Шерстенников Лев Николаевич
Шерстенников Лев Николаевич (1938 йылдың, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — билдәле совет фотографы, фотожурналист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999)[1].
Биографияһы
Лев Николаевич Шерстенников Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуа. 1955 йылда Ленинград киноинженерҙар институтын (ЛИКИ) тамамлай. Әммә алған һөнәре — телетапшырыуҙарҙың тауыш режиссеры булып бер көн дә эшләмәй. Бала сағынан уртансы ағаһынан күреп фотография менән мауығыуы уны тулыһынса үҙенә йәлеп итә[2].
1957 йылда «Советское фото» баҫмаһында, Ленинград гәзиттәре «Смена», «Вечерний Ленинград», «Ленинградская правда»ла тәүге фотоһүрәттәре баҫыла.
1960 йылда, институтты тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайта. Телестудияла эшләй. Бер аҙҙан урындағы республика гәзите «Ленинец»ҡа күсә, бер юлы «Известия», «Литературная газета», «Советская Россия» баҫмаларының штаттан тыш хәбәрсеһе була.
1962 йылда Мәскәүгә килә һәм «Литературная газета»ға эшкә урынлаша. 1963 йылдан 40 йыл «Огонек» журналының фотохәбәрсеһе булып эшләй[3].
1960 йылдар уртаһынан «Советское фото» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора.
«Огонек»тағы хеҙмәттәше һәм һәләтле фотограф Геннадий Копосов менән берлектә бер нисә китап һәм альбом сығара: «Фокуста — фоторепортёр» (1967), «Беҙ» (1970), «Һаумы, Себер!» (1972), «Автоград» (1975) һ.б.[4].
Наградалары һәм премиялары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999, 16 декабрь) — матбуғат өлкәһендәге хеҙмәте һәм журналдың тәүге һаны сығыуға 100 йыл айҡанлы[5]
- «Рәсәйҙең алтын күҙе» премияһы лауреаты.
- «Огонек» журналы премияһы лауреаты (2005).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Виктор Мясников. Живая легенда советской журналистики. peoples.ru (10 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Как я стал заниматься фотографией. историяотпервоголица.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Как я оказался в журнале «Огонёк». историяотпервоголица.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ «В фокусе репортёра». Тандем с Геннадием Копосовым. историяотпервоголица.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 декабря 1999 года № 1645 "О награждении государственными наградами Российской Федерации работников акционерного общества "Журнал «Огонёк». kremlin.ru (16 декабрь 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
Әҙәбиәт
- Копосов Г., Шерстенников Л. В фокусе — фоторепортёр. — М.: Молодая гвардия, 1967.
- «Фото 60-70» — Издание серии «Антология русской фотографии XX века». — М., 2007.