Өфө ТЭЦ-3
Өфө ТЭЦ-3 — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан йылылыҡ электр үҙәге. «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт составына инә.
Тарихы
1947 йылда ТЭЦ-3 йылылыҡ электр үҙәге төҙөлә башлай. 1951 йылдың октябрь айында тәүге пар ҡаҙаны һәм беренсе турбогенератор файҙаланыуға тапшырыла. 1954 йылда станцияны төҙөү тамамлана.
2014 йыл башында үҙ ресурстарын бөтөргән № 4 Р-25-90 турбинаһы Калуга турбиналар заводында эшләнгән Р-28/3,3-8,8/2,1 маркалы яңы турбинаға алмаштырыла[1].
Ә 2015 йылда № 5 ПТ-30-90/10 турбинаһы шундай уҡ ҡеүәтле турбинаға алмаштырыла[2].
Тасуирлама
Предприятие электр энергияһы, шулай уҡ йылытыу өсөн тәғәйенләнгән эҫе һыу һәм пар етештерә. Парҙы төп ҡулланыусылар — нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары: «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Новойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводы). ТЭЦ-та төп яғыулыҡ булараҡ тәбиғи газ, ә резерв яғыулыҡ итеп мазут тотонола. Шулай уҡ ТЭЦ-та күршеләге нефть химияһы комплексы предприятиеларының технологик һәм эйәрсән газы ла яндырыла.
2013 йылда Өфө ТЭЦ-3 387,6 млн квт·сәғ электр энергияһы етештерә. Шул уҡ йылда 2 737 мең Гкал йылылыҡ энергияһы ҡулланыусыларға оҙатыла[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ На Уфимской ТЭЦ-3 включена в работу новая паровая турбина 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Схема и программа развития электроэнергетики Республики Башкортостан нa 2015—2019 годы 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Башкирская генерирующая компания опубликовала результаты производственной деятельности по итогам 2013 года 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең рәсми сайты
2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған. - «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тураһында сайтта тарихи белешмә 2017 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған.