Павловка ГЭС-ы

Павловка гидроэлектростанцияһы — Башҡортостандың Нуриман районы Павловка ауылында Ҡариҙел йылғаһында төҙөлгән ГЭС.

ГЭС төҙөлөшө 1950 йылда башланған, 1960 йылда тамамланған. ГЭС быуа бинаһы менән бергә эшләнгән йырҙалы ГЭС.

Тасуирлама

ГЭС-тың ҡоролмалар составы[2]:

  • Бетонлы һыу түгеү быуаһы ГЭС бинаһына ҡушылып эшләнгән, максималь бейеклеге 41,3 м;
  • Һул яҡ ярҙа урынлашҡан быуа (һыу төбө мәтеле, ҡыҙыл балсыҡлы һәм ҡырсынлы-һаҡыйлы), максималь бейеклеге 20м;
  • Йырҙалы йыуҙыртыу быуаһы(ядроһы менән), максималь бейеклеге 43м;
  • Бер камералы суднолар йөрөй торған шлюз - һыу ағыҙғыс;
  • Ситкә ебәрә (сығара) торған канал.

ГЭС быуаһы аша автомобиль юлы үтә (йылға аша сығыу урыны бар).

ГЭС-тың ҡеүәте — 201,6 МВт, уртаса йыллыҡ энергия эшләп сығарыу — 590 млн кВт·с (киловатт-сәғәт) .

Павловская ГЭС.jpg

ГЭС бинаһы эсендә 50,4 МВт ҡеүәткә эйә 4 өйрәлмә ҡалаҡлы гидроагрегат тора. Ул 22 м баҫымдағы иҫәптә эшләй.Тубиналары ете ҡалаҡлы, эшләүсе тәгәрмәстәрҙең диаметры 5,5 м, уны Харьковтағы "Турбоатом" предприятиеһы етештергән. Генераторы Санкт-Петербургтағы "Электросила" заводында етештерелгән. Баҫым ҡоролмалары тулы һәм файҙалы күләме 1,41 и 0,9 км³ менән бергә, Павловка ГЭС-ы һыуһаҡлағысының 116 км² майҙанын барлыҡҡа килтерә.


Павловка ГЭС-ы «Башҡорт генерирлаусы компанияһы» ААЙ-на керә.

Ҡорамалдар яңыртылған. Өләшләтә, гидротрубина ҡалаҡтары алыштырылған, шулай уҡ трансформаторҙар яңыртылған йырҙа быуаһы реконструкция үткән, ситкә ебәрә торған каналдарҙың нығытмалары көсәйтелгән. Гидроагрегаттар эшләүсе тәгәрмәсенең камералары алмаштырылған. Гидроагрегаттарҙың заманса өс йәпле ҡуҙғатыу системаһы ҡуйылған. гидроагрегаттарҙың ҡеүәтен 50,4 МВт-ҡаса артырырлыҡ итеп реконструкция уҙғарылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Е.В.Невский Справочник - Гидроэлектростанции России, Москва 1998 год
  2. Павловская ГЭС к паводку готова 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.