Беренсе канал
Башҡа тел бүлегендә тулыраҡ мәҡәлә бар:
Первый канал (Россия)
(рус.) |
«Беренсе канал» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Первый канал) — Рәсәй Федерацияһының телевизион каналы. Рәсәй телеканалдары араһында Рәсәй аудиторияһын иң күп ҡаплаган канал (98,8 %). Йәше буйынса Санкт-Петербургтың Бишенсе каналынан һуң СССРҙың һәм Рәсәйҙең икенсе каналы. Тапшыруҙарын Мәскәүҙән, «Останкино» телеүҙәгенән алып бара.
Беренсе канал үҙен Рәсәйҙең төп каналы итеп күрһәтә. Канал тарихы 1951 йылдан, СССР ҮТ -ның беренсе тапшыруынан башлана. 1991 йылда Үҙәк Телевидение «Останкино» РДТРК-ға үҙгәртелә, 1995 йылда канал ОРТ исемен йөрөтә башлай. Беренсе канал исеме 2002 йылда бирелә.
Хужалар
Директорҙар Советы
Директорҙар советы Рәйесе — Торкунов, Анатолий Васильевич, Мәскәү дәүләт Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының Ректоры.
Һылтанмалар
Был — телевидение тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.