Ҡариҙел районы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡариҙел районы
Флаг
Flag of Karaidelsky District.svgRUS Karaidel rayon COA.svg
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Майҙаны
  • 3786 км²
Административ үҙәк Ҡариҙел
Нигеҙләү датаһы 20 февраль 1932
Дәүләт
Урынлашыу картаһы
Рәсми атамаһы рус. Караидельский район
Код КЛАДР 0202800000000
Рәсем
Рәсми сайт karaidel.bashkortostan.ru (рус.)
Халыҡ һаны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ҡариҙел районы (рус. Караидельский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ҡариҙел ауылы. Районда 27,5 меңдән күберәк кеше йәшәй.

Файл:Фотография природы Караиделя 2020 год.jpg
Фотография природы Караиделя 2020 год.
Файл:Ҡариҙел ауылы фотоһы.jpg
Ҡариҙел ауылы фотоһы

Район 1932 йылдың 20 февралендә ойошторолған. Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Майҙаны — 3 786 квадрат километр, шуның 2 347 квадрат километрын урман биләй.

Район үҙәге Өфөнән 217 километр алыҫлыҡта ята, иң яҡын тимер юл станцияһы — «Суртан күле» (Пермь крайы).

2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 13 меңдән ашыу башҡорт, 7 меңдән күберәк татар, 5 меңдән ашыуыраҡ урыҫ, бынан тыш, башҡа милләттәр ҙә йәшәй.

Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде «икенсе Швейцария» тип тә йөрөтә.

Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры — урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән.

Районды Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы автомобиль юлы киҫеп үтә.

2001 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпер һалынған.

2019 йылда Ҡариҙел районында Башҡортостандың йөҙ йыллығына яңы күпер төҙөлдө. Уның оҙонлоғо 324 метр, юлдың киңлеге 9 метр.

Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Был төбәк дүрт "Советтар Союзы Геройы"н биргән, улар — Петр Георгиевич Корочкин, Николай Кириллович Романов, Сергей Павлович Черепахин, Нурлы Миңлеәхмәт улы Миңлеәхмәтов.
Рәсәй Геройы исеменә Владимир Ришат улы Әлимов лайыҡ булған.
Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Василий Семенович Дульцев лайыҡ булған.


Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы [13.03.1938—19.04.2002), Тула өлкәһе «Щёкиноазот» комбинатының 1956—1996 йылдарҙағы өлкән аппаратсыһы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1971), Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Байҡы-Юныс ауылынан[2].
Йыһангирова (Зангирова) Тәсбиә Сәйет ҡыҙы (3.09.1927) — почта хеҙмәте ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе[3].
Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы (11.11.1963), мәҙәниәт эшмәкәре, 1984 йылдан райондың «Йәшлек» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Яҡуп ауылынан[4].
Пантюхин Анатолий Алексеевич (23.10.1932—31.05.2017) — табип-терапевт, 1969—1989 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[5].
Риянов Рәйес Мәсәлим улы (Рәйес Риян) (14.03.1934—30.03.2015), журналист, яҙыусы, шағир. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡариҙел ауылынан.
Салиева Эмма Алексеевна (29.03.1969), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1992 йылдан Уразай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы (8.03.1924—21.04.2017), совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Черепахин Сергей Павлович (1.10.1923—4.02.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Байҡы ауылынан[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 24 864 [7][8]
1959 50 904 [9][8]
1970 47 654 [10][8]
1979 38 337 [11][8]
1989 30 276 [12][8]
Йыл Халыҡ һаны
2002 28 294 [13][8]
2008 27 955 [14]
2009 27 737 [15]
2010 27 945 [16]
2012 27 369 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2013 27 049 [18]
2014 26 437 [19]
2015 26 049 [20]
2016 25 746 [21]
2017 25 533 [22]
Йыл Халыҡ һаны
2018 25 282 [23]
2019 24 909 [24]
2021 24 225 [1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2018)
  3. Исторический календарь / 2017 / Сентябрь. Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2017 йылдың 21 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 август 2017)
  4. Мунирова Рафиля Мугаллимовна. Отдел культуры. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
  5. С минуты молчания начали работу оперативного совещания районной администрации по понедельникам 5 июня. Муниципальный район Караидельский район. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)
  6. Башкирская энциклопедия — Черепахин Сергей Павлович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  9. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  10. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  11. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  12. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  13. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  14. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  15. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  16. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  17. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  18. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  19. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  20. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  21. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  22. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  23. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  24. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]