Ағиҙел (ҡала)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Ағиҙел
Флаг Герб
Флаг Герб
55°54′00″ с. ш. 53°56′00″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Ҡала округы Ағиҙел
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1980
Ҡала  1991
Майҙаны 67 кв.км км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 80 м
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 15 645[1] кеше (2016)
Катойконим ағиҙелдәр
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452920
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 403 000 000
ОКТМО коды 80 703 000 001

adm-agidel.info
Показать/скрыть карты
Ағиҙел (ҡала) (Рәсәй)
Ағиҙел
Ағиҙел (ҡала) (Башҡортостан Республикаһы)
Ағиҙел
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ағиҙел (тыңлау)  — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, түбәнге ағымында — Кама йылғаһына ҡушылған ерҙән алыҫ түгел урынлашҡан. 1980 йылда Башҡорт атом электр станцияһын төҙөүселәр өсөн ҡасаба итеп төҙөлә. 1991 йылдан республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала. Нефтекама ҡалаһына тиклем — 45 км, Яңауыл ҡалаһы һәм станцияһына — 100 км, Өфө ҡалаһына тиклем — 250 км.

Agidel1.jpg

Транспорт бәйләнеше

Ҡазан — Екатеринбург тимер юлындағы Әмзә станцияһы менән тимер юл бәйләнеше бар.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1989 йыл 12 ғинуар 16757 8734 8023 52,1 % 47,9 %
2002 йыл 9 октябрь 18721 8886 9835 47,5 % 52,5 %
2010 йыл 14 октябрь 16370 7820 8550 47,8 % 52,2 %

Ҡала тураһында гәзит һәм журналдар

  • Ауыл менән ҡала серләшә. «Аҡ ҡалам» гәзите (Ағиҙел). 2015, 30 ғинуар.
  • Моратов М. Өмөтһөҙлөккә бирелергә ваҡыттары юҡ. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 23 ноябрь[2].

Арҙаҡлы шәхестәр

  • Денисламова Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы (1963), Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың мәғариф алдынғыһы.
  • Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы (3.03.1941—21.03.2006) — Башҡортостандың хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1982—93 йылдарҙа Төҙөлөүсе Башҡорт атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры. Рәсәйҙең почетлы химигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы[3].
  • Ураҙбахтин Радик Хәмзә улы (11.07.1957) — Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, көрәш буйынса халыҡ-ара класлы судья, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар