президент“ төшөнсәһе баш президентҡа ҡамасаулаймы ни?»[11]. Римзил Вәлиев та ошоға оҡшаш фекер әйтә:
Көлкөлө хәл-торош. Ниндәйҙер компания йәки ойошма президенты булырға рөхсәт ителә, ә алдынғы төбәктәрҙең береһенең президенты булырға — юҡ.
Башҡортостан етәксеһе вазифаһы атамаһын үҙгәртеү мәсьәләһенә, нигеҙҙә, күрше, 2015 йылға төбәк башлығы «президент» булып ҡалған берҙән-бер төбәктең — Татарстандың сәйәси эшмәкәрҙәре фекер белдерә. Шул уҡ ваҡытта 2023 йылда Татарстан етәксе вазифаһын «Башлыҡ» (Рәйес) тип үҙгәртә[12].
Рәсәй Президенты Владимир Путин, төбәктең юғары вазифаһын нисек атау — төбәк граждандарының эше: Рәсәй федератив ҡоролошло дәүләт булараҡ, «президент» тип атау вариантын да алып ташлау ярамай, тип белдерә[9]. Владимир Путиндың позицияһын «Берҙәм Рәсәй» партияһы етәксеһе Сергей Миронов та хуплай.
Был йәһәттән ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, ЛДПР лидеры Алексей Диденко, Татарстан менән Башҡортостан президент атамаһын үҙҙәренең күршеләренә ихтирам йөҙөнән үҙгәртергә тейеш ине, сөнки вазифаларҙың бындай аталышы тигеҙһеҙлек тыуҙыра, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта Диденко барлыҡ субъекттарҙы земстволар, ә уларҙың башлыҡтарын старосталар тип атарға тәҡдим итә[9].
Хоҡуҡтары һәм бурыстары
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы[13] Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән, йәшерен тауыш биреүҙә дөйөм тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы граждандары тарафынан һайлана. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһының юғары вазифалы кешеһе булып тора. Башҡортостан Республикаһы Башлығы булып 30 йәшкә еткән һәм һайлау хоҡуғына эйә Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала.
Башҡортостан Республикаһы башлығы биш йылға һайлана.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәре ант биргән ваҡыттан башлана һәм вазифала булыу мөҙҙәте үтеп, яңы һайланған Башлыҡ ант биргәнгә тиклем дауам итә.
Башҡортостан Республикаһы башлығы дәүләт телдәрен белергә бурыслы.
Вәкәләттәре
Башҡортостан Республикаһы башлығы:
- кеше һәм гражданин хоҡуҡтарын һәм азатлығын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, уның территорияһында ҡанунлылыҡ һәм тәртип тәьмин итә;
- Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен формалаштыра һәм уның эшмәкәрлеге менән етәкселек итә;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай хуплауы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрын тәғәйенләй;
- Башҡортостан Республикаһының министрлыҡтарын һәм дәүләт комитеттарын булдыра һәм бөтөрә;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры тәҡдиме менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫарҙарын, министрҙарҙы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеттары рәйестәрен һәм ведомстволар етәкселәрен тәғәйенләй һәм урынынан бушата;
- Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йәки уларҙы кире ҡаға;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай закон проекттарын индерә;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаларын тәҡдим итә;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа йылына кәмендә бер тапҡыр республикалағы хәл-торош тураһында Доклад, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм халыҡҡа Мөрәжәғәт менән сығыш яһай;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай эшендә ҡатнашырға хоҡуҡлы;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яңы саҡырылышын Конституцияла билдәләнгән ваҡыттан алда йыя, шулай уҡ сираттан тыш ултырышын уҙғарыуҙы талап итә ала;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарарҙарына үҙгәрештәр йәки өҫтәмәләр индереү тәҡдимдәрен индерә ала;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында указ сығара;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, уның урынбаҫары, судьяларын тәғәйенләргә кандидатуралар тәҡдим итә;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай мир судьяларын һайларға кандидатуралар тәҡдим итә;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный вазифаһына кандидатура тәҡдим итә; уны эшенән азат итеү мәсьәләһен күтәрә;
- Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына кандидатура тәҡдим итә;
- Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советын формалаштыра;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт власының урындағы башҡарма органдары башлыҡтарын һайлауға кандидатуралар тәҡдим итергә хоҡуҡлы;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһы судьяларының квалификациялы коллегияһына тәғәйенләү өсөн йәмәғәтселек вәкилдәре кандидатураларын тәҡдим итә; уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар индерә;
- Башҡортостан Республикаһы исеменән договорҙар һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуя;
- Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары, шулай уҡ сит ил федератив дәүләттәре һәм сит илдәрҙең административ-территориаль берәмектәре ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм уларҙы эшенән бушата;
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтен булдыра;
- үҙ вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләй;
- Башҡортостан Республикаһының почётлы һәм башҡа исемдәрен бирә;
- ғәмәлдәге Конституция, федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында закон һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа закондарына ярашлы башҡа вәкәләттәрҙе башҡара.
Вәкәләттәрен башҡарғанда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, федераль закондарҙы, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын һәм закондарын, Рәсәй Федерацияһы президенты указдарын һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарарҙарын үтәргә бурыслы.
Башҡортостан Республикаһы Президенттары (1993—2014)
| № | Портрет | ФИО (ғүмер йылдары) | Вәкәләт мөҙҙәте | Партия |
| 1. | Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (1934—2023) |
25 декабрь 1993 — 15 июль 2010 | Берҙәм Рәсәй | |
| 2. | Хәмитов Рөстәм Зәки улы (1954) | 19 июль 2010 — 31 декабрь 2014
15 июль 2010 — 19 июль 2010 һәм 30 май 2014 — 25 сентябрь 2014 — вазифа башҡарыусы |
Башҡортостан Республикаһы Башлыҡтары (2015 йылдан)
| № | Портрет | ФИО (ғүмер йылдары) | Вәкәләт мөҙҙәте | Партия |
| (2) | Хәмитов Рөстәм Зәки улы (1954) | 1 ғинуар 2015 — 11 октябрь 2018 | Берҙәм Рәсәй | |
| 3 | Хәбиров Радий Фәрит улы (1964) | 2018 йылдың 11 октябренән |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Глава Башкирии Радий Хабиров установил себе зарплату на ближайшие годы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 8 октябрь 2022 года.
- ↑ Декларация о государственном суверенитете Башкирской Советской Социалистической Республики (11 октябрь 1990). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Аюпов М. А. Введение института президентства.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 87. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ 1 2 Аюпов М. А. Укрепление вертикали власти в России и десуверенизация Республики Башкортостан.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 96. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Указ президента Российской Федерации от 15 июля 2010 года № 913 «О досрочном прекращении полномочий Президентом Республики Башкортостан» (15 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 18 ғинуар 2014 года.
- ↑ Рустэм Хамитов наделён полномочиями Президента Башкортостана. ИА «Башинформ» (19 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 30 октябрь 2014 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 378 от 30 мая 2014 года «О досрочном прекращении полномочий Президента Башкортостана». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Регина Нуртдинова. Большинство голосов жители Башкирии отдали действующему главе республики. UfaTime.ru (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Госдума оставила Татарстану президента. Как минимум ещё на год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 23 апрель 2019 года.
- ↑ Минтимер Шаймиев отстаивает нынешнее название главной должности Татарстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 23 апрель 2019 года.
- ↑ Башкирский парламент примеряет Рустэму Хамитову новую «шапку». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2020 года.
- ↑ Кирилл Антонов. Татарстан решил не тянуть с раисом. kommersant.ru (27 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Конституция Республики Башкортостан. Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 197—220. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
Һылтанмалар
- Глава Республики Башкортостан — официальный информационный портал
- Глава Республики Башкортостан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Президент Республики Башкортостан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.