Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы

Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы (8 март 1924 йыл21 апрель 2017 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Кама автомобиль заводы төҙөлөшө етәксеһе, Яр Саллы ҡалаһына нигеҙ һалыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе», ике Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Биографияһы

Зөфәр Сәҙертдин улы Сәҙертдинов Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында 1924 йылдың 8 мартында тыуа. 1940 йылдан ағас әҙерләүҙә эшләй.

1942 йылда танк ғәскәрҙәренә саҡырыла, һуғышта ҡатнашыусы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан һәм I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа техникум тамамлай, Куйбышев өлкәһенең Ставрополь ҡалаһында «Электромонтаж-56» тресының 426-сы һанлы эштәр начальнигы идаралығында мастерҙан идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Куйбышев индустриаль институтын тамамлай (1957).

Тольяттиҙа түбәндәге эре сәнәғәт объекттары төҙөлөшөндө ҡатнаша: Волга ГЭС-ы, синтетик каучук, химик, азот-тук, цемент машинлары эшләү заводтары, Волга автомобиль заводы.

1970 йылдан территориаль баш идаралыҡ начальнигы, СССР-ҙың Минмонтажспецстройының Яр-Саллыла Кама автозаводы төҙөлөшө буйынса коллегия ағзаһы.

Алдан төҙөлә торған объекттарҙағы төҙөлөш-монтаж эштәре уның етәкселегендә үтәлә, 14 идаралыҡ һәм 25 махсуслаштырылған участка булдырыла.

1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары, СССР-ҙың машиналар эшләү предприятиелары (шул иҫәптән «Атоммаш», «Ростсельмаш», Харьков трактор заводы) төҙөлөшөндә куратор була.

2017 йылдың 21 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Ленин ордены
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • III дәрәжә Дан ордены

Сығанаҡтар