Салауат йылылыҡ электр үҙәге
Салауат йылылыҡ электр үҙәге (рус. Салаватская ТЭЦ) — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урынлашҡан йылылыҡ электр үҙәге. Салауат нефть химияһы комбинатын һәм ҙур булмаған эшселәр ҡасабаһын, һуңынан ул Салауат ҡалаһына әүерелә, энергия ресурстары менән тәьмин итеү өсөн төҙөлә. «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт инә.
Тарихы
Салауат йылылыҡ электр үҙәге төҙөлөшө 1948 йылда Салауат нефть химияһы комбинаты эргәһендә башлана. 1953 йылда ҡеүәте 50 МВт булған йылылыҡ электр үҙәгенең беренсе сираты файҙаланыуға тапшырыла. 1971 йылда электр ҡеүәте 264 МВт, йылылыҡ ҡеүәте 1130 Гкал/сәғ.
Тасуирлама
Предприятие йылытыу ихтыяждарына электр һәм йылылыҡ энергияһын быу, эҫе һыу рәүешендә ебәрә. Турбина цехы начальнигы Александр Логинов раҫлауынса, йылылыҡ электр үҙәгендә артезиан һыуы (рус.)баш. ҡулланыла[1]. Төп яғыулыҡ төрө — тәбиғи газ.
2011 йылдың 1 ғинуарына электр ҡеүәте 245 МВт, йылылыҡ ҡеүәте сәғәтенә 1027 Гкал тәшкил итә[2].
2010 йылда Салауат йылылыҡ электр үҙәге сәғәтенә 823,0 млн кВт электр энергияһы етештергән, был Башҡортостан Республикаһы территорияһында электр энергияһы етештереүҙең 3,3%-ын тәшкил итә. 2010 йылда билдәләнгән электр ҡеүәтен файҙаланыу коэффициенты 38,8 % тәшкил итә. Шул уҡ йылда йылылыҡ энергияһы 1583 мең Гкал тәшкил итә.
Йылылыҡ электр үҙәгендә:
- 1954, 1954, 1958 һәм 1959 йылдарҙа Е-230-100ГМ тибындағы, етештереүсәнлеге сәғәтенә 230 т. булған 5, 9, 11 һәм 12-се быу ҡаҙанлығы;
- 1963, 1964 һәм 1964 йылдарҙа Е-220-100ГМ тибындағы, етештереүсәнлеге сәғәтенә 220 т. булған 13, 4 һәм 15-се быу ҡаҙанлығы;
- 1953 йылда 3-сө һәм 4-се — ПТ-30-90/10 быу турбинаһы;
- 1958, 1963 һәм 1964 йылдарҙа 7, 9 һәм 10-сы — ПТ-60-90/13 быу турбинаһы;
- 1959 йылда 8-се Р-6-90/31 быу турбинаһы файҙаланыуға тапшырыла;
- 1982 йылда сәғәтенә 180 Гкал етештереүсәнлекле ПТВМ-180 тибындағы бер һыу йылытыу ҡаҙанлығы файҙаланыуға тапшырыла.
Станцияла ҡуйылған ҡорамалдар иҫкергән. 3-сө һәм 4-се турбоагрегаттар составына ингән быу турбиналары 1951 йылда сығарыла, уларҙың техник характеристикалары «Берҙәм энергетика системаларының система олператоры (рус.)баш.» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡеүәт баҙарында көнәркәшлек һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн кәрәкле минималь талаптарына тап килмәй[3].
Етәкселәре
- Абрамов Г. И. — 1959 йылдан алып
- Попов В. М. — 1953 йылдан алып
- Илларионов М. И. — 1967 йылдан алып
- Коженов Г. М. — 1978 йылдан алып
- Коровкин А. Н. — 1982 йылдан алып
- Каманин В. А. — 1986 йылдан алып
- Коробков В. В. — 2001 йылдан алып
- Морозов С. А. — 2013 йылдан алып
- Калякин А. А. — 2018 йылдан алып
Иҫкәрмәләр
- ↑ Свет и тепло вашего дома // «Деловой мир Башкортостана» : газета. — 2004. — Май (№ 48). Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Годовой отчет ОАО «Башкирэнерго» за 2010 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. Архивировано 11 октябрь 2012 года.
- ↑ Технические требования к генерирующему оборудованию участников оптового рынка (вступают в силу с 01 февраля 2012 г.). so-ups.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2025.
Әҙәбиәт
- Потеряхин В. А., Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. Комбинат. — Автор, 1998. — С. 206. — ISBN 5-93102-001-2.
- Башкирэнерго: этапы, события, люди. — Уфа: Талер, 2000. — С. 239.
- Газпром нефтехим Салават: энцикл. / Гл. ред. Д. Р. Ягтман. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — ISBN 978-5-88185-079-1.
