Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы

Нуриәхмәтов (Салиравия) Фирдант Сәлимйән улы (1961 йылдың 5 декабре, Ҡараяр, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй скульпторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012). Рәсәй рәссамдар берлеге ағзаһы (1993)[1].

Биографияһы

Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов 1961 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылында тыуа.

1972 йылда Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге 4-се Өфө художество мәктәп-интернатына уҡырға инә[2]. 1972–1976 йылдарҙа ошо уҡыу йортонда белем ала[1].

1986 йылдан республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша[1].

1988 йылдан «Таштағы скульптура» республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара симпозиумдарҙа ҡатнаша[1].

1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай[1].

Ижады

Скульпторҙың ижадына традицион академик йүнәлеш, классика, ябайлыҡ һәм XX быуаттың башҡа стиль ағымдары синтезы хас. Ул үҙ эшендә инсталляция һәм папье-маше ҡулланылған дизайн, быялы туҡыма, пластик объекттар тыуҙыра, образдары аша философик мәғәнәләрҙе ысынбарлыҡты аңларға тырыша.

Медальер сәнғәте өлкәһендә эшләй. Өфөләге Ә. Вәлиди һәйкәле (2000, 2006); Ф. А. Ғәскәровтың (2004), З. Г. Исмәғилевтың ҡәберҙәге һәйкәле (2005); М. В. Нестеров һәйкәле (2015, В. Г. Лобанов менән авторҙашлыҡта) авторы. Опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов, сәйәси эшмәкәр Зәки Вәлидигә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташтарҙың, станок эштәре серияһы («Отражение», «Из легенды», «Поклоняющийся звёздам») һәм башҡа эштәр авторы. «Шәғәле Шаҡман йәйәһе» (1999–2003, мәрмәр, 91×72×32) әҫәре батыр Шәғәле тархандың ҡырағай буйвол мөгөҙҙәренән эшләнгән һәм шуның өсөн йәйәһенең мәргән һәм ныҡ тығыҙ булыуы тураһындағы риүәйәткә нигеҙләнгән[3].

Өфөлә шәхси күргәҙмәләре 1996, 2011, 2016, 2022 йылдарҙа үтә[4].

Эштәре Башҡортостан дәүләт художество музейында, «Урал» галереяһында, Третьяков галереяһында (Мәскәү), Татарстандың Һынлы сәнғәт музейында, «Ҡазан» Милли-мәҙәни үҙәгенең Милли мәҙәниәттәр музейында, И. П. Пожалостин исемендәге Рязань дәүләт өлкә художество музейында, Владимир-Суздаль дәүләт тарих-архитектура һәм художество музей ҡурсаулығында (Владимир ҡалаһы)[5], Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Сәнғәттәге тарих» республика конкурсы лауреаты (1999, 2004);
  • «Таштағы скульптура» халыҡ-ара симпозиумы лауреаты (2001, Кутаиси, Грузия);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012)[6];
  • Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар берлеге секретариатының «Духовность, традиции, мастерство» алтын миҙалы (2012);
  • Башҡортостан Республикаһының М. В. Нестеров исемендәге дәүләт премияһы (2018).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Выпускники-члены творческих объединений. РХГИ им. К.А. Давлеткильдеева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  2. Илюзя Капкаева. Роза ветров Фирданта Нуриахметова. Вечерняя Уфа (28 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  3. Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Мифы и время скульптора или Что такое «Роза белой реки». Республика Башкортостан (23 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2026.
  5. Нуриахметов (Салиравия) Фирдант Салимьянович
  6. 1 2 Ф.М.Миннигулова. Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.