Мәләүез районы
Мәләүез районы | |
Флаг | |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Административ үҙәк | Мәләүез |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
Рәсми сайт | admmeleuz.ru (рус.) |
Код КЛАДР | 0203500000000 |
Халыҡ һаны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Мәләүез районы (рус. Мелеузовский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Мәләүез ҡалаһы. Районда 26948 кеше йәшәй.
Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың авгусында ойошторолған. Районда 85 ауыл. Йәшәүселәр һаны буйынса уларҙың иң ҙурҙары: Ергән (5,1 мең кеше), Воскресенк (2 мең), Нөгөш (1989 — 1,4 мең), Нордовка (1,0 мең), Корнеевка (0,9 мең кеше). Ауыл халҡының күпселеген башҡорттар, урыҫтар, татарҙар тәшкил итә.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кочетков Степан Михайлович, (14.08.1923—24.09.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе сержанты. Уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры. Советтар Союзы Геройы (1943). Васильевка ауылынан[2].
- Рыбалко Иван Игнатьевич (25.05.1925—26.04.2000), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышыяугиры, механизацияланған уҡсылар батальоны пулемётсыһы. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Залыгин Сергей Павлович (23.11.1913—19.04.2000), рус совет яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты. Сухаревка ауылынан.
- Банников Василий Васильевич (1.11.1925—12.12.1951), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Ергән ауылынан.
- Кузнецова Валентина Георгиевна (8.02.1949), совет һәм Рәсәй керамика оҫтаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997). Воскресенск ауылынан.
- Моратшин Амран Миһран улы (20.09.1948), ғалим-инженер-электрик, дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры. Рәсәй Сифат проблемалары академияһы академигы, техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Мотай ауылынан[3].
- Серёгин Иван Тимофеевич (9.09.1933—24.06.1996), нефтсе, 1962—1994 йылдарҙа Краснохолм быраулау идаралығы мастеры. СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Богородский ауылынан[4].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район территоряһының көнбайыш өлөшө көньяҡ сите менән Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына күскән Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, ә көнсығыш өлөшө — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы башланған һырттарҙа ята. Гидрографик селтәре Ағиҙел йылғаһы һәм уның Нөгөш, Һуҡайлы, Ашҡаҙар, Мәләүез ҡушылдыктары менән билдәләнә.
Климаты ҡоро. Йыуылған типик ҡара, ҡара-һоро урман тупраҡтары киң таралған. Ер аҫтында нефть (Введеновка, Волостновка, Грачи, Озерки, Тирәкле, Столяровка, Төньяҡ Ергән, Иҫке Казанковка), балсыҡ (Ҡаран), ҡомло балсыҡ (Самойловка, Ужа), ҡом (Корнеевка), эзбизташ (Гремячин), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ергән, Мәләүез, Таулы, Ташлыкүл, Юпитер, Самаровка), агрономик руда (Ивановка) һ.б. ятҡ-ҡтар бар. Район территорияһында “Башҡортостан” милли паркы, тәбиғәт ҡомартҡылары (карст-спелеологик ҡом. — Ҡотоҡ төбәге, Күперле тәбиғи карст күпере, Кочкарь заказнигы — һирәк осрай торған йәнлектәрҙең йәшәү урыны, Ромадановка йырыны — аҡ балсыҡ һәм олигоцен флоралы сидерит) бар.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәләүез районы биләмәһендә үткән быуаттарҙа Юрматы, Тамьян, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Бошман-Ҡыпсаҡ волостары башҡорттары аҫабалар хоҡуғында йәшәй. Һуңынан һәр береһе даими йәшәү урынына әйләнгән ауылдарға нигеҙ һала. Ауылдар, башлыса, 16-сы быуат урталарында барлыҡҡа килә. Уларҙың исемдәре лә йыш үҙгәреп тора. Хатта ҡайһы берҙәре губерна картаһынан төшөп ҡалған саҡтар ҙа була. Улар урынына яңы ауылдар нигеҙләнә. Юрматы волосына ҡараған ауылдар Аҙнай түбәһенә инә. 19-сы быуаттың беренсе яртыһында улар, 7-се башҡорт кантонына ҡарап, 17-се йортҡа берләшә[5].
Мәләүез һүҙенең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәләүз районы — сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәлешендәге район. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтары “Ишембайнефть” НГДУ-һы, ҡом, балсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтары Мәләүез, Салауат ҡалаларының төҙөлөш материалдары предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмалары тарафынан файҙаланыла.
Воскресенкала үҙағас әҙерләнә һәм эшкәртелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 173,8 мең га майҙанды биләй, шул иҫәптән 116,0 мең — һөрөнтө ерҙәр, 14,5 мең — бесәнлектәр, 43,1 мең — көтөүлектәр. Иген культураларынан тыш күпләп шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм картуф үҫтерелә. Малсылыҡ — һөт-ит йүнәлешендәге мөгөҙлө эре мал үрсетеүҙән, сусҡасылыҡтан, һарыҡсылыҡтан тора. Районда мал һимертеү буйынса хужалыҡ-ара комплекс, “Ужа” емеш-еләк совхозы, инкубатор ҡошсолоҡ станцияһы, элеватор эшләй.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Районда 58 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта, 30 дөйөм китапхана, 50 клуб учреждениеһы, Воскресенка картиналар галереяһы (М.В.Нестеров ис. Худ. музейының филиалы), 2 участка дауаханаһы, “Нөгөш” туристик-экскурсия комплексы, Ағиҙел йылғаһы ярындағы «Дуҫлыҡ» турбазаһы бар. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Путь Октября», «Көнгәк» гәзиттәре сыға.
Ауыл биләмәләре һәм ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
80 241 | Мәләүез районы | ' |
80 241 802 000 | Әбет ауыл Советы | |
80 241 802 001 | Боһорман | |
80 241 802 002 | Әбет | |
80 241 802 003 | Ерек | |
80 241 802 004 | Ҡотлобулат | |
80 241 802 005 | Түбәнге Таш | |
80 241 802 007 | Восточный | |
80 241 802 008 | Эткөсөк | |
80 241 805 000 | Александровка ауыл Советы | |
80 241 805 001 | Александровка | |
80 241 805 002 | Андреев | |
80 241 805 003 | Петров | |
80 241 805 004 | Хлебодаровка | |
80 241 810 000 | Аптраҡ ауыл советы | |
80 241 810 001 | Аптраҡ | |
80 241 810 002 | Апас | |
80 241 810 003 | Муллағол | |
80 241 810 004 | Сурағол | |
80 241 810 005 | Томансы | |
80 241 810 006 | Хәсән | |
80 241 815 000 | Арыҫлан ауыл Советы | |
80 241 815 001 | Смаҡ | |
80 241 815 002 | Арыҫлан | |
80 241 815 004 | Исламғол | |
80 241 815 005 | Бәләкәй Шәрип | |
80 241 815 006 | Яҡты Күл | |
80 241 815 007 | Яңауыл | |
80 241 815 008 | Береговка | |
80 241 815 009 | Красногорка | |
80 241 822 000 | Воскресенский ауыл советы | |
80 241 822 001 | Воскресенск | |
80 241 822 002 | Ҡусҡар | |
80 241 822 003 | Ҡыҙылъяр | |
80 241 830 000 | Ергән ауыл Советы | |
80 241 830 001 | Ергән | |
80 241 830 002 | Тирәкле | |
80 241 830 003 | Үрге Юлдаш | |
80 241 830 004 | Климовка | |
80 241 830 005 | Нурдәүләт | |
80 241 830 006 | Һабаш | |
80 241 830 007 | Семёновка | |
80 241 830 008 | Столяровка | |
80 241 830 009 | Йомаҡ | |
80 241 835 000 | Денис ауыл Советы | |
80 241 835 001 | Богородский | |
80 241 835 002 | Михайловка | |
80 241 835 003 | Яңы Казанковка | |
80 241 835 004 | Петропавловка | |
80 241 835 005 | Сәйет | |
Иштуған ауыл Советы | ||
80 241 845 001 | Иштуған | |
80 241 845 003 | Берёзовка | |
80 241 845 006 | Һирәт | |
80 241 845 007 | Һыртлан | |
80 241 850 000 | Мәләүез ауыл советы | |
80 241 850 001 | Ҡаран | |
80 241 850 002 | Айтуған | |
80 241 850 003 | Кузьминский | |
80 241 850 004 | Ҡотош | |
80 241 850 005 | Бәләкәй Моҡас | |
80 241 850 006 | Рассвет | |
80 241 850 007 | Ҡаран разъезы | |
80 241 850 010 | Тамъян | |
80 241 850 011 | Ташлыкүл | |
80 241 850 016 | Сарлаҡ | |
80 241 855 000 | Нордовка ауыл Советы | |
80 241 855 001 | Нордовка | |
80 241 855 002 | Варварино | |
80 241 855 003 | Дмитриевка (Нордовка ауыл советы) | |
80 241 855 004 | Яңы Троевка}} | |
80 241 860 000 | Нөгөш ауыл Советы | |
80 241 860 001 | Нөгөш | |
80 241 860 002 | Кәшәле | |
80 241 860 003 | Һәргәй | |
80 241 865 000 | Партизан ауыл Советы | |
80 241 865 001 | Дарьино | |
80 241 865 003 | Һамар | |
80 241 865 004 | Иҫке Казанковка | |
80 241 865 006 | Романовка | |
80 241 865 007 | Троицкий | |
80 241 865 008 | Васильевка | |
80 241 865 009 | Ивановка | |
80 241 870 000 | Первомайский ауыл советы | |
80 241 870 001 | Беренсе май | |
80 241 870 002 | Бельский | |
80 241 870 004 | Дмитриевка (Первомайский ауыл советы) | |
80 241 870 005 | Ҡыҙрай | |
80 241 870 006 | Һамар-Ивановка | |
80 241 870 007 | Самойловка | |
80 241 870 008 | Иҫке Муса | |
80 241 870 009 | Түләк | |
80 241 870 010 | Ужа | |
80 241 875 000 | Сарышевский ауыл Советы | |
80 241 875 001 | Һарыш | |
80 241 875 003 | Аҡназар | |
80 241 875 008 | Мотай | |
80 241 880 000 | Корнеевка ауыл Советы | |
80 241 880 001 | Корнеевка | |
80 241 880 002 | Даниловка | |
80 241 880 003 | Дәүләтҡол | |
80 241 880 004 | Яңы Слободка | |
80 241 880 005 | Покровка | |
80 241 880 006 | Ромадановка | |
80 241 880 007 | Сухаревка | |
80 241 880 008 | Таулы | |
80 241 880 009 | Тихоновка | |
80 241 885 000 | Шевченко ауыл советы | |
80 241 885 001 | Антоновка | |
80 241 885 002 | Конаревка | |
80 241 885 003 | Озерки |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кочетков Степан Михайлович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 август 2018)
- ↑ Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан»: Муратшин Амран Мигранович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Серёгин Иван Тимофеевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
- ↑ Юлдашев Мулланур. Йомаҡ ауылының микротопонимикаһы. "Көнгәк" гәзите (Мәләүез районы). 16.12.2003. 145-се һан.
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
- ↑ http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
- ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
- ↑ http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәләүез районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2018)
- Официальный сайт района
- Неофициальный сайт города Мелеуз и Мелеузовского района 2012 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
- На сайте Республики Башкортостан 2011 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.
- Мәләүез ҡала һәм район хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең рәсми сайты (рус.)