Зюганов Геннадий Андреевич
Зюганов Геннадий Андреевич | |||||
| |||||
---|---|---|---|---|---|
| |||||
15 апрель1996 — 25 февраль 2022[1] | |||||
| |||||
13 ғинуар 1994 | |||||
| |||||
11 ғинуар 1994 | |||||
Дине: | Рус православие сиркәүе | ||||
Тыуған: | 26 июнь 1944[2][3] (80 йәш) | ||||
Атаһы: | Андрей Михайлович Зюганов (1910—1990) | ||||
Әсәһе: | Марфа Петровна Зюганова (1915—2004) | ||||
Ҡатыны: | Надежда Васильевна Зюганова (ҡыҙ фамилияһы Амеличева) (1946) | ||||
Балалары: | Андрей Геннадьевич Зюганов (1968) Татьяна Геннадьевна Никифорова (ҡыҙ фамилияһы Зюганова) (1974) | ||||
Партия: | КПСС (1966—1991) КП РСФСР → КПРФ (1990 йылдан) | ||||
Белеме: | Орёл дәүләт университеты, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы | ||||
Ғилми дәрәжәһе: | философия фәндәре докторы | ||||
Эшмәкәрлеге: | сәйәсмән | ||||
Сайт: | kprf.ru/personal/zyuganov | ||||
Хәрби хеҙмәт | |||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1963—1966 | ||||
Принадлежность: | Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө | ||||
Ғәскәр төрө: | СССР-ҙың химия ғәскәрҙәре | ||||
Звание: | |||||
Автограф: | |||||
Наградалары: |
| ||||
Зюганов Геннадий Андреевич (26 июнь 1944 йыл) — Советтар Союзы һәм Рәсәй сәйәсмәне, философ-ғалим. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының (КПРФ) Үҙәк башҡарма комитеты, 1995 йылдан — КПРФ-тың Үҙәк комитеты рәйесе. 1993 йылдан Рәсәй Федераль Йыйылышының барлыҡ саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 1996—2022 йылдарҙа Европа Советының Парламент ассамблеяһы ағзаһы. 2012 йылдан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ағзаһы. Философия фәндәре докторы (1995). Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (2024).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Геннадий Андреевич Зюганов 1944 йылдың 26 июнендә Орёл өлкәһе Знаменский районының[4][5] Мымрин ауылында тыуған[6]. Атаһы Андрей Михайлович Зюганов (1910—1990)[7], Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия расчеты командиры, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Демобилизацияланғандан һуң Мымрин урта мәктәбендә күпселек предметтарҙы уҡыта[8]. Әсәһе Марфа Петровна (1915—2004), ошо мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
1961 йылда урындағы урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлап, бер йыл унда уҡытыусы булып эшләй[6]. 1962 йылда Орел педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1969 йылда отличие менән тамамлай[6]. Студент йылдарында үҙ факультетының КВН командаһы капитаны була[9].
1963—1966 йылдарҙа Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөнөң радиация һәм химик разведка взводында, артабан Белоруссияла һәм Силәбе өлкәһендә урынлашҡан химия ғәскәрҙәрендә атом, химик һәм бактериологик ҡоралға ҡаршы махсус хәрби разведкала хеҙмәт итә[6]. Әлеге ваҡытта химик ғәскәрҙәрҙең отставкалағы полковнигы[5].
1966 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына ҡабул ителә[6]. ВЛКСМ һәм КПСС-тың Орёл өлкә комитеттарында етәксе вазифаларҙа эшләй; 1973 йылдан 1978 йылға тиклем Орёл ҡала советы[6], һуңынан халыҡ депутаттарының Орёл өлкә советы депутаты була.
1978—1980 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының төп бүлегендә уҡый, 1980 йылда уның аспирантураһын экстерн формаһында тамамлай[6] һәм, «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Илдең эре ҡалалары миҫалында социалистик ҡала йәшәү рәүешен үҫтереүҙең төп йүнәлештәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].
1983 йылдан 1990 йылға тиклем КПСС Үҙәк Комитетының агитация һәм пропаганда бүлегендә башта инструктор, һуңынан пропаганда секторы мөдире һәм идеология бүлеге мөдире урынбаҫары була. КПСС-тың XXVIII съезы (1990 йылдың июне) һәм, РСФСР вәкиле булараҡ, РСФСР Компартияһының ойоштороу съезы (1990 йылдың июнь-сентябре) делегаты[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Зюганов: приостановка прав России в Совете Европы не несет никакого урона стране . Дата обращения: 9 март 2022. Архивировано 7 март 2022 года.
- ↑ Gennady Andreyevich Zyuganov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Gennadij Sjuganow // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Хәҙер Хотынецкий районы
- ↑ 5,0 5,1 Зюганов, Геннадий Андреевич — ПЕРСОНА ТАСС . Дата обращения: 27 июль 2020. Архивировано 27 июль 2020 года.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Зюганов Геннадий Андреевич . Дата обращения: 18 сентябрь 2021. Архивировано 18 сентябрь 2021 года.
- ↑ Память народа . Дата обращения: 5 август 2022. Архивировано 5 август 2022 года.
- ↑ Марина Озерова. Геннадий Зюганов: «Наша власть к сложной политике не готова» . «Московский комсомолец» № 26011 (10 август 2012). — Лидер КПРФ пророчит очень непростую осень и сложную зиму. Дата обращения: 12 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
- ↑ Выпускники КВН: от Зюганова до Пельша Архивная копия от 9 август 2017 на Wayback Machine // РИА Новости, 07.11.2008
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. П. Житнухин. Геннадий Зюганов / Редактор: Е. В. Смирнова. — Молодая гвардия, 2007. — 400 с. — (Жизнь замечательных людей. Биография продолжается). — ISBN 978-00-1663499-0.
- А. А. Ильин. Геннадий Зюганов: «Правда» о вожде . — Алгоритм, 2005. — 384 с. — (Народ против). — ISBN 5-9265-0171-7.
- В. И.Крикунов, С. А. Кислицин, В. Д. Кураев. Геннадий Зюганов . — Флер - I. — С. 352. — 1999 с. — (След в истории). — ISBN 5-88968-001-3.
- О. П. Мороз. 1996: как Зюганов не стал президентом . — М.: Радуга, 2006. — ISBN ISBN 5-05006-410-4.
- А. А. Проханов. Зюганов. Портрет лидера . — М.. — Информпечать, 1996. — 30 с.
- В. И. Суханов. Советское поколение и Геннадий Зюганов. Время решительных . — ИТРК РСПП, 1999. — 400 с. — ISBN 5-88010-068-5.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 26 июндә тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- Орёл өлкәһендә тыуғандар
- Философия фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Полковниктар (СССР)
- Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары