Советская Россия (гәзит)

«Советская Россия»СССР-ҙың, хәҙер Рәсәй Федерацияһының гәзите. 1956 йылдың 1 июленән Мәскәүҙә нәшер ителә.

Тарихы

Гәзиттең беренсе сығарылышы 1956 йылдың 1 июлендә донъя күрә. 1966 йылдың апреленә тиклем гәзит КПСС Үҙәк Комитетының РСФСР буйынса Бюроһы һәм РСФСР Министрҙар Советы органы, артабан КПСС Үҙәк Комитеты гәзите була. 1974 йылдың 1 ғинуарынан КПСС Үҙәк Комитеты, РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советы органы.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 30 сентябрендәге Указына һәм уның 1980 йылдағы яңыртылған редакцияһына, ә һуңынан РСФСР-ҙың 1990 йылдың 13 июлендәге «РСФСР закондарын һәм РСФСР Халыҡ депутаттары съезы, РСФСР Юғары Советы һәм уларҙың органдары ҡабул иткән башҡа акттарҙы баҫтырып сығарыу һәм көсөнә инеү тәртибе тураһында»ғы Законына ярашлы «Советская Россия» гәзите «РСФСР Юғары Советы Ведомостары» (һуңынан «РСФСР Халыҡ депутаттары съезы һәм РСФСР Юғары Советы ведомостары») менән бер рәттән, Рәсәй закондарын, Парламенттың һәм уның органдарының башҡа норматив-хоҡуҡи акттарын рәсми баҫтырыу сараһы була. 1990 йылдың 27 декабрендәге 464-I законы менән был функция яңы ойошторолған «Российская газета»ға тапшырыла.

1982—1983 йылдарҙа гәзит трансконтиненталь экспедиция ойоштороуҙа ҡатнаша, Арктика сәйәхәттәре тарихындағы иң оҙайлыһын тормошҡа ашыра: ара Уэлендан Мурманскиға тиклем — 10 000 километр була. Ул почетлы полярник Сергей Соловьев етәкселегендәге "«Советская Россия» гәзитенең поляр экспедицияһы" булараҡ билдәлелек ала[1], экспедицияның ойоштороу комитетын шәхсән бөйөк полярник Иван Дмитриевич Папанин етәкләй.

1986 йылдан баш мөхәррир вазифаһын биләгән Валентин Васильевич Чикин 1990—1991 йылдарҙа гәзитте РСФСР Коммунистар партияһы һәм һул-патриотик көстәр идеялары өсөн рупорға һәм союз етәкселегенә оппозицион баҫмаға әйләндерә. Атап әйткәндә, унда Геннадий Зюгановтың «Архитектор у развалин» (Перестройка идеологтарының береһе А. Н. Яковлевҡа ҡаршы) һәм «Слово к народу» (совет интеллигенцияһының РСФСР етәкселегенә ҡаршы йүнәлтелгән саҡырыуы) мәҡәләләре, Нина Андрееваның «Не могу поступиться принципами» (А. Н. Яковлев әйтеүенсә, «манифест антиперестроечных сил») хаты баҫылып сыға.

1990 йылда РСФСР Министрҙар Советы үҙенең «Российские вести» гәзитен, РСФСР Юғары Советы — «Российская газета» баҫмаһын ойоштора. Шулай итеп, «Советская Россия» тик коммунистик гәзит булып ҡала. 1990 йылдарҙың икенсе яртыһында башта «Правда»ла, һуңынан «Советская Россия»ла КПРФ органы булараҡ «Правда России» тигән өҫтәмә сыға. 100-сө һанынан һуң «Правда России» үҙ аллы гәзит булараҡ сыға башлай.

Баҫма сәйәси мотивтар буйынса 1991 йылдың авгусынан һуң[2] һәм 1993 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында баҫылмай тора (В. В. Чикиндың раҫлауынса, бөтәһе «төрлө ысулдар менән һигеҙ тапҡыр туҡтаттылар. Ә һуңынан үҙенең залптары менән 1993 йыл килде, һәм беҙҙең гәзитте тағы ла тыйҙылар — ай ярым беҙ сыҡманыҡ»[3]). Әлеге ваҡытта «Советская Россия» «Независимая народная газета»тигән өҫтәмә исем менән сыға[4].

undefined

Редакцияһы

Баҫма Рәсәй Федерацияһында коммунистик һәм һул-патриотик хәрәкәт ҡараштарын сағылдыра. Аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Баш мөхәррире В. В. Чикин. Редакция коллегияһы: Д. Аграновский, А. Бобров, Р. Р. Вахитов, Ю. Емельянов, Н. Еремейцева, С. Замлелова, Ф. Подольских, О. Смолин, А. Фролов.

Адресы

Редакция адресы: «Савеловская» метро станцияһы, «Правда» урамы, 24-се йорт. Баҫма форматы: А2. Тиражы 300 000 дана. Яҙылыу индексы 50124. Гәзит Волгоград, Воронеж, Екатеринбург, Ҡазан, Краснодар, Минераль Һыуҙар, Мәскәү, Новосибирск, Дондағы Ростов, Һамар, Санкт-Петербург ҡалаларында баҫыла (2018 йыл). Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә таратыла.

Редакцияла эшләгән билдәле журналистар һәм яҙыусылар

  • Артём Боровик,
  • Дмитрий Лиханов,
  • Владимир Яковлев,
  • Владимир Мамонтов[5],
  • Михаил Соколов[6],
  • Владимир Сунгоркин,

Четыре года проработал в «Советской России», тогда руководимой Михаилом Ненашевым и бывшей, безусловно, лучшей и самой смелой газетой страны.

Владимир Сунгоркин [7]

  • Екатерина Польгуева.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Лазуркин Станислав. На собаках по Заполярью // Вокруг света. — 1983. — № 8 (2515). Архивировано 23 апрель 2013 года.
  2. Указ Президента РСФСР от 22.08.1991 № 76. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2014 года.
  3. Главный редактор «Советской России» Валентин Чикин о лидерах СССР, цензуре и ГКЧП: Перестройка : Библиотека: Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2020. Архивировано 23 ғинуар 2021 года.
  4. Официальный сайт газеты Советская Россия — Content. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2007. Архивировано из оригинала 4 май 2007 года.
  5. Грани. Ру // Мамонтова утвердили в должности главреда «Известий». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2010. Архивировано 13 июнь 2011 года.
  6. Информация портала "ЛитПричал.ру". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2018. Архивировано 16 сентябрь 2018 года.
  7. «Журнал „Стратегия России“». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2010. Архивировано 2 июнь 2015 года.
  8. // Советская Россия. — 2005. — 29 дек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2009. Архивировано 17 октябрь 2007 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә