Воскресенск (Мәләүез районы)
Воскресенск (рус. Воскресенское) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1817 кеше булған[2]. Почта индексы — 453876, ОКАТО коды — 80241822001.
Халыҡ һаны
Тарихы
Воскресенское ауылы 1745 йылда баҡыр иретеү заводын төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. XVIII быуаттың икенсе яртыһында завод Д. И. Пашкова милкендә булған. Завод һәм ауыл өсөн урын, шулай уҡ мәғдән урындары 1774 йылда Тамъян улусының аҫабалығынан бүленгән. Бер йылдан һуң тамьяндар Тор йылғаһы буйындағы ерҙең бер өлөшөн заводҡа һатҡан. 1754—1756 йылдарҙа Нуғай даруғаһының аҫаба башҡорттары завод хужаһына 482 мәғдән урыны һатҡан. Һуңынан 1787 йылда сәнкем-ҡыпсаҡтар һәм 1790 йылда юрматылар Нөгөш һәм Ергән йылғалары буйындағы ерҙәрен заводҡа һаталар.
Заводтың 7 баҡыр иретеү мейесе, 2 сүкеше, 3 горны булған. Завод эргәһендә 138 рудник булған. Йылына 10625 бот баҡыр иретелгән (1781 йыл). V ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 1179 завод крәҫтиәне, 97 һөнәрсе иҫәпләнгән. 1920 йылда Воскресенк ауылында 684 йортта 4207 кеше йәшәгән.
Воскресенск заводы Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында 1774 йылдың март башына тиклем Е. Пугачев етәкселегендәге баш күтәреүселәр армияһының арсеналы булған. Пушка етештереүҙе яйға һалыу өсөн, Пугачев унда үҙенең күренекле көрәштәше Иван Чику-Зарубин менән Яйыҡ казагы И. И. Ульяновты ебәргән. 1773 йылдың 12 октябрендә заводты пугачевсылар баҫып алған. Баш күтәреүселәр идара иткән биш ай эсендә 15 пушка эшләнгән. Завод крәҫтиәне Григорий Туманов баш күтәреүселәрҙең атаманы һәм Пугачевтың көрәштәше булған. Бөтә крәҫтиәндәр ҙә — әүҙем пугачевсылар.
Өфө эргәһендәге Чесноковка лагерында баш күтәреүселәр араһында, Михельсонға әсирлеккә эләккән 48 Воскресенск крәҫтиәне булған. Уларҙың икәүһе властар тарафынан «мөһим енәйәтсе» тип иғлан ителгән. Улар — Карп Григорьевич Хохлов һәм Яков Владимирович Одинцев (Козел), яҙалаусыларҙа яуап биреү өсөн ҡалдырылған. Родион Елистратов, Егор Степанович Мохов һәм Иван Степанов крәҫтиәндәрҙең «болартыусылары» булған[6].
1941–1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ауылға Мәскәү урта художество мәктәбенең уҡыусылары һәм эвакуациялана. 1971 йылдың 6 ноябрендә эвакуацияла булған рәссамдәр башланғысы менән Воскресенск картиналар галереяһы асыла.
Билдәле шәхестәре
- Кузнецова Валентина Георгиевна (8.02.1949), совет һәм Рәсәй керамика оҫтаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
- Немчинов Александр Михайлович (15.11.1919—3.10.1985), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, батарея командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Пустарнаков Владимир Фёдорович (5.05.1934—6.02.2001), философ-ғалим. 1959 йылдан СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының (Мәскәү) ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1982)[7]
- Рябов Андрей Фёдорович (29.10.1925—14.02.2004), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Хлёсткин Рудольф Николаевич (27.06.1939—19.04.2011), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1986—1992 йылдарҙа Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)[8]
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 70.
- ↑ Пустарнаков Владимир Фёдорович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
- ↑ Хлёсткин Рудольф Николаевич. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2025.
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2022)
Һылтанмалар
- Воскресенск (Мәләүез районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2025)