Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына ингән маҡтаулы исем.

Исем биреүҙе нигеҙләү

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, полиграфия, матбуғат, кинематография, радио һәм телевидение өлкәһендә эшләүсе ойошмаларҙың юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ үҙешмәкәр ижадта ҡатнашыусыларға һәм мәҙәниәт һәм йәмәғәтселек башланғысында сәнғәт ойошмалары эшендә ҡатнашыусы, шәхси ҡаҙанышҡа өлгәшкәндәргә:

  • Рәсәй мәҙәниәтен үҫтереүҙә һәм киң танытыуҙа;
  • Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлау һәм арттырыу буйынса комплекслы саралар әҙерләү һәм ҡабул итеүҙә;
  • Рәсәйҙең мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарих өлкәһендә юғары сифатлы тикшеренеү йәки ғилми-танып белеү продуктын булдырыуҙа;
  • Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләүсе Рәсәй ойошмалары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнашҡан кешеләргә бирелә.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, һөнәри эшмәкәрлек алып бара башлағандан 20 йыл үткән наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы йәки Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының тармаҡ наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелә.

Тапшырыу тәртибе

Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт наградалары буйынса комиссияһының бүләкләү тураһында үтенес ҡағыҙын ҡарау һөҙөмтәләре һәм индерелгән тәҡдимдәр нигеҙендә бирелә.

Почётлы исемдең тарихы

СССР-ҙа тапшырылған «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме өлгөһө буйынса «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге[1] 1341-се «Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәрен билдәләү, маҡтаулы исемдәр тураһында положениеларҙы раҫлау һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәренә күкрәккә таға торған билдәне тасуирлау тураһында»ғы Указы менән ғәмәлгә индерелгән[2]. Шул уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһында тәүге Положение раҫлана, унда:

Мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, полиграфия, матбуғат, радио һәм телевидение учреждениеларының юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәренә, үҙешмәкәр ижадта ҡатнашыусыларға һәм йәмәғәт башланғысында ойошма, учреждение, мәҙәниәт органдары эшендә ҡатнашҡан кешеләргә, мәҙәниәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм 15 йылдан ашыу мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәргә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Почётлы исем тураһында Положение Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән раҫланған[3].

Күкрәккә таға торған билдәһе

undefined

Күкрәккә таға торған билдә Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре өсөн ҡабул ителгән берҙәм формаға эйә һәм көмөштән яһала. Уның бейеклеге 40 миллиметр һәм киңлеге 30 миллиметр тәшкил иткән лавр һәм имән ботаҡтарынан үрелгән оҙонса түңәрәк таж формаһында. Аҫҡы яҡта сатраш урынлашҡан ботаҡ остары бант менән уралған. Таждың өҫкө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлашҡан. Уң яғына, үҙәк өлөшөнә, таж өҫтөнә маҡтаулы исем яҙылған картуш һалынған.

Һул яғында кейемгә күкрәккә таға торған билдәне беркетеү булавкаһы бар. Билдә күкрәктең уң яғына тағыла.

Күсеү осоро

Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1311-се Указы ҡабул ителгәнгә тиклем РСФСР-ҙың почётлы исемдәрен билдәләү тураһында хоҡуҡи акттар ғәмәлдә булды. Дәүләттең исемен «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы»нан «Рәсәй Федерацияһы»на (ҡара: РСФСР-ҙың 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I Законы)[4] үҙгәрткәндән һуң, бөтә маҡтаулы исемдәрҙә «РСФСР» исеме «Рәсәй Федерацияһы» һүҙҙәре менән алмаштырыла, шулай итеп, 1992 йылдан 1996 йылдың 30 мартына тиклем РСФСР-ҙың 1964 йылдан алып ғәмәлдә булған бер типтағы почётлы исеме хё7ерге замандыҡына оҡшаш атама менән бирелгән.

Әҙәбиәт

  • Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 348. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.

Һылтанмалар