Фёдоровка районы (Башҡортостан)

Фёдоровка районы (рус. Фёдоровский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Фёдоровка ауылы. Районда 19541 кеше йәшәй.

Географик белешмә

Район территорияһы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан. Шул төбәктә Дим, Ашҡаҙар һәм Сүхәйле йылғалары баш ала. Улар Федоровка һәм тағы бер нисә район аша ағып,Ағиҙелгә барып ҡушыла.

Районда кирбес һуғыу, юл һалыу өсөн сеймал — ҡомташ бар.

Ауыл хужалығы ҡулланылышындағы ерҙәр — 136,2 мең гектар, шуларҙан 91,3 мең — баҫыуҙар, 7,9 — сабынлыҡтар, 36,9 — көтөүлектәр. Хужалыҡтар арыш, бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм башҡа техник культуралар, мал аҙығы үҫтерә. Малсылыҡ — ит-һөт тармағы һәм сусҡасылыҡтан ғибәрәт.

Тарихи белешмә

Федоровка районы 1935 йылда ойошторолған.

Демографик хәл

Район халҡының милли составы

Милләт 1970 йән иҫәбе 1989 йән иҫәбе 2002 йән иҫәбе
татарҙар 9 924 / 32,5 % 6 895 / 35 % 6 527 / 33,2 %
урыҫтар 4 452 / 22,6 %
башҡорттар 3 097 / 11,3 % 2 772 / 14 % 3 476 / 17,7 %
сыуаштар 2 404 / 12,2 %
мордвалар 2 332 / 11,9 %

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 37 477 [1][2]
1959 йылдың 28 373 [3][2]
1970 йылдың 27 744 [4][2]
Йыл Халыҡ һаны
1979 йылдың 22 963 [5][2]
1989 йылдың 19 712 [6][2]
2002 йылдың 19 675 [7][2]
Йыл Халыҡ һаны
2010 йылдың 18 650 [8][9]
2018 йылдың 16 798 [10]
2019 йылдың 16 443 [11]

Иҡтисады

Федоровка районының ере — ҡара тупраҡлы. Районда 24 ауыл хужалығы предприятиеһы, 136 игенсе-фермерлыҡ хужалығы һәм 7150 шәхси ярҙамсы хужалыҡ. 25 мең гектарҙы — иген культуралары, 4,5 мең гектары көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары биләй[12]

Билдәле шәхестәре

Матбуғат

Районда башҡортса «Ашҡаҙар таңдары» гәзите, татарса «Ашкадар таңнары», урыҫса «Ашкадарские зори» гәзиттәре сығарыла[18]

Транспорт

Район аша Стәрлебаш — Федоровка — Мәләүез, Федоровка — Стәрлетамаҡ, Федоровка — Дедово — Ермолаевка автомобиль юлдары уҙа.

Иҫкәрмәләр

  1. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  2. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  3. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  5. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  6. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  7. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  8. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  12. Нәтиҗәле идарә — үсешнең иң мөһим шарты(недоступная ссылка)
  13. Руководство АО «Башкирская содовая компания». Официальный сайт АО «Башкирская содовая компания» (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
  14. Рустэм Хамитов наградил геофизика Геннадия Казанина орденом Салавата Юлаева. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 24 июль 2018 йыл (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Хәбибуллин Рәйес Рәхмәтулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2018)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Шергенг Наталия Алексеевна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Әмиров Марс Басыр улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)
  18. Гәзит сайты

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә