Павловка һыуһаҡлағысы
Павловка һыуһаҡлағысы (рус. Павловское водохранилище) — Ҡариҙел йылғаһында Павловка ГЭС-ы плотинаһы хасил иткән һыуһаҡлағыс. Өфө ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү резервы.
Үрге һәм урта өлөшө Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында, түбәнге өлөшө республиканың Благовещен һәм Нуриман райондары араһында урынлашҡан.
Һыуһаҡлағысты тултырыу ГЭС төҙөлөшө амылғандан һуң туғыҙ йыл үткәс — 1959 йылда — башлана һәм 1961 йылда тамамлана.
Һыуһаҡлағыс
Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо 150 километр тәшкил итә (Муллаҡай ауылынан Павловка ауылына тиклем). Үҙәнле типҡа ҡараған һыуһаҡлағыс. Максималь киңлеге — 1750 метр (уртаса — 770 метр)[1]. Уртаса тәрәнлеге — 11,7 метр, плотина эргәһендә — 35 метрға тиклем. Түбәнге өлөшө Ҡариҙел тамағынан 170 километрҙа ята.
Һыуһаҡлағыс Өфө платоһында, ләкин ныҡ карстланған территорияла урынлашҡан (СССР-ҙа бындай тип территорияла төҙөлгән беренсе ҙур һыуһаҡлағыс була)[1].
Һыуһаҡлағыс Ҡариҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары аҡмаһына миҙгелле, аҙналыҡ һәм тәүлеклек көйләүҙе тормошҡа ашыра. Уны нормаль терәк кимәлгә (140 м) еткереп тултырыу яҙ башҡарыла, апрель аҙағы — май башында тамамлана. Йылғаның яҙғы ағымының 16 проценты самаһы туплана[1]. Тупланған һыу күләме тулыһынса йә өлөшләтә шул уҡ йылды эшкә ҡушыла. Эшләтеү ғинуарҙа башлана һәм 140 көн дауам итә. Һыу кимәле тирбәлеүенең йыллыҡ амплитудаһы уртаса 11 метр тәшкил итә[2].
Гидроузелдың ҡапҡаһы тирәһендә һыу йыйылыу майҙаны 47 100 км² тәшкил итә, күп йыллыҡ уртаса аҡмаһы йылына 10,74 куб километрға, шул иҫәптән яҙғы ташҡын аҡмаһы 5,8 куб километрға тигеҙ[3].
Һыуһаҡлағыс ноябрҙән майға тиклем боҙ менән ҡаплана, февраль-мартта боҙ ҡалынлығы 70—80 сантиметрға етә.[2]
Павловка гидроузелы
Павловка гидроузелы Нуриман районының Павловка ауылы эргәһендә урынлашҡан. Гидроузел составына үҙәнле һәм һыубаҫар плотиналар, 166 МВт ҡеүәтле плотиналы-үҙәнле Павловка гидроэлектр станцияһы һәм бер камералы шлюз инә.
Гидроҡоролмалар класы — II. Павловка суднолар йөрөү шлюзы — бер баҫҡыслы, плотина буйында, бер епле, шахталы, тимер-бетон, док тибында. Шлюздың төп функцияһы — баҫым фронтын тәьмин итеүҙә ҡатнашыу, судноларҙы, һалдарҙы һәм һирәк була торған һәләкәтле ташҡындарҙы үткәреү. Шлюздың тышҡы ситтәре араһындағы алыҫлыҡ — 164,16 м. Шлюз камераһының габарит үлсәмдәре — 120,0 × 15,0 м, камераның оҙонлоғо — 96,4 м. Ул — шахта тибындағы монолит тимер-бетон гидротехник ҡоролмаларҙың иң ҡарты, Европала иң ҙур баҫымлы шлюз[3].
Транспорт
Ҡариҙел йылғаһы һәм Павловка һыуһаҡлағысы һыу транспорты юлы булараҡ, нигеҙҙә, урындағы йөктәрҙе республиканың алыҫ төбәктәренә ташыу өсөн хеҙмәт итә. Ҡариҙел йылғаһынан башҡа, Павловка һыуһаҡлағысына суднолар йөрөшлө өс ҙур булмаған ҡушылдыҡ ағып төшә: Байҡы, Йүрүҙән, Өрөш[3].
2010 йылда Павловка һыуһаҡлағысы тирәләй Павловка ауылынан «Павловка паркы» туристик тауҙан шыуыу үҙәгенә тиклем асфальт юл һалына (оҙонлоғо 7 км).
Павловка һыуһаҡлағысы тирәләй автомобиль юлдары күп түгел. Һыуһаҡлағыс үтә оҙон булғанлыҡтан (150 км) уны ҙур юлдар буйлап урап үтергә тура килә.
2019 йылдың октябрендә Павловка һыуһаҡлағысының үрге ағымында Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы автомобиль юлында һыуһаҡлағыс аша күпер файҙаланыуға тапшырыла[4].
2024 йылдың декабрендә Ҡариҙелдән Дыуан районының Таҙтүбә ауылына тиклемге 40 саҡрымдан ашыу участкала Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау тамамлана һәм бында хәрәкәт рәсми рәүештә асыла. Биш йыл эсендә 70 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы, шул иҫәптән Ҡариҙел йылғаһы аша 328 метр оҙонлоҡтағы күпер реконструкциялана һәм төҙөлә. Был автомобиль юлының 250 саҡрымдан ашыуы асфальт-бетон менән ҡапланған[5].
Туризм
Һыуһаҡлағыс ярында «Павловка паркы» ял базаһы урынлашҡан, унда тау саңғыһы үҙәге эшләй. База республиканың әүҙем ял итеү урындарының береһе булып иҫәпләнә. Бында саңғыла, тюбингта йәки сноубордта шыуыу өсөн бар уңайлыҡтары булған тау һырты, һыу ятҡылығы янында йыһазландырылған уңайлы пляж бар.
Базаның торлаҡ фонды ике ҡатлы коттедждарҙан һәм өс ҡатлы ҡунаҡхана комплексынан тора. Эшлекле корпоратив саралар өсөн 120 кешегә иҫәпләнгән конференц-зал ҡаралған.
Комплекс территорияһында төрлө һыйҙырышлы бер нисә кафе, шул иҫәптән йәйге ваҡытта һыуһаҡлағыс ярында асыҡ кафе эшләй. Аш-һыу әҙерләү өсөн асыҡ утта бәләкәй һәм ҙур ял беседкалары булған мангал зонаһы булдырылған.
Ҡышҡы миҙгелдә саңғыла, тюбингта йәки сноубордта шыуырға мөмкин, шулай уҡ инвентарҙе прокатҡа биреү пункты менән каток бар, теләгәндәр һыу һаҡлағыс боҙо өҫтөндә ҡышҡы балыҡ тотоу менән ваҡыт үткәрә ала.
Ҡышҡы ял итеү миҙгеле, уртаса алғанда, декабрь башынан апрель аҙағына тиклем дауам итә. Был осорҙа ла парк урынлашҡан төбәктә аяҙ көндәр етәрлек була. Тау саңғыһы комплексында шыуыу өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы яҡшы әҙерләнгән трассалар бар, уларҙың иң оҙоно — 1,2 километ тәшкил итә. Тауға менеү өсөн күтәргес эшләй.
Дөйөм алғанда, Павловка һыуһаҡлағысы территорияһында бөтәһе 17 ял базаһы урынлашҡан:
- Йыл әйләнәһенә эшләүсе «Павловка Паркы» ял үҙәге.
- Павловкала «Утёс» 2016 йылдың 14 ноябрь көнөндә архивланған. ял базаһы.
- «Башҡорт Рицаһы» 2016 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған. ял базаһы.
- «Горный воздух» ял базаһы.
Галерея
Әҙәбиәт
- «Выбор» гәзите, № 118—119 (10044-10045) 11.08.2015. «Край тысячи озёр» мәҡәләһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Р. Ф. Абдрахманов, В. А. Тюр, А. О. Полева, В. М. Юров. Особенности гидрологического и гидрохимического режимов крупных водохранилищ Южного Урала // Вестник ВГУ. Серия: География. Геоэкология. — Воронеж: ВГУ, 2009. — Вып. 1. — С. 2330.
- ↑ 1 2 А. Н. Данилов. Павловское водохранилище // Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
- ↑ 1 2 3 В. М. Воронцов, В. А. Кривошей, А. Б. Разгуляев, В. И. Савенко. Внутренние водные пути России. — М.: По Волге, 2003. — 186 с. — 2500 экз. — ISBN 5-901916-12-3.
- ↑ «Ждали 300 лет»: в Башкирии открылся мост, ставший частью автодороги Бирск-Тастуба-Сатка. govoritsatka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2020. Архивировано 4 июнь 2020 года.
- ↑ В Башкирии запустили движение по дороге Бирск – Тастуба – Сатка. ИА «Башинформ», 23 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2025)