Ҡараяр (Ҡариҙел районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡараяр
рус. Караяр
55°42′02″ с. ш. 57°01′26″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ҡариҙел
Ауыл советы Ҡараяр
Башлыҡ Султанова Раиса Тимергалиевна[1]
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 751[2] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452374
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 234 836 001
ОКТМО коды 80 634 436 101
ГКГН номеры 0521092

Ҡараяр (Ҡариҙел районы) (Рәсәй)
Ҡараяр
Ҡараяр (Ҡариҙел районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡараяр

Ҡараяр (рус. Караяр) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. Ҡараяр ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 751 кеше[3]. Почта индексы — 452374, ОКАТО коды — 80234836001.


Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡариҙел): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Щучье Озеро): 190 км

Ҡараяр ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә, район үҙәге Ҡариҙел ауылынан көньяҡ-көнсығышына табан 25 километр һәм Щучье Озеро (Пермь крайы) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышына табан 190 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡараяр топонимы 1896 йылда уҡ билдәле була. Ул саҡта Лесная пристаны янында урынлашҡан Ҡараярҙың 5 йортонда 25 ир-ат йәшәгән.

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡараяр XX быуаттың 50-се йылдарында элекке Ҡараяр пристаны урынында Павловка ГЭС-ын төҙөгәндә, ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә.

2005 йылдан хәҙерге статусына эйә[5].

Әлеге ваҡытта Ҡараяр ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто («Умырзая» халыҡ башҡорт вокаль ансамбле), китапхана, мәсет бар[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡараяр ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 939 417 522 44,4 55,6
1970 йыл 15 ғинуар 1126 510 616 45,3 54,7
1979 йыл 17 ғинуар 960 438 522 45,6 54,4
1989 йыл 12 ғинуар 912 433 479 47,5 52,5
2002 йыл 9 октябрь 729 328 401 45,0 55,0
2010 йыл 14 октябрь 751 339 412 45,1 54,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шәмсетдинова Ғәлиә Хәкимулла ҡыҙы (6.01.1959), участка дауаханаһы фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре[6].
  • Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы (5.12.1961, Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы) — скульптор. 1989 йылда Башҡорт дәүләт пединститутының худграфын тамамлай. 1993 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов, сәйәси эшмәкәр Зәки Вәлиди мемориаль таҡталарының, станковый эштәр серияһы («Отраже­ние», «Из легенды», «Поклоняющийся звёздам») һ. б. авторы. Әҫәрҙәрендә ҙур һәм тоташ скульптура формаһын тәрән аңлауы яҡшы сағыла. «Шәғәле Шаҡман йәйәһе» (1999—2003, мәрмәр, 91×72×32) әҫәре батыр Шәғәле тархандың ҡырағай буйвол мөгөҙҙәренән эшләнгән һәм шуның өсөн мәргән һәм ныҡ тығыҙ легендар йәйәһе тураһындағы риүәйәткә нигеҙләнгән.[7]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тау урамы — (рус.  Горная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Пионер урамы (рус.  Пионерская (улица)
  • Ҡыуғын урамы (рус.  Сплавная (улица)
  • Ҡыя тау урамы (рус.  Косогорная (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Революцион урамы (рус.  Революционная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (преулок)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
[8]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Сүлмәктау, Ҡолтау

Йылғалар:

Шишмәләр:

  • Әүлиә шишмәһе

Ялан-бесәнлектәр:

Тәбиғәт һәйкәле

Тарихи һәйкәл

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Администрация СП. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано из оригинала 3 август 2013 года. 2013 йылдың 3 август көнөндә архивланған.
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. 4,0 4,1 Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 483. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Указ от 29 июня 2005 года № УП-262 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник здравоохранения Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения Республики Башкортостан», 29 июня 2005 года(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
  7. Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Карта д. Караяр. Улицы