Яҡуп (Ҡариҙел районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яҡуп
рус. Якупово
55°52′24″ с. ш. 56°44′21″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ҡариҙал
Ауыл советы Иҫке Аҡбүләк
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 284[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452369
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 234 872 007
ОКТМО коды 80 634 472 136
Показать/скрыть карты
Яҡуп (Ҡариҙел районы) (Рәсәй)
Яҡуп
Яҡуп (Ҡариҙел районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яҡуп

Яҡуп (рус. Якупово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 284 кеше[2]. Почта индексы — 452369, ОКАТО коды — 80234872007.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 284 136 148 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡариҙел): 22 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Аҡбүләк): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Щучье Озеро): 79 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Яҡуп ауылы урынында XVII быуаттың икенсе яртыһында — XVIII быуат башында Чинмырза ауылы булған. Тәүге төпләнеүсе Чинмырҙа Етиевтың улы Яҡуп Чинмырзин Һунлар улусы старшинаһы булып хеҙмәт иткән, һәр саҡ батша хөкүмәтенә тоғро булған. Был турала тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә дәлилдәр бар. Яҡуп Чинмырзин 1735—1740 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарға ҡаршы ҡораллы отрядтар башында торған. Ауылдың башҡа атамалары була ине: Артауыл, Ғәли (Яҡуптың ейәне йорт старшинаһы Ғәли Бүләк улы Яҡупов исеменән, 1772—1825 йылдарҙа йәшәгән), Кантон. Кантон кантоны тип аталыуы, бында 10-сы башҡорт кантонының штаб-фатиры урынлашҡан булыуынан. 1816—1829 йылдарҙа уның етәксеһе — Яҡуп Дәүләтбай Йосоп улы Яҡупов. Һуңынан уның урынын Ғабдулла Шәриф улы Кейеков ала. Уның ейәне — 19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой псевдонимы аҫтында (Соҡор — уның тыуған ауылы Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районында) билдәле.

1843 йылда 237 башҡортҡа ужымдың 30 сиреге һәм яҙғы игендең 75 сиреге, йәғни бер кешегә 3,5 бот сәселгән. Ауылда 120 йылҡы, 110 баш эре мөгөҙлө мал, 120 һарыҡ һәм 40 кәзә тотолған. Ауылда 15 умарта, 10 солоҡ булған. Урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет эргәһендә башланғыс дини мәктәп эшләй[3].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бер ауылдың тарихы. Яҡуп[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]