Подполковник

Подполковникдонъяның күп кенә дәүләттәренең ҡораллы көстәрендә майор һәм полковник араһындағы өлкән офицерҙар составының чины һәм хәрби званиеһы.

Рәсәй империяһында һәм СССР-ҙа

Подполковник чины Рәсәй империяһы ғәскәрендә хәрби вазифа (полк командиры урынбаҫары) булараҡ XV быуат аҙағында — XVI быуат башында булдырыла. Стрелец полктарында, ҡағиҙә булараҡ, подполковник (йыш ҡына «яман» сығышлы) бөтә административ функцияларҙы дворян йәки боярҙар араһынан тәғәйенләнгән стрелец башлығы өсөн башҡара. Һуңыраҡ империя осорондағы урыҫ армияһында ла был чин ҡала.

XVII быуатта һәм XVIII быуат башында чин (вазифа-звание) «ярым полковник» тип атала, сөнки подполковник, ғәҙәттә, башҡа бурыстарынан тыш, полктың икенсе яртыһына — даими (ялланған) һалдат, рейтар, драгун һәм башҡа полктарҙың батальон теҙелеш сафы индерелгәнгә тиклем) һалдат сафтарының артҡы рәттәре менән етәкселек итә. Һуңыраҡ, ғәскәр төрөнә ҡарап, «рейтар сафы ярым полковнигы», «драгун сафы подполковнигы» һәм башҡалар тип атала башлай.

Рәсәй империяһында

undefined
undefined

Рангылар тураһында табель индерелгәндән алып һәм чиндар бөтөрөлгәнгә тиклем подполковник табелдың 7-се класына ҡарай һәм 1856 йылға тиклем нәҫелдән-нәҫелгә күсеүсе дворянлыҡҡа хоҡуҡ бирә[1][2]. 1884 йылда рус армияһында майор чины бөтөрөлгәндән һуң бөтә майорҙар ҙа (хәрби хеҙмәттән киткәндәрҙән һәм насар ҡылыҡтары булғандарҙан башҡа) подполковник дәрәжәһенә күтәрелә. Ошо мәлдән алып казак ғәскәренең подполковник чинына элек майор чинына тигеҙ булған ғәскәри старшина чины тура килә. Ул ваҡытта подполковниктың айырма билдәһе ике түгел, ә өс йондоҙҙан тора, уларҙың ҙурлығы хәҙерге өлкән офицерҙарҙыҡына ҡарағанда күпкә бәләкәйерәк була. 1887 йылдан рус армияһында подполковник чинын биреү бер көндә — 26 февралдә үткәрелә. Флотта подполковник чинына 2-се ранг капитаны, ә граждан хеҙмәтендә — һарай кәңәшсеһе чины тап килә.

Петроград хәрби округы территорияһында округ буйынса бойороҡ нигеҙендә чин 1917 йылдың 3 декабренән юҡҡа сығарыла [3].

Рәсәй республикаһының Халыҡ Комиссарҙары Советы контроле аҫтында булған башҡа территорияһындағы армия частарында чин шулай уҡ 1917 йылдың 3 декабренән — Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡабул иткән «Барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләү тураһында декрет» көсөнә ингән датанан бөтөрөлә [4].

СССР-ҙа

1918—1943 йылдар

РККА-ла подполковник званиеһы оҙаҡ ваҡыт булмай, ул 1924 йылда ғына булдырыла һәм 1935 йылда персональ званиелар индерелеү менән бөтөрөлә.

Айырма билдәләре (Рәсәй империяһы, СССР һәм Рәсәй Федерацияһы)

Рәсәй империяһында, СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында подполковниктың айырма билдәләре өлгөләре (ОФ-4).

Знаки
различия
Lesser Coat of Arms of Russian Empire.svg
РИА
Red Army flag.svg
РККА СССР
Red Army Badge.svg
ВС СССР
Шнур наплечный
эполет
погоны
петличные
знаки
1908gus02-s11.png 1911-ab46-e14.png Soviet Red Star Insignia.png RA I K8 1924v.jpg Red Army Polkovnik-1940 & Podpolkovnik-1943v.png Red Air Force Polkovnik-1940 &Podpolkovnik-1943v.png RAF A F4LtCol since 2010par.svg RAF AF F4LtCol since 2010par.svg
RA Kombat 1919.svg
шнур
наплечный
(1908—1917)
эполет
(по 1911)
погон
(по 1917)
комбат
(петличный
знак)

(1919—1924)

CB
(1924—1935)

(1935—1940)

ВВС
(1940—1943)
погон
инженер ВМФ
(1943—1955)

полевой
(1943—1955)

парадный СВ
(1955—1991)

ВВС
(1955—1991)
Знаки
различия
Medium emblem of the Armed Forces of the Russian Federation (27.01.1997-present).svg
ВС России
Погоны Russia-Airforce-OF-4-2010.svg RAF AF F4LtCol since 2010par.svg Russia-Army-OF-4-2010.svg RAF A F4LtCol since 2010par.svg Подполковник ВМФ (голубой кант).png Подполковник ВМФ (красный кант).png Russia-Army-OF-4-camo (2010).svg Russia-Police-OF-4-2013.svg
Погон
ВКС, ВДВ
(с 2010)

пaрадный
ВКС, ВДВ
(с 2010)

СВ, РВСН
(с 2010)

пaрадный
СВ, РВСН
(с 2010)

Морская
авиация

(с 2010)

Береговые
войска ВМФ

(с 2010)

полевой
(с 2010)
полиции
(с 2013)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Николай I. О порядке приобретения дворянства службою // Полное собрание законов Российской империи, собрание второе. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1846. — Т. XX, отделение первое, 1845, № 19086. — С. 450—451. Архивировано 31 май 2017 года.
  2. Александр II. О приобретении потомственного дворянства… // Полное собрание законов Российской империи]], собрание второе. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1856. — Т. XXXI, отделение первое, 1857, № 31236. — С. 1052—1053. Архивировано 31 май 2017 года.
  3. Приказ по Петроградскому военному округу. О выборности лиц командного состава и об отмене чинов и отличий // Собрание узаконений и распоряжений правительства за 1917—1918 гг. — М.: Управление делами Совнаркома СССР, 1942. — С. 64.
  4. Декрет об уравнении всех военнослужащих в правах // Декреты советской власти: сб. док. / Ин-т марксизма-ленинизма при ЦК КПСС; Ин-т истории АН СССР : [многотомное изд.]. — М.: Политиздат, 1957—1997. — Т. 1: 25 октября 1917 г. — 16 марта 1918 г. / подгот. Валк Сигизмунд Натанович и др. — С. 242—243. — ISBN 5-250-00390-7. Архивировано 20 март 2016 года. (ISBN т. 1 отсутствует. Привязано к: Декреты советской власти: [многотомник]. М., 1957—1997.)

Һылтанмалар