Мигунов Андрей Павлович
Андрей Павлович Мигунов (1964 йылдың 14 авгусы, Һарыш, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы — 2023 йылдың 28 ноябре, Луганск Халыҡ Республикаһы) — хәрби хеҙмәткәр, подполковник. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024, үлгәндән һуң)[1].
Биографияһы
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡамышлы юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһына уҡырға инә һәм артабанғы яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлай. 1981—2006 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Армияһы сафында була.
1985—1987 йылдарҙа Афғанстандағы хәрби хәрәкәтәрҙә ҡатнаша.
2001—2006 йылдарҙа — Ғафури районының хәрби комиссары.
Махсус хәрби операция башланғас, 2023 йылдың 17 майында үҙ теләге менән хәрби бәрелештәр зонаһына китә. 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры була[2].
Андрей Мигунов хеҙмәт иткән взвод командиры белдереүенсә, 2023 йылдың 26 ноябрендә полктың штурм төркөмө маҡсат итеп ҡуйған позицияларҙы яулай, 28 ноябрҙә ҡаршы яҡ уларҙы ҡабат ҡулға төшөрөргә теләп, һөжүм башлай. Позицияларҙы бер танк һәм хәрби-пехота машинаһынан торған бронетөркөм ярҙамында ышыҡларға ҡарар итә. Подполковниктың уйланылған ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә һөжүм туҡтатыла, личный состав юғалтыуҙар кисермәй. Әммә позицияға ҡайтҡас, БМП дрон һөжүменә дусар ителә, ауыр яраларҙан Андрей Мигунов вафат була[1].
2023 йылдың 18 декабрендә Ғафури районының Красноусол ауылында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң, 2024)[1]
- Генерал Шайморатов ордены (үлгәндән һуң, 2023)[2]
- миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы Андрей Мигуновтың исеме Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Һарыш ауылының дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[3][4]
- 2024 йылдың июлендә Ғафури районында «Башҡортостан» полкының танк батальоны командиры, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновҡа бюст асыла[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Подполковник Андрей Павлович Мигунов удостоен звания Герой России (посмертно)
- ↑ 1 2 3 В Башкирии простились с командиром танкового батальона Андреем Мигуновым
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
- ↑ В Башкирии установили бюст Герою России Андрею Мигунову. Сайт «Bash.News» (2 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Александр Колинченко. В Гафурийском районе Башкирии открыли бюст Герою России подполковнику Андрею Мигунову. ГТРК РБ (2 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2026. (рус.)