Ҡыҙыл ҡаялар

«Ҡыҙыл ҡаялар» (рус. Красные скалы) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы ҡыҙғылт-һары төҫлө бейек ҡая массивы. Ҡая түбәһенән Павловка ГЭС-ына һәм Павловка һыуһаҡлағысына күркәм күренеш асыла.

Географик урыны

Тәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Павловка ауылынан 2,48 километр алыҫлыҡта, Павловка һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан[1].

Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән яҡынса 120 километр[2].

Тасуирләмәһе

Ҡая массивы — үҙенсәлекле тәбиғәт формацияһы. Ул боронғо ултырма тоҡомдарҙан тора. Таштарҙың өҫкө яҡтарын ҡаплаған ҡуйы ҡыҙғылт төҫтәге мүк ҡаяларға атама биргән[2].

Был ҡаялар тәбиғәт көстәре — ел һәм һыу йоғонтоһонда миллион йылдар дауамында барлыҡҡа килгән һәм уларҙы Ерҙең боронғо тарихының уникаль шаһиттары тип атарға була.

Нисек барырға

• Шәхси транспорта: Өфө — Павловка автомобиль юлы буйлап
• Автобуста йә таксиҙа шул уҡ юл һәм маршрут буйлап

Павловка ауылына күтәрелергә, ундағы Ленин урамын аҙағына тиклем үтергә, Мәҙәниәт йорто эргәһендәге урамдар киҫелешендә Карл Маркс урамына, уңға боролорға. Артабан Карл Маркс урамы буйынса юл сатына тиклем барырға, ҡорам яғына уңға боролорға, унан юл аша магазин бар. Машинаны уның янында йәки уның артында ҡалдырырға мөмкин. Артабан йылға яғына юл үтә, уның буйлап машинала үтергә мөмкин. Был юл Ҡыҙыл ҡаяларға алып бара[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар