26 февраль
26 февраль (рус. 26 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 57-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 308 көн ҡала (кәбисә йылында 309). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 27-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 3 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 34 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 10 сәғәт 31 минут. 🌘 Иҫке ай (йәше 27.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ашыҡмаусанлыҡ көнө.
- Термос көнө.
- Фисташкалар көнө
Ер: Тәҙрә йыуыусылар көнө.
- 1658 йыл: Швеция һәм Дания араһында Роскилле солох килешеүе төҙөлә.
- 1706 йыл: Ихтилал барышында бөтә башҡорт йыйынында батша Пётр I мөрәжәғәтнамә төҙөлә, уны Мәскәүгә алып барыу өсөн Дөмәй Ишкәев етәкселегендә 8 кешенән торған илселәр делегацияһы һайлана.
тулы исемлек
- 1712 йыл: Рәсәй империяһында Петр I ҡарары менән Тула ҡорал заводы нигеҙләнә.
- 1714 йыл: Петр I гвардия полктарында рядовой булып хеҙмәт итмәгән дворяндарға офицер чины биреүҙе тыйған ҡарар сығара.
- 1815 йыл: Эльбаға һөргөнгә ебәрелгән Наполеон Бонапарт утрауҙан ҡаса.
- 1832 йыл: Польша Рәсәй империяһы составына инә, сеймын һәм үҙ армияһын юғалта.
- 1848 йыл: Францияла дворян титулдары бөтөрөлә.
- 1878 йыл: Француз телсеһе Эмиль Литтре ғалим Шарль Эммануэль Седийо үтенесе буйынса микроб терминын уйлап сығара.
- 1878 йыл: Львовта украин яҙыусыһы Иван Франкоға ҡарата суд процесы башлана.
- 1886 йыл: Горловкала Рәсәй империяһында тәүге терегөмөш етештерелә.
- 1917 йыл: Петроградта сыуалыш. Дәүләт Думаһы таратыла. Көндөҙгө 12-нән яңы митингылар башлана, улар ҡорал көсө менән туҙҙырыла. Ҡалала баррикадалар барлыҡҡа килә. Дөйөм стачка һәм армияның инҡилапсылар яғына сығыуы башлана.
- 1917 йыл: «Victor» фирмаһының Нью-Йорктағы студияһында тәүге джаз грампластинкаһы яҙҙырыла.
- 1919 йыл: АҠШ-тың Аризона штатында Гранд-Каньон милли паркы асыла.
- 1924 йыл: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән Грозный ҡалаһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә («хеҙмәтсәндәрҙең контрреволюцияға ҡаршы батырҙарса көрәше һәм артабан нефть сәнәғәтен төҙөкләндереүе өсөн).
- 1925 йыл: СССР һәм Япония араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1925 йыл: СССР-ҙа Коми-Пермяк округы ойошторола.
- 1935 йыл: Уйлап табыусы Роберт Уотсон-Уотт «радар» (RAdio Detection And Ranging) яйланмаһының тәүге тәжрибәләрен үткәрә.
- 1943 йыл: Өфөлә музыка буйынса тәрбиәләнеүселәр интернат-мәктәбе (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) асыла.
- 1954 йыл: АҠШ-та тәүге фотойыйыулы типография машинаһы эшләнә.
- 1955 йыл: «Норт Америкэн» фирмаһының һынаусыһы-осоусыһы Джордж Смит тарихта тәүге тапҡыр тауыштан шәберәк тиҙлектә уңышлы катапультланыу яһай.
- 1959 йыл: Өфөлә телеүҙәк файҙаланыуға тапшырыла.
- 1986 йыл: Михаил Сергеевич Горбачёв «Тиҙләнеш» курсын иғлан итә.
- 1990 йыл: Чехословакия территорияһынан совет ғәскәрҙәре сығарыла башлай.
- 1991: Сәддам Хөсәйен Ираҡ ғәскәрҙәренә Күвейттан сығырға бойороҡ бирә.
- 1993: Рәсәй аграр фирҡәһенең ойоштороу йыйылышы үтә.
- 1995: Бөйөк Британияның иң боронғо банктарының береһе — 1762 йылда нигеҙләнгән «Бэррингс» бөлгөнлөккә төшә.
- 1995: Тажикстан тәүге парламент һайлауҙары үтә.
- 2004: Латвия сеймы НАТО-ға инеүе тураһында закон ҡабул итә.
- 2006: Туринда ХХ Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 2013: Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гаврилов Николай Алексеевич (1925—?), киномеханик-радист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан хәҙерге Хәйбулла районы Бүребай ауыл клубы радисы, 1946 йылдан — киномеханик-радисы, 1950 йылдан — киномеханигы, бер үк ваҡытта тынлы оркестр етәксеһе; 1981—1985 йылдарҙа Бүребай руда идаралығы слесары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), СССР-ҙың кинематография отличнигы(1979). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Латыпова Земфира Үзбәк ҡыҙы (1955—24.11.2021), хоҡуҡ белгесе, беренсе класлы судья. 1988 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы, 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе. Судьяларҙың 9-сы Бөтә Рәсәй съезы делегаты (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ярмунса ауылынан.
тулы исемлек
- Туҡаев Рәмил Ғилаж улы (1960), агроном, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Көйөргәҙе районы Киров исемендәге колхоз һәм ауыл хужалығы етештереү кооперативы агрономы һәм баш агрономы, 2014—2018 йылдарҙа — кооператив рәйесе. 4-се саҡырылыш район советы депутаты (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мораптал ауылынан.
- Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы (1975), театр һәм кино артисы, шағир һәм йырсы. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2003) һәм «Башҡортостан Республикаһының йәш йондоҙо» («Молодая звезда РБ») премияһы лауреаты (Өфө, 2003).
- Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы (1985), химик-ғалим. 2010 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Химик физика проблемалары институтының ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре кандидаты (2010).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (1926—6.10.1996), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Вәлиев Шамил Зөфәр улы (1951), иҡтисадсы-ғалим. 1987 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы һәм Өфө дәүләт сервис институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан — мәғариф сәйәсәте буйынса проректор, 2013 йылдан — стратегик үҫеш идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан төбәк иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
тулы исемлек
- Данилов Николай Иванович (1951), хәрби хеҙмәткәр, осоусы, генерал-лейтенант. Рәсәйҙең Хәрби-Һауа көстәре һәм һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәре 14-се армияһының элекке командующийы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы. III дәрәжә «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районынан.
- Гилева Наталья Георгиевна (1956), химик-ғалим. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2008 йылдарҙа поликонденсация төркөмө етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Колесников Михаил Павлович (1927—2014), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хәйбулла районы «Матрай» совхозының элекке слесары һәм инженер-йылылыҡ технигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Сығышы менән ошо райондан.
- Вилданов Әхмәт Шафиҡ улы (1932—9.07.2016), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1993—1997 йылдарҙа «Баштрансстрой» дәүләт берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр союзын ойоштороусы һәм 1995—2004 йылдарҙа уның тәүге пезиденты. Рәсәйҙең һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Йомағолов Илшат Хәлил улы (1932—3.11.2007), актёр, драматург, педагог. 1952—1971 һәм 1976—1989 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1971—1976 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры, 1991—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы хәҙерге Театр берләшмәһенең Башҡорт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1962—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1982—1990 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.
- Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы (1937), опера йырсыһы. 1968—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- Көмөшбаев Булат Ишмөхәмәт улы (1942—1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, агроном. 1989—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Өмөтбай ауылынан.
- Мирғәзәмов Марат Парис улы (1942), сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1986—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе, 1992—1998 йылдарҙа Өфө эластик материалдар һәм конструкциялар заводының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017).
- Гәрәева Нәжиә Мөхәмәт ҡыҙы (1952), сәнғәт өлкәһе ветераны, опера йырсыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Йырсы Радик Гәрәевтың ҡатыны.
- Ғимранов Вәлийән Вәлиулла улы (1952), ғалим-ветеринар врач. 1975 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан ветеринария факультеты деканы, 2012 йылдан — морфология, патология, фармация һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар кафедраһы мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Пилюгино ауылынан.
- Ситдиҡова Рауза Насирйән ҡыҙы (1952), педагог. 1976 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы мәктәптәренең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлин Фәйзрахман Абдрахман улы (1928—19.11.1987), механизатор. Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының элекке тракторсы-комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнгилде ауылынан.
- Ғәйетбаев Абдулмәтдин Хөсәйен улы (1938—20.09.2012), механизатор. 1960—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сығышы менән ошо райондың Буранбай ауылынан.
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Хәлит Миңнулла улы (1943—13.11.2019), механизатор. Шишмә районы «Луч» колхозының элекке тракторсы-комбайнсыһы. «Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күсем ауылынан.
- Кобляков Николай Владимирович (1973), Рәсәй эшҡыуары, ҡарттар йорттарының илдәге иң ҙур селтәрен — Senior Group компанияһын ойоштороусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Черноруцкий Михаил Васильевич (1884—1957), табип-ғалим, йәмәғәтсе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1922 йылдан Петроград медицина институты уҡытыусыһы, 1924 йылдан — госпиталь терапияһы клиникаһы директоры. СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. Медицина фәндәре докторы (1911), профессор (1922). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ике Ленин ордены кавалеры (1944, 1954). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез ҡалаһынан.
- Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (1939), педагог, мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1998 йылдарҙа Шишмә район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Сәйфетдинова Хәтимә Иҙиәтулла ҡыҙы (1954), табип. Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһы педиатры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Бәкеров Әнүәр Әкрәм улы (1964), хирург-ғалим, дәүләт органы хеҙмәткәре. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры, 2018 йылдың октябренән — Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәлин Уйылдан Нурғәли улы (1979—28.09.2024), журналист. 2018 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районынан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан.
- Ғәҙелшина Эльвина Илдус ҡыҙы (2004), спортсы, көрәшсе. Олимпия резервының Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Билбау көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1855: Николай Насонов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың зоолог-ғалим, академик.
- 1862: Фанни Брате, Швеция рәссамы.
тулы исемлек
- 1910: Сергей Горшков, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, флот адмиралы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1920: Михаил Меерович, СССР композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981).
- 1940: Вячеслав Глазычев, СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәнҡитсе, тәржемәсе һәм публицист. Профессор.
- 1954: Рәжәп Эрдоған, Төркиәнең 12-се президенты (2014 йылдан).
- 2005: Джеф Раскин, «Macintosh» компьютерын төҙөүсе.