XVIII быуатта этнограф И. И. Лепёхин башҡорт көрәшенең урыҫтарҙыҡынан айырмалы үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған: «урыҫтарҙан айырмалы рәүештә башҡорт көрәшселәре билбауҙың (ҡушаҡтың) остарын ҡул суғына уратып, бер-береһенең арҡалары аша һалалар»[3]. Лепёхин буйынса, һабантуйҙағы ат сабышы бәйгеһендә әгәр ҙә ике ҡатнашыусы алға сыҡһа, уларҙы көрәштереп төп еңеүсене билдәләгәндәр[3][5]. Һуңыраҡ башҡорт милли көрәше хаҡында И. Г. Георги, В. М. Черемшанский, С. Г. Рыбаков, П. М. Кудряшов, М. И. Өмөтбаев, С. И. Руденко, Н. В. Бикбулатов, Л. И. Нагаева үҙҙәренең хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырғандар[6].
Башҡорт көрәше. 21 февраль 1913 йыл.
Шағир-декабрист П. М. Кудряшов көрәште башҡорттарҙың өс төп хәрби уйындарына индерә һәм унда ауырлыҡ категориялары булмауы тураһында яҙа[3]. 1833 йылда Н. Н. Кафтанников башҡорт ауыҙ-тел ижады мотивтары буйынса яҙылған «Арслан-Бабр» повесын баҫтырып сығара. Бында көрәштең ҡағиҙәләре һәм техникаһы тасуирлана, уларҙың ҡайһылары хәҙерге заманда осрамай[5]. Башҡорт мәғрифәтсеһе М. И. Өмөтбаев билдәләүенсә, дөрөҫ башҡорт көрәшендә ике ысул бар — көрәштәште күтәреү һәм уны үҙеңдең күкрәгеңә һалып, аҙыраҡ эйелгән килеш аяҡ аҫтына йәки ситкәрәк ташлау. Уның буйынса, былар бик тиҙ эшләнә, ә башҡа ысулдар иҫәпкә алынмай һәм приз алыуға хоҡуҡ бирмәй[3].
1920-cе йылдарҙа көрәш цирк тамашалары программаһына керә. 1932 йылда тәүге тапҡыр Урал‑Кузбасс спартакиадаһы программаһына индерелә, был ярыштарҙа көрәшсе Х. М. Әминев абсолют чемпион исемен яулай[7]. 1934 йылда Башҡортостан юғары физик культура советы Өфөлә ауыр атлетика мәктәбен ойоштора, бында милли көрәш ысулдарын өйрәтеүгә айырым иғтибар бүленә[2].
1948 йылдан алып Башҡорт АССР-ында көрәш буйынса төрлө йәш категорияһындағы республика чемпионаттары уҙғарыла башлай[7]. 1959 йылда Бөтә Рәсәй спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы Көрәш буйынса бөтә Рәсәй секцияһын төҙөй, шул уҡ йылда Башҡортостанда бындай секция ойошторола. 1960 йылда Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса тәүге тапҡыр РСФСР чемпионаты үткәрелә, бында Х. М. Йосопов чемпион исемен яулай[2].
1960 йылдан Татар АССР-ында Көрәш буйынса чемпионат һәм республика беренселеге үткәрелә, һуңынан ТАССР-ҙың Милли спорт көрәше Федерацияһы Ойошторола.
1960-сы йылдар аҙағында Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 1970-се йылдар башында «Уңыш» ДСО‑һы ҡарамағында көрәш буйынса секциялар булдырыла. 1972 йылда көрәш буйынса тәүге РСФСР спорт мастерҙары билдәләнә, улар — Г. Л. Ҡоҙаҡаев, Р. Ғ. Мортазин, Ф. Ғ. Ҡотдосов һәм М. Мәмлиев[3]. 1991 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, 1999 йылда — Сибай институтында милли көрәш бүлексәләре асыла[7].
Көрәш йыл һайын ҡалаларҙа һәм ҙур тораҡ пункттарҙа яҙғы сәсеү тамамланғандан һуң уҙғарылған һабантуйҙар программаһына рәсми рәүештә индерелә. Милли көрәш буйынса ярыштар республика Ауыл спорт уйындары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттарының һәм мәктәп менән һөнәри-техник училищелары уҡыусылары спартакиадалары, «Спортлы Башҡортостан» спорт фестивале, республика Милли һәм халыҡ спорт төрҙәре фестивале һәм башҡа бәйгеләр программаһына индерелгән[2].
1970 йылда РСФСР Министрҙар советы ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса Комитет «РСФСР-ҙың милли спорт төрҙәре буйынса спорт Мастеры» исемен раҫланы.
Абсаликова Ф. Ш. Игры и развлечения башкир (конец XIX первая половина XX вв.) — Уфа: Гилем, 2000.
Аюпов Р. А. От сабантуя до Олимпийских игр (о развитии в Башкортостане национальных видов спорта и конноспортивных игр). — Уфа: Слово, 1995.
Бикимбетов Р. Г. Народная физическая культура в системе воспитания молодого поколения: совершенствование преподавания физической, культуры и олимпийское образование. — Стерлитамак, 2003.
Муртазин Р. Г. Башкирская спортивная борьба курэш: правила соревнований. — Уфа, 1991.
Мусакаев М. Б. Национальная спортивная борьба курэш: уч.-метод. пособие / М. Б. Мусакаев, С. В. Туленков. — Уфа: Китап, 2008. — 104 с.
Нагаева Л. И. Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. — Уфа: Китап, 1999. — 160 с.
Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с. — ISBN 5-295-03899-8.