Огонёк (журнал)
«Огонёк» — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис иллюстрациялы аҙналыҡ журналы[2].
Баҫма 1923—2020 йылдарҙа Мәскәүҙә сыға. Совет осоронда уның тиражы бер нисә миллион данаға етһә, 2017 йылда — яҡынса 80 000 дана була[3]. 2020 йылдың 21 декабрендә журналдың баҫма версияһын нәшерләүҙе туҡтатыу тураһында иғлан ителә[4].
Тарихы
Журналдың беренсе һаны 1899 йылдың 9 декабрендә (яңы стиль буйынса 21 декабрҙә) Станислав Максимилианович Пропперҙың «Биржевые ведомости» гәзитенә һәр аҙна һайын сыҡҡан иллюстрацияланған әҙәби-нәфис ҡушымта булараҡ донъя күрә. 1908 йылдан 20 битле булып баҫыла. 1918 йылда журналды сығарыу туҡтатыла һәм 1923 йылда Михаил Кольцов тырышлығы менән яңынан тергеҙелә[5]. 1930 йылға тиклем — аҙналыҡ, 1931 йылдан 1941 йылдың уртаһына тиклем яңы һан һәр декадала (айына өс тапҡыр) сыға, һуғыш башланыу менән — яңынан аҙналыҡ. 1925—1991 йылдарҙа «Библиотека „Огонёк“» серияһында нәфис һәм публицистик брошюралар сыға; 2008 йылда «Библиотека „Огонёк“» яңынан тергеҙелә һәм туҡтатыла.
1938 йылдың декабрендә Кольцов ҡулға алынғандан һәм ул ойошторған «Журнал-гәзит берекмәһе» (1931 йылға тиклем «Огонёк» акционерҙар йәмғиәте була) ябылғандан һуң, журналды баҫтырыу «Правда» нәшриәтендә дауам итә, уға ҡушымта булараҡ «Библиотека „Огонька“» сыға.
1986 йылда «Огонёк»тың баш мөхәррире итеп Виталий Коротич тәғәйенләнә. Баҫманың хәлен ул былай тип һүрәтләй: „«Огонёк» — сәс оҫтаханаларында ятҡан журнал, ә уның мөхәррире — түбән абруйлы кеше — Анатолий Софронов ине“[6]. Идеологик комментарийҙары менән тулы совет журналистикаһынан айырмалы, Коротич баҫмала мөмкин тиклем күберәк факттар һәм документтар бирә башлай. Журнал көнүҙәк темаларға мәҡәләләр баҫтыра: сауҙа мафияһы, баҙар иҡтисады, кооперативтар үҫеше, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары реформаһы, мәҙәниәт проблемалары һәм башҡалар. Баш мөхәррире Егор Яковлев булған «Московские новости» гәзите менән бергә «Огонёк» асыҡлыҡ сәйәсәте локомотивтарының береһенә әүерелә. Нәҡ был ваҡытта тышлыҡтан Ленин ордены һүрәте алына, ә журналдың беренсел партия ойошмаһы таратыла. Коротич осоронда (1986—1991) баҫманың тиражы өс тапҡырға арта — 1,5 миллиондан 4,5 миллион данаға етә.
Быға тиклем КПСС Үҙәк Комитетының «Правда» нәшриәтенә ҡараған баҫманың ойоштороусыһы 1990 йылдан — «Огонёк» журналының Виталий Коротич һәм Владимир Вигилянский (хеҙмәт коллективы советы рәйесе) етәкселегендәге хеҙмәт коллективы. Был осорҙа, 1963 йылдан алып, журнал редакцияһында фотохәбәрсе булып Башҡортостандың Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Лев Николаевич Шерстенников та эшләй. Артабанғы йылдарҙа баҫма шәхси милеккә күсә һәм бер нисә тапҡыр хужаһын алмаштыра.
1999 йылда Борис Березовскийҙың рәсми рәүештә берләштерелмәгән ҙур медиа-төркөмөнә инә (алфавит тәртибендә):
• гәзиттәр: «Коммерсантъ», «Московская комсомолка», «Независимая газета», «Новые Известия», «Свежий номер»;
• журналдар: «Автопилот», «Власть», «Деньги», «Домовой», «Огонёк»;
• радиостанция: «Наше радио»;
• телекомпаниялар: ОРТ (Беренсе канал) һәм Московская независимая вещательная корпорация (ТВ-6).
2009 йылда журнал тағы ла финанс ауырлыҡтар кисерә башлай, ул йылда журналдың баҫма версияһы биш ай тиерлек сыҡмай[7]. 2009 йылдың 25 февралендә «Азатлыҡ» радиоһына биргән интервьюһында Виктор Лошак былай ти:[8]
Ғинуар һәм февраль айҙарында «Огонёк» сыҡманы, сөнки уның хужаһы булған компания үҙе хужаһын алмаштырҙы. «Огонёк» был килешеүгә «һыйманы». Хәҙер журналдың яңы хужаһы кем буласағы аңлашылмай. Баҫманың сығыуы менән проблемалар нәҡ ошонан килә.
2009 йылдың 11 мартында «Огонёк»ты «Коммерсантъ» нәшриәт йорто һатып ала. Ошо мәлдән яңы нәшриәт журналды тергеҙә башлай. Шул уҡ йылдың 14 сентябренән ул үҙенең классик «ҙурайтылған» форматында сыға башлай. Биттәрен биҙәү ҙә элеккегә кире ҡайтарыла[9]. Шул уҡ ваҡытта, Виктор Лошак һүҙҙәренсә, журналистарҙың бығаса эшләгән коллективы һаҡланып ҡала[10]. Бер уҡ ваҡытта нәшриәт йорто «Огонёк»тың билдәле фотоархивын тулыһынса цифрлаштырыуға күсерергә вәғәҙә итә, әммә был пландар тормошҡа ашырылмай[11].
2020 йылдың 21 декабрендә «Коммерсантъ» нәшриәт йорто сығымдарҙы оптималләштереү менән бәйле журналдың баҫма версияһын баҫтырыуҙы туҡтатыу һәм коллективты эштән бушатыу тураһында белдерә[4][12].
Баш мөхәррирҙәр
- Иероним Ясинский (1899—1902)
- Станислав Проппер (1902—1905)
- Павел Милюков һәм Иосиф Гессен (1905)
- Владимир Бонди (1906)
- П. А. Васильев (1906—1912)
- Владимир Бонди (1912—1918)
- Михаил Кольцов (1923—1938)
- Иван Шамориков (1938—1940)
- Евгений Петров (1940—1942)[13]
- Исаак Ермашев (1942—1943) — баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы
- Михаил Добрынин (1944—1945)
- Алексей Сурков (1945—1953)[14][15]
- Анатолий Софронов (1953—1986)
- Виталий Коротич (1986—1991)
- Лев Гущин (1992—1997)
- Владимир Чернов (1998—2003)
- Владимир Умнов (2004—2005) — баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы
- Виктор Лошак (2003—2004 и 2005—2012)[16]
- Владислав Вдовин (2004—2005)
- Сергей Агафонов (2012 йылдан)[17]
Нәшриәттәр
Журнал түбәндәге нәшриәттәрҙә баҫыла:
- Издательство С. М. Проппера (1899—1918);
- Мосполиграф (1923—1926);
- «Огонёк» (1926—1931);
- Гәзит-журнал берекмәһе (1931—1938);
- «Правда» (1939—1991);
- «Пресса» (1991—1994);
- «Огонёк» (1995—2000);
- Огонёк-пресс (2000—2003);
- ОВА-ПРЕСС (2003—2005);
- «Огонёк» (2005—2008);
- «Коммерсантъ» (2009—2020).
Журналдың сығыу йышлығы һәм баҫылған һандары
1899-2020 йылдарҙа «Огонёк»тың 5 724 номеры сыға (редакция мәғлүмәттәре буйынса)[18].
Журналдың йылдар буйынса баҫылып сығыу йышлығын түбәндә килтерелгән мәғлүмәттәр күрһәтә:
1899 — 4 номер;
1900 — 49 номер;
1901 — 48 номер;
1902 — 49 номер;
1903 — 50 номер;
1904 — 49 номер;
1905 — 44 номер;
1906 — 26 номер;
1907—1912 — йылына 52 номер;
1913 — 51 номер;
1914—1916 — йылына 52 номер;
1917 — >41 номер;
1918 — 17 номер;
1923 — 39 номер;
1924 — 52 номер;
1925 — 53 номер;
1926—1929 — йылына 52 номер;
1930—1932 — йылына 36 номер;
1933 — 26 номер;
1934 — 24 номер;
1935—1940 — йылына 36 номер;
1941 — 38 номер;
1942 — 2002 — йылына 52 номер;
2003 — 48 номер;
2004—2008 — йылына 52 номер;
2009 — 32 номер;
2010—2011 — йылына 50 номер;
2012 — 51 номер;
2013—2015 — йылына 50 номер;
2016—2017 — йылына 51 номер;
2018 — 49 номер;
2019 — 50 номер.
2020 йылда журнал берләштерелгән номерҙар менән сыға башлай. Мәҫәлән, 35-38 номерҙары 5610 номерына берләштерелә (2020 йылдың сентябре) 53 мең дана тираж менән, ә 39-42 номерҙары 5611 номерына берләштерелә (2020 йылдың октябре) 53 мең дана тираж менән[19].
Тиражы
Журналдың бер номерының уртаса тиражы (мең дана):
- 1923 — 42
- 1944 — 100
- 1986 — 1500—2000
- 1989 — 3200
- 1990 — 4600
- 1991 — 1800
- 1994 — 74
- 2010 — 61,3
- 2012 — 100
- 2013 — 80,7
- 2017 — 82,8 (№ 23)
- 2019 — 57,65 (№ 44)
- «Огонёк» китапханаһы
| Йыл | Авторҙар | Томдар |
|---|---|---|
| 1948 | Толстой Л. Н. | 12 |
| 1949 | Помяловский Н. М. | 1 |
| 1949 | Тургенев И. С. | 11 |
| 1950 | Чехов А. П. | 12 |
| 1951 | Салтыков-Щедрин М. Е. | 12 |
| 1952 | Гоголь Н. В. | 4 |
| 1952 | Гончаров И. | 8 |
| 1953 | Короленко В. Г. | 4 |
| 1953 | Лермонтов М. Ю. | 4 |
| 1954 | Некрасов Н. | 3 |
| 1954 | Пушкин А. С. | 9 |
| 1955 | Драйзер Т. | 12 |
| 1956 | Бунин И. А. | 5 |
| 1956 | Крылов И. А. | 2 |
| 1956 | Флобер Г. | 5 |
| 1957 | Золя Э. | 18 |
| 1958 | Гашек Я. | 2 |
| 1958 | Мамин-Сибиряк | 10 |
| 1958 | Мопассан Ги де | 12 |
| 1959 | Писемский А. Ф. | 9 |
| 1959 | Стендаль | 15 |
| 1960 | Бальзак О. де | 24 |
| 1961 | Вересаев В. В. | 5 |
| 1961 | Лондон Дж. | 14 |
| 1961 | Сервантес М. С. | 5 |
| 1962 | Голсуорси Д. | 16 |
| 1962 | Шолохов М. | 8 |
| 1963 | Мельников (Андрей Печерский) П. И. | 6 |
| 1963 | Мериме П. | 6 |
| 1963 | Новиков-Прибой А. С. | 5 |
| 1963 | Цвейг Ст. | 7 |
| 1964 | Куприн А. И. | 9 |
| 1964 | Уэллс Г. | 15 |
| 1965 | Грин А. С. | 6 |
| 1965 | Доде А. | 7 |
| 1965 | Малышкин А. | 2 |
| 1965 | Синклер Л. | 9 |
| 1966 | Аксаков С. Т. | 5 |
| 1966 | Брет Гарт Г. | 6 |
| 1966 | Гашек Я. | 5 |
| 1966 | Дойл К. | 8 |
| 1967 | Вишня О. | 3 |
| 1967 | Гиляровский В. В. | 4 |
| 1967 | Сергеев-Ценский С. Н. | 12 |
| 1967 | Стивенсон Р. Л. | 5 |
| 1968 | Гоголь Н. В. | 4 |
| 1968 | Маяковский В. В. | 8 |
| 1968 | Пушкин А. С. | 6 |
| 1968 | Тургенев И. С. | 6 |
| 1969 | Крылов И. А. | 2 |
| 1969 | Лермонтов М. Ю. | 4 |
| 1969 | Островский Н. | 3 |
| 1969 | Толстой А. К. | 4 |
| 1970 | Есенин С. А. | 3 |
| 1970 | Чехов А. П. | 8 |
| 1971 | Блок А. | 6 |
| 1971 | Грибоедов А. С. | 2 |
| 1971 | Дефо Д. | 1 |
| 1971 | Короленко В. Г. | 6 |
| 1971 | Макаренко А. С. | 5 |
| 1971 | Флобер Г. | 4 |
| 1972 | Гончаров И. А. | 6 |
| 1972 | Гюго В. | 10 |
| 1972 | Толстой А. Н. | 8 |
| 1973 | Драйзер Т. | 12 |
| 1973 | Лесков Н. С. | 6 |
| 1973 | Маяковский В. В. | 6 |
| 1974 | Роллан Р. | 9 |
| 1974 | Чернышевский Н. Г. | 5 |
| 1974 | Шишков В. Я. | 10 |
| 1975 | Войнич Э.-Л. | 3 |
| 1975 | Герцен А. И. | 8 |
| 1975 | Никитин И. | 2 |
| 1975 | О. Генри | 3 |
| 1975 | Шолохов М. | 8 |
| 1976 | Бажов П. П. | 3 |
| 1976 | Лондон Дж. | 13 |
| 1976 | Мельников (Андрей Печерский) П. И. | 8 |
| 1977 | Есенин С. | 3 |
| 1977 | Мопассан Ги де | 7 |
| 1977 | Станюкович К. М. | 10 |
| 1977 | Шевченко Т. Г. | 4 |
| 1978 | Маяковский В. В. | 12 |
| 1978 | Стендаль | 12 |
| 1979 | Горький М. | 16 |
| 1979 | Некрасов Н. А. | 4 |
| 1979 | Фадеев А. | 4 |
| 1980 | Грин А. С. | 6 |
| 1980 | Серафимович А. С. | 4 |
| 1980 | Твен М. | 8 |
| 1980 | Толстой А. К. | 4 |
| 1980 | Тютчев Ф. И. | 2 |
| 1981 | Байрон Дж. | 4 |
| 1981 | Лесков Н. С. | 5 |
| 1981 | Пушкин А. С. | 10 |
| 1981 | Стивенсон Р.-Л. | 5 |
| 1982 | Достоевский Ф. М. | 12 |
| 1982 | Купер Ф. | 7 |
| 1982 | Куприн А. И. | 5 |
| 1983 | Есенин С. | 3 |
| 1983 | Мериме П. | 4 |
| 1983 | Роллан Р. | 9 |
| 1983 | Шишков В. | 8 |
| 1984 | Гоголь Н. В. | 8 |
| 1984 | Крылов И. А. | 2 |
| 1984 | Майков А. Н. | 2 |
| 1984 | Толстой Л. Н. | 12 |
| 1985 | Вересаев В. | 4 |
| 1985 | Верн Ж. | 8 |
| 1985 | Чехов М. П. | 12 |
| 1986 | Бажов П. | 3 |
| 1986 | Гайдар А. П. | 3 |
| 1986 | Драйзер Т. | 12 |
| 1986 | Панфёров Ф. | 6 |
| 1987 | Макаренко А. | 4 |
| 1987 | Серафимович А. С. | 4 |
| 1987 | Толстой Л. Н. | 12 |
| 1987 | Фадеев А. | 4 |
| 1988 | Бунин И. А. | 4 |
| 1988 | Горбатов Б. | 4 |
| 1988 | Гюго В. | 6 |
| 1988 | Салтыков-Щедрин М. Е. | 10 |
| 1989 | Замятин Е. | 1 |
| 1989 | Лесков Н. С. | 12 |
| 1989 | Стейнбек | 6 |
| 1989 | Шмелёв И. | 1 |
| 1989 | Ян. В. | 4 |
| 1990 | Ахматова А. А. | 2 |
| 1990 | Вересаев В. В. | 4 |
| 1990 | Мережковский Дм. | 4 |
| 1990 | Набоков В. | 4 |
| 1990 | Скотт В. | 8 |
| 1990 | Чуковский К. И. | 2 |
| 1991 | Алданов М. | 6 |
| 1991 | Библиотека юмора и сатиры | 3 |
| 1991 | Дюма А. | 15 |
| 1992 | Волконский М. | 4 |
| 1992 | Моруа А. | 6 |
| 1992 | По Э. | 4 |
| 1992 | Рид М. | 8 |
| 1992 | Сю Э. | 6 |
| 1993 | Конан Дойль А. | 4 |
«Огонёк»тың халыҡ китапханаһы:
- 2007 : Этимологический словарь русского языка. 4 т.; Аверченко А. 6 т.; Алданов М. 8 т.; Беляев А. 6 т.; Брэм А. Э. 3 т.; Горький М. 6 т.; Киплинг Р. 6 т.; Лесков Н. 7 т.; Носов Н. 5 т.; Пришвин М. 6 т.; Сандему М. 12 т.; Семёнов Ю. 12 т.; Сааведра М. 5 т.; Соколов-Микитов И. 3 т.; Тысяча и одна ночь. 8 т.; Авенариус В. 5 т.; Афанасьев А. 5 т.; Волков А. 4 т.; Гиббон Э. 7 т.; Гранин Д. 5 т.; Долгополов И. 6 т.; Колетт С-Г. 7 т.; Купер Д. 9 т.; О’Генри. 5 т.; Островский А. 6 т.; Ремарк Э. М. 8 т.; Сабанеев Л. 8 т. ; Сабатини Р. 10 т.; Сандему М. 12 т.; Сименон Ж. 10 т.; Сю Э. 4 т.; Тэффи. 5 т.; Фолкнер У. 6 т.; Чарская Л. 5 т.; Чуковский К. 5 т.
- 2008 : Универсальный словарь. 4 т.; Детская энциклопедия. 10 т.; Энциклопедия «Великий час океанов». 5 т.; Андерсон Х-К. 4 т.; Блок А. 6 т.; Бунин И. 9 т.; Грин А. 6 т.; Мериме П. 5 т.; Монтень М. 3 т.; Родари Д. 4 т; Софья де Сегюр. 5 т.; Соловьёв В. 9 т.; Уэдсли О. 6 т.; Флеминг Я. 7 т.; Хаггард Г. 12 т.; Ян В. 5 т.; Герцен А. 5 т.; Гоголь Н. 7 т.; Кассиль Л. 5 т.; Манн Т. 8 т.; Похлебкин В. 6 т.
- 2009 : Амфитеатров А. 8 т.; Библиотека античной литературы. 10 т.; Буссенар Л. 10 т.; Гарт Б. 6 т.; Гофман Э. 8 т.; Ефремов И. 8 т.; Закон Божий. 5 кн.; Казанова Д. 2 т.; Куприн А. 9 т.; Невчволодов А. 4 т.; Ренан Ж. 7 кн.; Сальгари Э. 7 т.; Сказки народов мира. 10 кн.; Хруцкий Э. 10 т.; Шварц Е. 5 т.; Бальмонт К. 7 т.; Библиотека античной литературы. 10 т. (Серия вторая); Верн Ж. 10 т.; Грин А. 6 т.; Габриэле Д’Аннунцио. 6 т.; Достоевский Ф. 10 т.; Йокаи М. 8 т.; Максимов С. 7 т.; Некрасов Н. 7 т.; Рид Т. 8 т.; Стриндберг Ю. 5 т.
Журналдың тышҡы биттәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тираж № 23, вышедшего 12 июня 2017 года. См.: Огонек. - 2017. - № 23. - С. 3.
- ↑ Огонёк // Большая Советская Энциклопедия. — М.: Большая советская энциклопедия, 1954. — Т. 30. — С. 505.
- ↑ Тираж № 23, вышедшего 12 июня 2017 года составил 82750 экз. См.: Огонек. — 2017. — № 23. — С. 3.
- ↑ 1 2 Новогодний сюрприз. «Огонёк» (21 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2020.
- ↑ История еженедельного журнала «Огонёк»
- ↑ «Я сделал, что мог. Пусть другие сделают, что могут» // «Слон», 1.12.2009
- ↑ Журнал «Огонек» снова вернулся в печать
- ↑ Закроется ли «Огонёк»?
- ↑ Журнал «Огонёк» вернётся к классическому формату. Lenta.ru (11 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2010.
- ↑ Журнал «Огонек» вновь начнет выходить примерно через месяц
- ↑ Старейший российский журнал "Огонёк" перестанет выходить на бумаге // Радио «Свобода», 22 декабря 2020
- ↑ «В хозяйстве места не нашлось»: журнал «Огонек» объявил о прекращении выпуска печатных номеров (билдәһеҙ). Журнал Esquire. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2020.
- ↑ История Огонька на сайте журнала. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 20 ғинуар 2010 года.
- ↑ Алексей Александрович Сурков на сайте поекта «Биографический указатель — Хронос»
- ↑ Сайт, посвящённый Суркову. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2012. Архивировано из оригинала 9 май 2012 года.
- ↑ Step by step. В «Огонёк» вернулся его бывший главный редактор Виктор Лошак, но в ином качестве — генерального директора нового издательского дома. О подробностях этого проекта Виктор Григорьевич рассказал корреспонденту «МН». Московские новости (24 июнь 2005).
- ↑ «Мы сделаем всё, чтобы замена на капитанском мостике „Огонька“ прошла безболезненно». Коммерсантъ FM (13 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2013.
- ↑ Огонек. — 2020. — № 48 — 51. — С. 7.
- ↑ Согласно данным, указанным на № 5610 — 5611
Әҙәбиәт
• Глотов В. В. Проигравшие победители. — М.: РГГУ, 1998. — 312 c. — ISBN 5-7281-0126-7