Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы)
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте Научное издательство «Башкирская энциклопедия» | |
---|---|
Нигеҙләнгән | 1993 |
Ил | Рәсәй |
Префикс ISBN | 5-88185 |
Веб-сайт | bashenc.ru |
![]() |
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы — автономлы дәүләт учреждениеһы. Башҡортостан Фәндәр Академияһының ғилми етәкселегендә эшләй.
Тарихы
1993 йылдың февралендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡорт энциклопедияһы бүлеге (1991—92 йй. төркөм) базаһында Башҡорт энциклопедияһының Баш редакцияһы булараҡ асыла.
1995 йылдан алып — «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте.
2012 йылдан алып комплекс хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә.
Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — энциклопедик һәм һүҙлек-белешмә әҙәбиәт нәшер итеү.
2013 йылда 95 кеше эшләгән, улар араһында 8 фән кандидаты.
Етәкселәре
Ғилми редакция советы рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- З. Ғ. Ураҡсин (1993 й. алып)
- М. Ә. Илһамов (1998 й. алып)
Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- З. Ғ. Ураҡсин (1993 й. алып)
- У. Ғ. Сәйетов (1995, 1998 й. алып)
- Р. Шәкүр (1995—98)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө, 2013 йыл(недоступная ссылка)