Һарыш (Мәләүез районы)

Һарыш (рус. Сарышево) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 406 кеше булған[2]. Почта индексы — 453872, ОКАТО коды — 80241875001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 406 192 214 47,3 52,7
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (88 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 32 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 33 км

Тарихы

XVIII быуатта Һарыш ауылы ауылға нигеҙ һалыусы Асҡар исеме менән аталған булған. 1795 йылда ауылда 12 йорт хужалығында 110 кеше йәшәгән. XIX быуаттың беренсе яртыһында Һарыш-Асҡар исеме менән билдәле булған. Ике исеме лә антропонимик сығышлы. Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы ла булған, әммә Һарыш - аҫабаның исеме. 1753 йылда тыуған Аҡтәйләк Асҡаров билдәле. VII ревизияла шулай уҡ уның улдары Көмөшҡол ( уның улы Килмөхәмәт), Ярмөхәмәт, Мөхәмәтғәлий, Мөхәмәтҡол, Ишмөхәмәт күрһәтелгән. Ул ваҡытта ауыл 16 йорттан торған. Халҡы — 177 кеше. Бөгөнгө көндә Һарыш урыҫтар, башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән ауыл.

1842 йылда 173 кешегә ни бары 50 сирек, йәғни 400 бот яҙғы иген сәселгән[4].

Урамдары

Исемдәре[5]:

  • Әминев урамы (рус. улица Аминева)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә