Факультет

Факультет (нем. Fakultät, от лат. facultas «возможность — мөмкинлек, способность — һәләт») — юғары уҡыу йортоноң бер йәки бер нисә оҡшаш (ҡәрҙәш) һөнәр буйынса студенттар һәм аспиранттар әҙерләүҙе, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүҙе, шулай уҡ үҙе берләштергән кафедраларҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә етәкселек итеүҙе тормошҡа ашырыусы фәнни-уҡыу һәм административ структур берәмек.

Ҡайһы бер дәүләттәрҙең юғары уҡыу йорттарында факультеттарға тап килгән уҡыу подразделениелары «департаменттар», «институттар», «колледждар» тип аталыуы мөмкин[1]. Күпселек илдәрҙә бындай подразделениеларҙың уҡытыусылары ғына бергә факультет (ингл. faculty) тип атала, мәҫәлән, англосаксон мәғариф моделендә, департаменттарҙан, бүлексәләрҙән, колледждарҙан айырмалы рәүештә, факультеттар студенттарҙы үҙ эсенә алмай, сөнки уларҙың уҡыу программалары йыш ҡына предмет-ара нигеҙҙә төҙөлә.

Рәсәйҙә

Факультет эше менән декан етәкселек итә, ул юғары уҡыу йортоноң уставы, юғары уҡыу йортоноң ғилми советы йәки структур берәмек советы тарафынан йәшерен тауыш биреү юлы менән юғары уҡыу йортоноң иң квалификациялы һәм абруйлы хеҙмәткәрҙәре араһынан һайлана һәм вазифаһына ректор бойороғо менән раҫлана[2]. Факультет эшмәкәрлегенең айырым йүнәлештәренә етәкселек итеү өсөн (уҡыу, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б.) декан урынбаҫарҙары тәғәйенләнә. Факультет эшмәкәрлегенең төп мәсьәләләрен ҡарау өсөн декан ҡарамағында факультет советы ойошторола. Факультеттың төп уҡыу һәм ғилми-тикшеренеү бүлеге — кафедра[3], уның составында секциялар булдырыла ала. Уҡыу эшен ойоштороу өсөн факультет составында бүлектәр (бүлексәләр) булдырыла. Улар һөнәрҙәр йәки махсуслашыуҙар буйынса йәки уҡыу формаһы буйынса (ситтән тороп уҡыу, көндөҙгө, әҙерлек, киске) айырыла.

Болон процесына ярашлы, абитуриент юғары уҡыу йортона элеккесә сығарыу (профилләү) кафедраһына беркетелгән һөнәргә түгел, ә «әҙерлек йүнәлештәре» программаһына уҡырға инә. Был программаның билдәле бер йөкмәткеле фрагменты һәр кафедраға беркетелгән. Студенттарҙың махсуслашыуы өсөн яуаплы булған, «программалы» юл менән предмет-ара бәйләнештәрҙе координациялаған, һөнәри берләшмә менән бәйләнеште тәьмин иткән сығарылыш кафедраһы был осраҡта мөһим роль уйнай[2][3].

Ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн факультет составында лабораториялар һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәре булдырыла.

Факультет — юғары уҡыу йортоноң төп структур өлөшө. Ҡайһы берҙә яҡын һөнәрҙәр факультеттары эрерәк подразделениеларға берләшергә мөмкин, улар юғары уҡыу йорттарына хас булған «институт», «академия» кеүек исемдәр ала. Күп кенә юғары уҡыу йорттарында үҙаллы ситтән тороп уҡыу һәм киске, әҙерлек факультеттары, шулай уҡ белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеттары бар.

Һылтанмалар

Категориялар