Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Flag of Bashkortostan.svg
Раҫланған 25 февраль 1992 [1]
Пропорция 2:3
ДГР номеры 165
Авторлыҡ коллективы
О. Е. Асабина, У. Т. Мәсәлимов, Н. Хәбибулин
Предыдущие флаги
Flag of Bashkortostan 1992.svg
25 февраль 1992 [1] — 12 февраль 2003
Пропорция 1:2
Flag of Bashkortostan (1918).svg
20 август 1918 [2] — 10 октябрь 1924

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы — Башҡортостандың дәүләт символы.

[2][3]

Башҡортостан флагы (1992 йылдан)
Башҡортостан байрағы (1917—1924)

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан флагы тарихын быуаттар төпкөлөнән эҙләү урынлы. Ил байрағы тураһындағы мәғлүмәтте тағы ла байытыу башҡорт халҡының милли бурысы булып тора.

  • XIX быуат

Даими рәүештә хәрби хеҙмәттә булған башҡорт халҡының милли символы итеп иҫәпләнгән байраҡ тураһында тулы булмаған мәғлүмәт билдәле. Ул саҡтағы байраҡта ике башлы сәмреғош һәм уның тирәләй һибелгән алты мөйөшлө йондоҙҙар өҫтөндә Ҡөрьән аяты яҙылған булған.

  • 1918 йыл

Башҡортостан дәүләт флагы тарихы 1918 йылдың 20 август көнөнән башлана. Башҡорт хөкүмәте фарманы менән был көндә башҡорт милли флагы раҫлана. Башҡорт милли флагы төҙөлөшө буйынса 1918 йылға тиклем булған Рәсәй Дәүләт флагын ҡабатлай, төҫтәр айырмалығы менән үҙенсәлекле була. Башҡорт милли флагы зәңгәр, йәшел һәм аҡ төҫтәге өс буй һыҙаттан тора. Флагтың өҫкө һыҙаты күк төҫтә булып башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, урталағы йәшел төҫлө һыҙат — башҡорт халҡының ислам дине ҡанундарына буйһоноуын, аҫтағы аҡ буй төҫлө һыҙат — Башҡортостан халыҡтарының элек — электән тыныслыҡҡа, именлеккә һәм бәхеткә ынтылыуын аңлата. м

  • 1924 йыл

Башҡорт Совет Автономияһы төҙөлөү сәбәпле, 1918 йылда Башҡорт хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән милли флаг ғәмәлдән сығарыла. Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән 1924 йылдың 11 октябрендә Дәүләт флагы раҫлана. Дәүләт флагы итеп ҡыҙыл төҫтәге туҡыма алына, уның өҫкө мөйөшөндә, флаг һабы эргәһендә алтын ураҡ һәм сүкеш, улар аҫтында алтын ҡайма менән уратылған ҡыҙыл йондоҙ һүрәтләнә.

  • 1938 йыл

1938 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы Дәүләт флагына үҙгәреш индерелә. Уның өҫкө һул мөйөшөндә, флаг һабы эргәһендә «РСФСР» һәм бәләкәйерәк хәрефле «Башкирская АССР» яҙыуы индерелә.

  • 1954 йыл

РСФСР Дәүләт флагы үҙгәреү сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Дәүләт флагы ла үҙгәртелә. Флаг һабы яны буйлап флагтың бөтә иңенә асыҡ зәңгәр төҫтәге һыҙат өҫтәлә. Шул килеш флаг 1990-сы йылдарға тиклем ҡулланыла.

  • 1992 йыл

Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләтселеге яңыртылыуы сәбәпле, дәүләт символдары ла үҙгәрә. 1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. 1990 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты «Башҡортостан Республикаһының флагы, гербы һәм гимнына иң яҡшы проектҡа конкурс үткәреү тураһында» 211-се ҡарарын ҡабул итә. Конкурс комиссияһында ижади берләшмәләр, профессиональ рәссамдар, композиторҙар, уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәҡдим иткән ҡырҡҡа яҡын дәүләт атрибуттары проекты ҡарала.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы итеп рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим иткән флаг һайлана, һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылдың 25 февралендә республиканың яңы Дәүләт флагын раҫлай.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡалып:Башҡортостан байраҡтары