Һабантуй

Һабантуй (рус. Сабантуй) — башҡорттарҙың боронғо байрамы. XIX быуат аҙағына тиклем яҙлы‑көҙлө осорҙа ҡарғатуйҙан һуң сәсеү эштәре башланғанға тиклем, һуңыраҡ һәм хәҙерге ваҡытта ла — сәсеү эштәре тамамланғандан һуң үткәрелә. 1991 йылдан дөйөм республика байрамы статусы бирелгән[1].

Һабантуй шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт‑Петербургта һәм Рәсәй Федерацияһының башҡорт диаспоралары йәшәгән төбәктәрендә даими үткәрелә. Волга буйы федераль округы биләмәләрендә, Урта Азия һәм Себер тарафтарында көн иткән күп төрки халыҡтарында осрай.

Этимологияһы

Һабантуй төрки телдәрҙә һабан һәм туй һүҙҙәренән килеп сыҡҡан «һабан туйы» тигәнде аңлата[2]. Шулай уҡ «Һабан байрамы» тигән атама таралған булған[3].

Һабантуй — башҡорт халҡының йола байрамы

Башҡорттарҙа һабантуйҙың байрам ителгәнлеге тарихи яҙмаларҙа билдәләнһә лә, боронғо башҡорт байрамын махсус өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәр аҙ булыуын ғалим З. Ғ. Әминев билдәләй[4]. Ғалимдар араһында һабантуйҙың сығышы һәм таралыуы тураһында төрлө ҡараштар йәшәй. Айырым тикшеренеүселәр башҡорттарҙың күсмә һәм ярым күсмә тормош алып барыуын иҫәпкә алып, байрамдың игенселек менән бәйләнешен һуңғы осор күренеше тип ҡарай. З. Ғ. Әминев иһә үҙ хеҙмәттәрендә һабантуйҙың башҡорт халҡының боронғо йола байрамы булыуын нигеҙләргә тырыша[4].

Автор башҡорттарҙа игенселек элементтарының һәм һабан культының борондан уҡ булыуын төрлө тарихи һәм этнографик материалдар менән бәйләй. Боронғо грек авторҙары күскенсе халыҡтарҙың, шул иҫәптән сактар һәм скифтарҙың, һабанға бәйле йолаларын телгә ала.

XVII быуатта Иоганн Георги һәм И. И. Лепёхин башҡорттарҙың һабантуйын тасуирлап яҙған. Уларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, һабантуй "Ҡарға бутҡаһы"нан һуң, яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас үткәрелгән.

XIX быуатта Фёдор Нефёдов Табын башҡорттары араһында яҙып алынған «Ушкуль» легендаһында ҡыҙыл баҡырҙан эшләнгән һабанға бәйле йола элементтарын телгә ала. Шулай уҡ ҡытайҙың «Хань-шу» сығанаҡтарында күскенсе һундарҙың башҡорт һабантуйына оҡшаш ритуал байрамдары хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланған.

Иоганн Георги башҡорттарҙың көнкүреше тураһында былай тип яҙған:

«Пахотный их праздник Сабантуй во всем, кроме молитв, творимых муллою, сходствует с Анга Соареном черемисским…»

Татар һабантуйына арналған хеҙмәтендә Роза Уразманова был байрамдың ҡарасәйҙәрҙә, балҡарҙарҙа һәм нуғайҙарҙа таралыуын билдәләй. Башҡорт һабантуйы мәсьәләһе иһә айырым тикшеренеүҙәрҙә төрлө кимәлдә сағылыш таба.

Тәңрегә һәм Ер-һыу эйәләренә бағышланған йолалар менән бәйле булған был байрам, ғәҙәттә, май аҙағында — июнь башында үткәрелгән. Байрам барышында ат һәм дөйә бәйгеләре ойошторолған. Тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө был факттарҙы һабантуйҙың боронғо мифологик ҡараштар һәм хужалыҡ традициялары менән бәйләнеше итеп ҡарай[5]

һабантуй бәйгеләре

Һабантуй байрамына мотлаҡ үткәрелә торған йола. Уларға: ат сабыштырыу (башҡортса «бәйге»): көрәштең милли төрө — көрәш; вертикаль оҙон ҡолғаға (башҡортса «һырғауыл») үрмәләү; бер осо ергә күмелгән һәм икенсе осона бүләк эленеп ҡуйылған һелкенеп торған ҡыя бағана буйлап атлау; күҙҙе бәйләгән килеш көршәк ватыу; аяҡтарға тоҡ кейгән килеш йүгереп ярышыу.

Ғалим З. Ғ. Әминев һабантуйҙың төп йолалары башҡорт ауыҙ-тел ижады, мифологияһы һәм этнографияһы аша аңлатылырға тейеш ти. һабантуйҙы уйын (театраллаштырылған башҡарыу) тип ҡараһаҡ, башҡорт мифологияһы уның сценарийы булып тора. Йола (ритуал) менән мифтың бәйләнеше элек-электән үк тикшеренеүселәр тарафынан билдәләнә. Йола мифтың инсценировкаһы, ә миф башҡарылған йоланы аңлатыу һәм нигеҙләү булып сығыш яһай. Иң боронғо замандарҙа был байрамдың сценарийы булып «Урал батыр» эпосы йәки уға оҡшаған миф торған.

Ат сабышы

Башҡорт һабантуйының төп бәйгеләренең береһе, әлбиттә, ат сабыштары. Һабантуйға йыйылған халыҡ ғәҙәттә түҙемһеҙлек менән нәҡ ат сабыштарын йәки бәйгене көтә. Ат сабыштарыу тура трасса ла түгел, ә түңәрәк әйләнәһе буйлап ойошторола. Боронғо мифологик ҡараштарҙы иҫкә төшөрһәк, был — ҙур ҡулса әйләнәһенә күк йөҙө буйлап ҡояш әйләнеүен ҡабатлау, йәғни имитация, шулай уҡ тыуған ерҙе изгеләштереүҙе һәм сакралләштереүҙе аңлата. Беҙҙең ата-бабалар, хаостың ҡара көстәренә ҡаршы көрәшкәндә, башҡорт халҡы өсөн Тәү ер булдырғанда, тәүаталары Урал батырҙың хәрәкәтен ҡабатлап түңәрәкләп хәрәкәт итеп, территорияны ҡулса менән уратып, уны хәүефтәрҙән һаҡлауҙы кәүҙәләндергән. Уларҙың күҙаллауҙары буйынса, һабантуй үткәреү урыны ла тормош барлыҡҡа килгән тәүге Ерҙе хәтерләтергә тейеш.

Беҙҙең башҡорт фольклоры һәм этнографияһы ат менән ҡояштың бәйләнешен раҫлаған бай материал бирә. Шулай, айырым алғанда, «Урал батыр» эпосында иң яҡшы аттарҙың аты — «Аҡбузат»ҡа Ҡояш эйә. Был эпоста Урал тауҙары — дейеү (аждаһа, ен, бәрей һ. б.) менән көрәшкән Уралдың үҙенең Аҡбуҙатында үткән юлы тиелә. Башҡорттарҙың бөгөнгө көнгә саҡлы килеп еткән боронғо ышаныуҙары кешегә һәм бөтә тереклеккә зыян килтереүсе көстәр, ниндәйҙер бер сәбәптәр арҡаһында, аттарҙан һәм уның менән бәйле әйберҙәрҙән ҡурҡа. Элекке замандарҙа, башҡорттар, ни сәбәптәндер, өйөнән ситтә, асыҡ һауала, ҡунып ҡалыу уңайһыҙлығы барлыҡҡа килһә, ҡуныу урынын сыбыртҡы, ат саң егеү ҡорамалдары сбруй һәм шуға оҡшаш ат менән бәйле кәрәк-ярағы менән уратып алғандар. Башҡорттар, ошо рәүешле уратылып, түңәрәк эсендә ҡалған кеше һаҡлы була тип һанаған. Был осраҡта, парциаль магия принцибы (рус.)баш. буйынса — ат һаҡлауы аҫтында, һәм артабан ул кәүҙәләндергән Ҡояш һағы аҫтында тора тип иҫәпләнелгән.

Көрәш

һабантуйҙың тамашасыны мауыҡтыра һәм юғары ыңғай көсөргәнештә тота торған тағы бер ритуаль күренеше булып милли көрәш тора. Был ритуаль хәрәкәтте башҡорттарҙың «борон-борон заманда», «әлмисаҡта», донъя барлыҡҡа килгәндә ике көстөң: Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡтың, Яңы менән Иҫкенең, Йәшәү һәм Үлемдең үҙ-ара көрәшенең сағылышы тигән боронғо мифологик күҙаллауҙары тип аңлатып була. Был көрәш барышында Яҡшылыҡ көстәре Яуызлыҡты еңә һәм донъяла тәртип («тәртип», «рәт», «ип») урынлаша.

Ҡолғаға үрмәләү

Башҡорт, шулай төрөк мифологияһында һабантуйҙа аҫҡы йыуан осо ергә тәрән соҡор ҡаҙып күмеп ҡуйылған һәм үрҙәге нәҙек осона бүләктәр эленгән бейек һәм шыма вертикаль бағанаға үрмәләү уйынына аңлатма бирелгән. Был ҡолға янында һәр ваҡыт кеше күп була, һәм улар шаярта, ҡысҡырып көлә. Кем ҡолғаның осона үрмәләп барып етә, шул бүләкте үҙенә ала.

Донъяның мифологик моделенең төп концептуаль, конструктив элементы булып, вертикаль буйынса өс донъяны һәм горизонталь буйынса донъяның дүрт яғын тоташтырыусы «Донъя ағасы» тора, йәғни был ағас Донъя үҙәгендә тора. Донъяның үҙәгендә үҫеүсе «Донъя ағасы» тигән төшөнсә ысынында Ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың мифологияһында ла бар. Был ағас ярҙамында Ғаләмдең өс ҡаты — ер аҫты (һыу аҫты), ер өҫтө һәм күк тоташа. Миф геройҙары, Донъя ағасы олоно буйлап сәйәхәт иткәндә, ер аҫты (һыу аҫты) донъяһынан ер өҫтөнә күтәрелә, ә һуңынан күккә олғаша.

Һабантуйҙың вертикаль тайғаҡ ҡолғаһы, ярышта ҡатнашыусылар, ҡомарланып ҡолға үренә атлыҡҡанда, башҡорт мифологияһындағы Донъя ағасының аналогы һымаҡ ҡабул ителә, һәм тәүяралғы осорҙа күктең иң үренә, етенсе ҡатына, осоп менгән боронғо тәүбабабыҙ Урал батырҙың эш-ғәмәлдәрен ҡабатлай кеүек. һабантуйҙа тайғаҡ ҡолғаға, үҙҙәренең йылғырлығын күрһәтеү һәм бүләк алыу маҡсатында, иң ҡыйыуҙар үрмәләй һәм был эпостағы семантик йөкмәткене ҡабатлай. Был тайғаҡ ҡолға тәүосорҙа башҡорттарҙың тәүбабаһы Урал батыр күккә артылған донъя бағанаһын (йәки донъя терәген) кәүҙәләндергән тип фаразлап була.

Ҡыя бағанаға үрмәләү

Йыуан осо менән ерҙе соҡоп урынлаштырылған тирбәлеп торған ҡыя бағананың үрге осонда бүләккә тәғәйенләнгән тәкә эленә, һәм бында һәр саҡ кеше күп була. Ҡыйыу егеттәр ҡыбырлап торған ҡолғаның осона саҡлы атлап барырға һәм бүләк алырға тейеш була. Боронғо башҡорт мифологияһы һәм фольклорынан был күренешкә лә аңлатма бар. Билдәле булыуынса, башҡорттар был донъянан икенсе донъяға һыу аша һалынған күперҙән сыға. Башҡорт ауыҙ тел ижадында донъялар сигендәге күперҙә батырҙар яуыз көстәр: ендәр, дейеүҙәр, аждаһалар менән осраша һәм уларҙы еңә. Башҡорт фольклорында был күперҙән фәҡәт үтә тоғролоҡло батырҙар ғына үтә. Был күперҙе башҡорттар «Сират күпере» тип атай. Был күпер аша хыянатһыҙ батыр аҡ төҫтәге тәкәне үткәрә тип иҫәпләнә. Шуның өсөн һабантуйҙың тирбәлеп тороусы ҡыя бағананы башҡорттарҙың бер донъянан икенсе донъяға һалынған күпер тураһындағы ышаныуҙарының шаңдауы тип раҫларға мөмкин.

Тоҡ кейеп йүгереү

Тоҡ кейеп йүгереү һабантуйҙың иң күңелле ярыштарының береһе булып тора. Был тамашаға ла боронғо башҡорт мифологияһында аңлатма табып була. Башҡорт әкиәттәрендә Йүгерек батыр, бик шәп йүгерә алһа ла, йыш ҡына йә һыңар аяҡлы, йә аяҡтары тышалған, йә тирмән ташы тағылған итеп күрһәтелә. Тоҡ кейеп йүгереүселәрҙең һикерәңдәп йүгергәненә ҡарап ысын күңелдән көлөп тамаша ҡылғанда, беҙ уның тәрән боронғолоғо хаҡында башыбыҙға ла килтермәйбеҙ. Баҡтиһәң, тоҡ кейеп йүгереү Йүгерек батырҙың Мәскәй ҡарсыҡ менән ярышып йүгереүе семантикаһына оҡшаған, йәғни бында, һабантуйҙа, ике аяҡты ла тоҡ эсенә тығып, шундай көлкө хәлдә йүгерергә маташып, ҡатнашыусылар һыңар аяҡта йүгереүсегә оҡшайҙар. Хәҙерге заманда был көлкөлө тамаша кеүек кенә ҡабул ителһә лә, борон ул бик етди ҡабул ителгән, сөнки боронғоларҙың күҙаллауы аша, күп нәмә — Яңы йыл тыуырмы әллә тыумаҫмы — ошо мәсьәлә лә хәл ителгән. Йәш йүгеректең йүгерек ҡарсыҡты уҙыуы яңы тормош тыуыуын һәм иҫке йылдың китеүен аңлатҡан. Был ҡыш менән йәйҙең (иҫке менән яңының) символик көрәшен, яуыз һәм изгелек көстәренең ҡаршы тороуын күрһәтә.

Көршәк ватыу

һабантуй барышында күҙҙе бәйләп көршәк ватыу кеүек күңелле тамаша башҡорттарҙың исламға тиклемге донъяға ҡарашынан сығып аңлатыа. Этнографик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, балсыҡ көршәктәрҙе ватыу йолаһы киң таралған булған. һауыттарҙың (көршәктәрҙең) бик йыш ҡына календарь байрамдарға мөнәсәбәте бар, был йоланы төрлө мәҙәниәттәрҙә осратырға мөмкин, көршәк ватыу йолаһы ниндәйҙер дәрәжәлә төрлө халыҡтарҙа, планетаның төрлө яҡтарында төрлө һәм кимәлле мәҙәниәттәрҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, Урта Азия тажиктары һәм үзбәктәре Науруз байрамында бындай йоланы башҡара. Был йоланың мәғәнәһе — иҫкенән ҡотолмайса, урын бушатмайса, яңыға урын юҡ, шуға яңы көн тыумай. Башҡорттарҙың телендә һаманға саҡлы «Берәү үлмәй — берәү көн күрмәй» тигән әйтем һаҡланған. Бер башҡорт әкиәтендә батыр: «Ҡарттың үлеме — һабантуйға» тип ҡысҡырып ебәрә. Был һүҙҙәрҙә башҡорт ата-бабаларының ҡарт, йәшәрен йәшәгән кеше иҫке, ҡартайыу кәүҙәләнеше һәм ул китергә, яңы дәүер тыуыу — һабантуй байрамы тип ҡабул ителгән яңы тормошҡа урын бушатырға тейеш тигән мифологик ҡараш[6].

Ҡул көрәштереү

Уйындың киләһе тәртибе: дәғәүәсене еңеү өсөн уның ҡулын өҫтәлгә йығырға кәрәк. Ҡул көрәштереүселәрҙең башы, кәүҙә өлөштәре, шул иҫәптән иңбаштары өҫтәлдәге урта һыҙыҡтан (ике төҫ киҫешкән урын) уҙырға тейеш түгел.

Көрәшсегә иҫкәрмә түбәндәге осраҡтарҙа яһала: терһәкте өҫтәлдән айырғанда; алыш ваҡытында бер сәбәпһеҙ ҡулды тартып алғанда; ике аяғын да иҙәндән күтәрһә; баш, муйын, кәүҙә өлөштәре урта һыҙыҡты киҫеп уҙһа.

Иҫкәртеү белдерелгән осраҡта йә иһә бер ҡатнашыусы ҡулын тартып алһа, көрәшеүселәргә 30 секунд ял бирелә. Ике иҫкәрмә алған ҡатнашыусы еңелгән тип һанала.

Таш ырғытыу

Таш ырғытыу һабантуй байрамында һуңғы ваҡытта яңы ингән бәйге. Был бәйге 1950 йылдарҙа Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәгән Рәхимйән Яхин исеме менән бәйле. Ул ҡыҙыҡ күреп юл буйында ятҡан ҙур аҡ ташты эйәрле ат аша алып ташлай. Был таш әлеге көндә Килдеғол мәктәбе музейында һаҡлана. Беренсе тапҡыр таш 1994 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында бейеклеккә ташлана. Шул ваҡыттан таш ырғытыу бәйгеһе Бөрйән районы һабантуйында йылда ойошторола. Башҡа һабантуйҙарҙа ла был бәйгене күрергә була.

Йомортҡалы ҡалаҡты ауыҙға ҡабып йүгереү

Старт һыҙығында ҡатнашыусыларға ҡалаҡ һәм тауыҡ йомортҡаһы бирелә. Йомортҡаны ҡалаҡҡа һалырға, ә ҡалаҡты, ауыҙға ҡабып, тештәр менән ныҡлап эләктерергә кәрәк. Сигнал бирелгәндән һуң, йомортҡаны ҡалаҡтан төшөрмәйсә, билдәләнгән арауыҡты йүгереп үтергә кәрәк. Ҡалаҡтан йомортҡаһы төшөп киткән ярышыусы уйындан сыға. Йомортҡа ятҡан ҡалаҡты ҡул менән тоторға ярамай.

Шулай итеп, башҡорт һабантуйының өҫтә һанап киткән ритуаль күренештәрен анализлау был байрамдың тамырҙары быуаттар тәрәнлегендә һәм уның нигеҙендә тәү ата-бабаларҙың мифологик ҡараштары ятҡанын күрһәтә. Тәбиғәт яңырған дәүерҙә, яҙ көнө, һабантуй байрам итеү аша беҙҙең йыраҡтағы ата-бабалар донъяны яралтҡан һәм яңыртҡан Хоҙайҙың батырлыҡтарын ҡабатлағандар тип әйтергә кәрәк.

Хәҙерге заманда һабантуйҙар

Ғәҙәттә һабантуйҙы бер-нисә ауыл бергә үткәрә. һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. һебә йыйыу—ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һәм башҡа халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.

Байрамда уйын-көлкө, аш-һыу араһында донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторолған, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алынған.

Тарихсы С.А. Ғәлләмов һабантуй курд-иран һүҙе, һаб орлоҡ тигәнде аңлата тип иҫәпләй.

Башҡа һәйбәт миҙгел йолалары кеүек, һабантуй ҙа беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Совет осоронда был йоланы һаҡлап ҡалыу өсөн Совет һәм партия органдары күп көс һалды, дини үҙенсәлектәре алып ташланды. Хәҙер һабантуйҙар тәүҙә ауылдарҙа, шунан район үҙәктәрендә үткәрелә. Унда яҙғы баҫыу эштәренә һәм мал ҡышлатыуға йомғаҡ яһала, алдынғыларҙы бүләкләү ойошторола.

Матур йола булараҡ һабантуй республикабыҙ ҡала һәм райондарынан тыш илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә, шулай уҡ Санкт-Петербург, Владивосток, Нижневартовск ҡалаларында һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән край һәм өлкәләрҙә (Ҡурған өлкәһе[7], башҡа төбәктәрҙә, шулай уҡ БДБ дәүләттәрендә, ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә үткәрелә. Мәҫәлән, Анкара , Лондон[8], Париж[9], Рим[10], Рига[11], Женева[12] һәм донъяның башҡа ҡалаларында ла үҙенсәлекле һабантуйҙар үтә. Уларҙа милли уйындар, сәнғәт коллективтары концерты, сауҙа ойошторола.

Башҡортостанда 2026 йыл һабантуйҙары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылда республикала һабантуйҙар үткәреү графигын раҫланы[13][14].

30 майҙа Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондарында һабантуй ойошторола.

6 июндә Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Яңауыл һабантуй үткәрә.

11 июндә — Баймаҡ районы һабантуйы.

12 июндә Балтас, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Фёдоровка һәм Шаран райондары һабан байрамын билдәләй.

13 июндә — Бөрө, Ҡариҙел, Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ райондарында.

20 июндә Бәләбәй һәм Көйөргәҙе райондарында һабантуй була.

4 июлдә — Дүртөйлө районында.

18 июлдә — Белорет районында.

Иҫкәрмәләр

  1. Ф. Ф. Фәтихова. Һабантуй, байрам (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  2. Сабан // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. сабантуй (происхождение сабантуй, этимология сабантуй) " Этимологический словарь русского языка. Фасмер Макс (online версия) " Русский язык " Classes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 31 август 2011 года.
  4. 1 2 З. Г. Аминев. Мифоритуальные основы башкирского праздника «Сабантуй» // Актуальные проблемы истории Саяно-Алтая и сопредельных территорий: материалы международной научно-практической конференции, 24-26 октября 2007 г., г. Абакан. Выпуск 3. Часть 1 / Отв. ред. И. А. Чеботарева. — Абакан: Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанаева, 2007. — С.175 — 188. (рус.)
  5. Аминев З. Г. Мифоритуальные основы башкирского праздника «Сабантуй» (Башҡорт байрамы «Һабантуй»ҙың мифологик-ритуал нигеҙҙәре) http://urgaza.ru/library-portal/articles/291/1795/ (рус.)
  6. З. Г. Аминев. Мифоритуальные основы башкирского праздника «Сабантуй» // Актуальные проблемы истории Саяно-Алтая и сопредельных территорий: материалы международной научно-практической конференции, 24-26 октября 2007 г., г. Абакан. Выпуск 3. Часть 1 / Отв. ред. И. А. Чеботарева. — Абакан: Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанаева, 2007. — С.175 — 188 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2026)
  7. Ҡурған өлкәһе башҡорттары һабантуй уҙғарҙы (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (10 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  8. Гульфия Акулова. Пятый по счету сабантуй в Лондоне в очередной раз собрал наших соотечественников. ИА «Башинформ» (23 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026. (рус.)
  9. Ләйлә Аралбаева. Париж халҡы һәм ҡунаҡтары һабантуйҙы Эйфель башняһынан ҡараны (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (29 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
  10. Лейла Аралбаева. Самый поздний в году татарско-башкирский сабантуй пройдет в Италии. ИА «Башинформ» (13 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
  11. Ләйлә Аралбаева. Ригала халыҡ байрамы — «һабантуй» ойошторола (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (14 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2026.
  12. Ләйлә Аралбаева. Женевалағы һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән йырсы Гөлнур Ҡарабулатова сығыш яһаны (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (6 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  13. Указ о проведении народного праздника «Сабантуй» в 2026 году. Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (29 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  14. Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды (башҡ.). Башинформ (30 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.

Әҙәбиәт

  • Лепехин И. И. Дневные записки путешествия академика Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства: в 1768, 1769 и 1770 годах. — СПб., 1795—1802;
  • З. Г. Аминев. Мифоритуальные основы башкирского праздника «Сабантуй» // Актуальные проблемы истории Саяно-Алтая и сопредельных территорий: материалы международной научно-практической конференции, 24-26 октября 2007 г., г. Абакан. Выпуск 3. Часть 1 / Отв. ред. И. А. Чеботарева. — Абакан: Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанаева, 2007. — С.175 — 188.
  • Синицкая О. А. Башкирский праздник сабантуй в трудах учёных и исследователей // Вестник Челябинского государственного университета. — 2014. — № 8 (337). — С. 106—110.