Сәддам Хөсәйен
Сәдда́м Хөсәйен Әбд әл-Мәжи́т әт-Тикри́ти (ғәр. صدام حسين عبد المجيد التكريتي; 28 апрель 1937 йыл[8] — 30 декабрь 2006 йыл) — Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты, 1979—1991 һәм 1994—2003 йылдарҙа Ираҡтың премьер-министры, Баас Ираҡ партия бүлегенең генераль секретары, Ираҡ революцион командование советы рәйесе. Маршал (1979).
Сәддам бер нисә йыл рәттән Ираҡтың лидеры булһа ла, формаль рәүештә 1979 йылда ғына президент итеп һайлана. Бөтә сәйәси яҡтан ҡаршыларҙы юҡҡа сығарып бөткәс һәм диктаторлыҡ вәкәләтен алғандан һуң бер йыл үткәс, Иран менән 8 йылға һуҙылған бөлдөргөс һуғыш башлай. Был ҡыйралыш 1980 йылдан 1988 йылға тиклем дауам итә.
Һуғыш ваҡытында Сәддам Хөсәйен Ираҡ курдтарына ҡаршы «Анфаль» операцияһын ойоштороуға ҡарар сығара. Уның барышында Ираҡ ғәскәрҙәре химик ҡорал ҡуллана. Бер үк ваҡытта һуғышҡа ҡаршы активистарға, башлыса Шиит ойошмаһына ҡарата репрессия ла үткәрелә. Һуғышта бик күп кеше һәләк була, ҙур юғалтыуҙар килтерә. Ике илдең иҡтисад тармағы, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнгә тәгәрәй. Бынан тыш, Ираҡ сит ил кредиторҙарына түләнмәгән бурысы йыйылыуы арҡаһында ҡаты иҡтисади көрсөктә тороп ҡала. Һуғыштан һуң ике йыл үткәс, 1990 йылда Сәддам Хөсәйен инициативаһы менән Ираҡтың Кувейтҡа баҫып инеүе ойошторола. Был Кувейтты азат итеү өсөн халыҡ-ара операцияның башланыуына сәбәпсе була. Фарсы ҡултығындағы һуғыш тип аталған операция барышында ираҡ ғәскәрҙәре башта Кувейттан ҡыуып сығарыла һәм һуңынан Ираҡ территорияһында тулыһынса тар-мар ителә. Ил ҙур иҡтисади юғалтыуҙар кисерә, бик күп халҡын юғалта. Ираҡтың һуғышта еңелеүе арҡаһында 1991 йылда шиит һәм ҡурдтарҙың ҡораллы восстаниеһы башлана вооружённое восстание (инг.)баш.. Восстание хөкүмәт тарафынан баҫтырыла, унда 100 000 кеше һәләк була[9]. Ираҡ бер нисә ңурд төбәгенә, башлыса һауа киңлеге өлөшөнә контроль юғалта. Шулай ҙа төп зыян Ираҡҡа ҡарата иҡтисади санкцияларҙан килә. 90-сы йылдарҙа бары тик энергетика ресурстары һатыуҙан ғына булдырылған ил иҡтисады тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Ошонан һуң Ираҡ иҡтисадын аяғына баҫтыра алмайҙар.
2003 йылдың апрелендә АҠШ етәкселеге аҫтында Ираҡтағы халыҡ-ара коалиция көстәре Ираҡҡа баҫып инә һәм Саддам режимын бәреп төшөрә. Ираҡ президентының Халыҡ-ара терроризмды яҡлауы һәм күпләп юҡ итеү ҡоралы сығарыуы интервенция нигеҙе булып торған[10]. Сәддам Америка ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына һәм 2006 йылдың 30 декабрендә Ираҡ Юғары суды хөкүме менән язалана.
Сәддам — ғәрәп исеме, ҡаршы тороусы тигән мәғәнәне аңлата. Хөсәйен— уның атаһының исеме, Әбд әл-Мәжит — олатаһының исеме, ә әт-Тикрити— нисбәһе, Саддам тыуып үҫкән Тикрит ҡалаһының атамаһынан алынған[11].
Шәхси тормошо
Бала сағы, үҫмер һәм йәшлек осоро
Сәддам Хөсәйен Ираҡтағы Тикрит ҡалаһынан 13 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Әл-Әүджә ауылында, ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Әсәһе Сәбхә Тулфан әл-Муссалат улына Сәддам исемен ҡуша
Атаһы — Хөсәйен Абд Әл-Мәжит Сәддам тыуыуға 6 ай ҡалғас юғала, икенсе фараз буйынса үлә йәки ғаиләһен ташлап китә. Саддам никахтан тыш тыуған, атаһының исеме уйлап сығарылған тигән фараздар ҙа бар. Шулай булһа ла, 1982 йылда Саддам үҙенең үлгән әсәһенә оло мавзолей төҙөтә[12]. Ираҡтың буласаҡ хакимының оло ағаһы 12 йәштә яман шеш ауырыуынан вафат була. Сәддамдың тәрән депрессияға бирелгән әсәһе үҙенең әле тыумаған балаһынан ҡотолорға теләй, хатта үҙ ғүмерен ҡыйырға маташа. Ҡайғыға ул шул тиклем ныҡ бирелә, Сәддам тыуғас, уға ҡарарға ла теләмәй. Әсәһе яғынан бабайы Хәйраллах Тульфах Сәддамдың ғүмерен һаҡлап алып ҡала һәм баланы үҙенә йәшәргә ала. Сәддам бер нисә йыл уларҙың ғаиләһендә йәшәй. Бабайы британдарға ҡаршы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн төрмәгә ултыртылғас, Сәддам өйөнә ҡайтырға мәжбүр була. Ул әсәһенән күп тапҡырҙар бабайының ҡайҙа булыуы тураһында һорай һәм Хәйраллах бабайың төрмәлә, тигән бер төрлө яуап ишетә. Был ваҡытта Сәддамдың атаһы яғынан бабайы Ибраһим Әл-Хәсән йола буйынса әсәһен ҡатынлыҡҡа ала. Был никахтан уның әсәләш өс ҡустыһы — Сабауи Ибраһим, Барзан Ибраһим аль-Тикрити һәм Ватбан Ибраһим аль-Тикрити һәм ике әсәләш һеңлеһе- Наваль[13] һәм Самира[14] тыуа. Ғаилә фәҡирлектән йонсой. Сәддам хәйерселк һәм аслыҡ хөкөм һөргән мөхиттә үҫә. Үгәй атаһы, элеке хәрби кеше, ҙур булмаған крәҫтиән фермер хужалығы тота һәм Сәддамды мал көтөргә ҡуша. Ибраһим һәр саҡ уны туҡмай, мыҫҡыл итә. Ул уны ыҫмала һыланған таяҡ менән дә туҡмай[15]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үгәй атай Сәддамды һатыу өсөн тауыҡ һәм һарыҡтар урларға мәжбүр итә. Мәңгелек нужа Сәддам Хөсәйенде бәхетле бала саҡтан мәхрүм итә. Һәр саҡта ла кәмһетелеү, көндәлек тормоштоң рәхимһеҙлеге Сәддамдың холҡона ла йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә, аралашыусан булыуы, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүе арҡаһында, уның ололар һәм тиҫтерҙәре араһында дуҫтары, иптәштәре, таныштары күп була. Бер ваҡыт уның үгәй атаһының йыраҡ туғандары ҡунаҡҡа килә. Улар менән бергә Сәддамдың тиҫтере лә була. Малай шунда уҡ үҙенең икенсе класта белем алыуы, уҡый, һанай белеүе, хатта ҡомда үҙенең исемен яҙа белеүе менән маҡтана башлай. Хәтере ҡалған Сәддам: «Мине уҡырға бир, атай», — тип әл-Хәсәнгә ташлана. Үгәй атай тағы ла улын туҡмай[16]. 1947 йылда уҡырға хыялланған Сәддам мәктәпкә төшөү уйы менән Тикритҡа ҡаса. Бында ул төрмәнән иреккә сыҡҡан бабайы Хәйреаллах Тульфах тәрбиәһенә эләгә. Сәддамдың шәхес булып формалашыуына бабайының тәрбиәһе ҙур әһәмиәткә эйә була.
Тикритта Сәддам мәктәпте тамамлап, башланғыс белем ала[17]. Үҙенең 10 йәшенә тиклем исемен дә яҙа белмәгән малайға уҡыу ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Сәддам үҙенең класташтарын төрлөсә көлдөрөргә ярата. Бер тапҡыр ул үҙе яратып бөтмәгән ҡарт уҡытыусының портфеленә ағыулы йылан һала. Бының өсөн уны мәктәптән ҡыуалар. 15 йәше тулғанда, уның яратҡан аты үлә, һәм үҫмер ғүмерендәге тәүге ауыр кисерешкә юлыға — был ҡайғы шул тиклем көслө була, хатта уның ҡулын фалиж һуға. Ярты ай самаһы, ҡулы яңынан хәрәкәтләнеп китә алғансы, уны төрлө халыҡ ысулдары менән дауалайҙар. Был ваҡытта Хәйреаллах Тикриттан Бағдадҡа күсә. Ике йылдан һуң Сәддам да уның эргәһенә күсеп бара. Бабайының йоғонтоһо арҡаһында Сәддам 1953 йылда Бағдадтағы элитар хәрби академияға инергә тырышып ҡарай, тик тәүге имтихандан да үтә алмай. Икенсе йылға уҡыуын дауам итеү өсөн ул әл-Карх мәктәбенә уҡырға инә. Был мәктәп милләтселек һәм панғәрәбизм таянысы булараҡ танылыу алған була[18].
Ғаиләһе
Сәддамдың тәүге ҡатыны уның ике туған апайы Сажидә (Хәйреаллах Тульфахтың оло ҡыҙы) була. Был никахтан биш бала тыуа. Улдары: Удей Хөсәйен һәм Кусей Хөсәйен һәм шулай уҡ ҡыҙҙары — Рәғәд, Рану һәм Халу. Ата-әсәләре уларҙы бала-саҡтан уҡ, Сәддамға биш, Сәжидәгә ете йәш тулғас, йәрәшеп ҡуйған була[19][20]. Кейәүгә сыҡҡанға тиклем Сажидә мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Улар Ҡаһирәлә өйләнешә. Был ваҡытта Сәддам шунда уҡып йөрөгән була. Һарайҙарының береһендә Саддам үҙ ҡулдары менән элиталы аҡ раузалар ҡыуағын ултырта, Сажидәнең исемен биреп, уны бик ныҡ ҡәҙерләй.
Сәддамдың икенсе никахы тураһында хатта Ираҡтан ситтә лә һөйләйҙәр. 1988 йылда ул «Ирак Эйруэйс» авиакомпанияһы президентының ҡатыны менән таныша. Күпмелер ваҡыттан һуң Сәддам унан ҡатынын айырыуҙы һорай. Сәддамдың ике туған ҡустыһы һәм ҡәйнеше Аднан Хәйраллах был никахҡа ҡаршы сыға. Был ваҡытта ул оборона министры булған. Тиҙҙән ул авиакатастрофала һәләк була. Ираҡ президентының өсөнсө ҡатыны 1990 йылда Нидаль әл-Хәмдани була.
2002 йылдың көҙө Ираҡ лидеры дүртенсе тапҡырға илдең оборона сәнәғәте министрының ҡыҙы, 27 йәшлек Иман Хувейшҡа өйләнә, туй тантанаһы дуҫтар менән ябай ғына итеп үткәрелә. АҠШ-тың Ираҡҡа хәрби операция башлау хәүефе арҡаһында Хөсәйен үҙенең был ҡатыны менән бергә йәшәй ҙә алмай тиергә була[21].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://books.google.es/books?id=G4xWtJo_MeQC&pg=PA3&dq=butcher+of+baghdad&redir_esc=y#v=onepage&q=butcher%20of%20baghdad&f=false
- ↑ Saddam Husain // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ Saddam Ḥusayn // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.) — Grup Enciclopèdia, 1968.
- ↑ http://news.bbc.co.uk/1/hi/world/middle_east/6218485.stm
- ↑ Saddam Husain // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ https://www.theguardian.com/news/gallery/2007/sep/21/iraq.internationalnews
- ↑ https://www.nytimes.com/2020/04/03/science/william-frankland-dead-coronavirus.html
- ↑ . Был Сәддам Хөсәйендең тыуған йылының рәсми датаһы, тикшеренеүселәр фекере буйынса ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй, уның тыуған датаһы аныҡ билдәле түгел
- ↑ 'Chemical Ali' on trial for brutal crushing of Shia uprising
- ↑ ISG on Iraqi Nuclear Program 2004 2007 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Blair Shewchuk. Saddam or Mr. Hussein? CBC News, февраль 2003
- ↑ Deutsche Welle, февраль 2003
- ↑ Дочь Хусейна: При аресте отца использовали транквилизаторы. Лента.ру (16 декабрь 2003). Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Арестован шурин Хусейна. Дни.ру (21 ноябрь 2003). Архивировано 11 август 2011 года. 2013 йылдың 30 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Буря в пустыне // Энциклопедия для детей. Дополнительный том. История XX века. Зарубежные страны. — М.: Аванта+, 2002. — С. 391. — ISBN 5-94623-011-5, УДК 087.5:94(100-87)"19"(031), ББК 63.3(2)52я2+63.3(2)6я2.
- ↑ Журенков К. Детство Саддама 2008 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған. Огонёк № 13, 3 апреля 2003
- ↑ Биография Саддама Хусейна РИА «Новости», 29 декабря 2006
- ↑ Саддам Хусейн: вождь с портрета 2006 йылдың 17 ноябрь көнөндә архивланған. NEWSru, 2003
- ↑ Sheri & Bob Stritof. Marriages of Saddam Hussein (ингл.). About.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ???. Архивировано 11 август 2011 года.
- ↑ Екатерина ЛАТИНОВА. Саддам ХУСЕЙН: в ожидании виселицы. газета КОНКУРЕНТ (???). Мөрәжәғәт итеү датаһы: ???. Архивировано 11 август 2011 года.
- ↑ У Саддама Хусейна — четвёртая жена. Комсомольская правда (16 октябрь 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: ???. Архивировано 11 август 2011 года.